Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
24 Мая 2022, 08:10

Рәвил Вәлиев

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Вәлиев Рәвил Ғәлинур улы (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы). Рәвил беҙгә 

Рәвил ВәлиевРәвил Вәлиев
Рәвил Вәлиев

Кешеләргә тыуған яҡ кәрәк!

Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға
Олоға ла һәм дә кесегә,
Мөхәббәтле, йәмле, булыр өсөн
Тыуған яҡтар кәрәк кешегә.

Ҙур уңыштар яулап йәшәр өсөн
Хоҙай һаулыҡ бирһен һәр кемгә.
Үҙ илендә хужа булыр өсөн
Тыуған яҡтар кәрәк кешегә.

Бала табыр, уны бағыр өсөн
Әсәләргә кәрәк тыуған яҡ.
Дошмандарҙан һаҡлар, яҡлар өсөн
Ир-егеткә кәрәк тыуған яҡ.

Зат ырыуың ҡоромаһын тиһәң,
Йәнә кәрәк тыуған йәнтөйәк. 
Хатта ахыры урының табыр өсөн
Тыуған илем, йәнә, һин кәрәк.
Кешеләргә тыуған яҡ кәрәк!

Рәвил Вәлиев, 

Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас