

Томандар араһында аҙаштым,
Таба алманым кәрәк юлды.
Йөрәккенәм әрнеп ауыртты,
Әйтегеҙсе,зинһар,ни булды?
Күңелем һис тынғы тапманы,
Бутағанмын аҡты-ҡараны.
Башҡайыма килмәй һис уйҙар,
Әллә атларғамы туранан.
Яндарымда тере йән дә юҡ,
Тик томандар урап алғандар,
Йәнем,тәнем мине тыңламай,
Аяҡтар ҡайҙалыр баралар.
Бәлки,булыр ҡотҡарыусыһы,
Дөрөҫ юлды яҡтыртыусыһы,
Мин бирешмәм ауырлыҡтарға,
Арыһам да алға атларға.
***
Әгәр ғашиҡ булдың икән,
Бер ҡасан алдашмағыҙ.
Юҡҡа ғына үсегеп тә,
Һис юҡта талашмағыҙ.
Тоғро була белегеҙ һеҙ,
Һүҙегеҙҙә тороғоҙ.
Кеше һоҡланыр ғаилә,
Бар күңелдән ҡороғоҙ.
Ғәфү итеп өйрәнегеҙ,
Аңларға тырышығыҙ,
Ҡыуаныста һеҙ йәшәгеҙ,
Балҡыһын тормошоғоҙ.
***
-Нимә ул бәхет?-тиһәм,
Төрлө яуап бирәләр.
Кемдәре уйға бата,
Бәғзеләре көләләр.
Бәхет-ул аҡса, байлыҡ,
Фирүзә, көмөш-алтын,
Өп-өр яңы машина,
Эргәңдә һылыу ҡатын.
Бәхет- ысын мөхәббәт,
Үҙ һөйгәнеңде табыу,
Меңәр,йөҙҙәр араһында,
Үҙ өлөшөңдө таныу.
Алһыу Вәлитова,
Сибай медицина колледжының 3-сө курс студенты.