Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
24 Мая 2022, 10:44

Музыкаль конкурста ҡатнашырға теләк бармы?

"Өфө тулҡыны 2022" музыкаль конкурсы ғаризалар ҡабул итә. Быйыл да конкурста еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырыу мөмкинлеге бар. Конкурстың бүләк фонды 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.  Иң йыш бирелгән һорауҙарға яуапты сайттан уҡығыҙ. 

Музыкаль конкурста ҡатнашырға теләк бармы?Музыкаль конкурста ҡатнашырға теләк бармы?
Музыкаль конкурста ҡатнашырға теләк бармы?

"Өфө тулҡыны 2022" музыкаль конкурсы ғаризалар ҡабул итә. Быйыл да конкурста еңеүселәргә аҡсалата бүләктәр тапшырыу мөмкинлеге бар. Конкурстың бүләк фонды 1 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 

Иң йыш бирелгән һорауҙарға яуапты сайттан уҡығыҙ.  

-Заявканы нисек бирергә була?

- Радиостанцияның сайтына инеп (һылтанмаһы аҫта тора), Положениены күсереп, уның менән танышырға кәрәк. Положениела күрһәтелгән адрестар буйынса заявка ебәрергә. Ғариза бер нисә позициянан тора: студияла яҙҙырылған 2 йыр (ул кавер йәки автор йыры, шулай уҡ икеһе лә булыуы мөмкин). Әгәр ҙә күберәк булһа, 5-6 эш ебәрергә мөмкин, әммә икенән дә кәм түгел. Анкета-заявка һәм текст-презентация, 2 фото, төрлө видео сығыштар.

- Үҙегеҙ ҡатнашырға теләгән номинацияны күрһәтергә кәрәкме?

 - Күрһәтергә мөмкин. Күрһәтмәгән хәлдә лә ғаризаны ҡараған саҡта автоматик рәүештә бер нисә номинацияла ҡатнашыу мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Конкурсҡа ниндәй материал ебәреүегеҙҙән тора. Әгәр ғаризағыҙҙа каверҙар һәм автор йырҙары, видеоклип бар икән, автоматик рәүештә һеҙ конкурстың өс номинацияһына эләгәһегеҙ.

- Бары тик иң яҡшы видеоклип номинацияһында ғына ҡатнашырға мөмкинме?

- Эйе, мөмкин. Был номинацияның шарттары ябай: видеоклип һәм анкета ебәрергә кәрәк. Видеоклип автор йырына төшөрөлөргә тейеш. Ләкин махсус номинацияларҙа ғына ярышҡан ҡатнашыусының конкурстың төп номинацияларында: Халыҡ һайлауы һәм Гран-приҙа ҡатнашыу мөмкинлеге юҡ.

- Ғариза биреү өсөн студия аудиояҙмалары кәрәкме?

- Эйе, студияла яҙылған ике трек. Йыр яҙҙырыу проектына дәғүә итеүсенән ғариза хуплау тапҡан осраҡта Спутник ФМ радиостанцияһы эфирында ротация-презентацияға эләгә. Бында яҙҙырылған тректарҙың сифаты мөһим. Сөнки һеҙҙе эфирҙа тыңлаясаҡтар. Ә был миллионлаған кеше алдында һеҙҙе танытыу тигән һүҙ.

- Һуңламаҫ өсөн ғаризаны ҡасанға тиклем биреп өлгөрөргә кәрәк?

- Май-июнь айҙарында заявкалар ҡабул итәбеҙ. Музыкаль командабыҙға инергә өлгөрөгөҙ. Ғаризағыҙҙы ни тиклем иртәрәк бирһәгеҙ, шул тиклем етешһеҙ яҡтарын төҙәтергә мөмкинлектәр биреләсәк. Художество совет һеҙгә заявканы ҡабаттан ҡарау мөмкинлеген бирәсәк. Ғариза ни тиклем алдараҡ бирелгән булһа, шул тиклем оҙайлы ваҡыт дауамында радио эфирында ротацияны алаһығыҙ!

- Конкурсты тыңлауҙар ҡасан башлана?

- Традицияға ярашлы ул сентябрҙа башлана. Ҡатнашыусылар жюри алдында бер йырҙы башҡарасаҡтар. Улары вокалды, башҡарыу манераһын, сәхнәлә үҙеңде тотошоңдо һ.б. ҡараясаҡ. 

-Жюрила кем була?

- Жюриҙың киңәйтелгән составы конкурстың Положениеһында күрһәтелгән. Ләкин ул йылдан-йыл үҙгәрә һәм тулылана бара. Быйыл финалда жюри составының ярайһы уҡ киңәйтелеүе яңылыҡ буласаҡ. 

- Билдәле булыуынса, халыҡтың тауыш биреүе конкурста иң ҡатмарлы мәл булып тора, ул ҡыҙыу ғауға тыуҙыра. 

- Өфө тулҡыны конкурсы этаптарында халыҡ тауыш (онлайн тауыш биреү) бирәсәк. Ләкин финалда түгел. Проектта ҡатнашыусыларҙы киләһе этаптарға үткәреү өсөн эшләнелмәй. Иң мөһиме - ул Спутник ФМ радиостанцияһының художество советы һәм конкурстың эксперт жюрийы балдары. Тауыш биреү жюри ағзалары үткәрмәгән бер-ике ҡатнашыусыны киләһе турға үткәрергә мөмкинлек бирә.

Конкурстың положениеһы бында: https://bash.news/konkurs/ufimskaya-volna/2022 

Һорауҙар бирегеҙ. Яуап ҡайтарырбыҙ, ярҙам итербеҙ.

#уфимскаяволна2022​#президентскийфондкультурныхинициатив​ #спутникфм​ #тенгри​ #нашизвезды​ #вокал​ #уфа​ #музыкальныйконкурс​ #концерты​ #хиты​ #подарки​ #приемзаявок​ #новыйсезон​ #радиохит​ #лучшийвидеоклип​ #ротациярадио

Бар мәғлүмәттәрҙе ошо https://bash.news/konkurs/ufimskaya-volna/2022 һылтанмаға баҫып алығыҙ! Яҙма сығанаҡы ла ошонда. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас