Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
24 Мая 2022, 05:15

Лоҡман Хәсәнов

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Хәсәнов Лоҡман Рәхимйән улы (етәксеһе - башҡор теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы).  Ҡәҙерле дуҫтар! Лоҡман беҙгә "Башҡорт теле", "Ил ҡеүәте - икмәктә", "Бөйөк Еңеүгә арнала", "С.Юлаев һәйкәле", 

Лоҡман ХәсәновЛоҡман Хәсәнов
Лоҡман Хәсәнов

Башҡорт теле

Башҡорт теле - матур тел
Хөрмәтләйем мин уны.
Иң матуры башҡорт теле
Ҡурайы кеүек моңло! 

Башҡорт теле - минең телем 
Атам – әсәмдең теле.
Күп батырҙар һуғышҡан 
Яҡлап халҡының телен.

Ағайым минең башҡорт, 
Апайым минең башҡорт,
Балалар булһын башҡорт,
Булмаһын улар маңҡорт! 

Телебеҙҙе һаҡлайыҡ,
Һатмайыҡ беҙ яттарға.
Башҡорт теле һүнмәһен!
Башҡорт теле бөтмәһен

***

Ил ҡеүәте - икмәктә

Киң баҫыуҙар йәйрәп ята
Диңгеҙ кеүек тулҡынып,
Комбайнёрҙар йыйып йөрөй
Бойҙайҙарын ҡыуанып.

Быйыл иген бигерәк уңды
Һыймай ята ырҙанда.
Он һалдырҙы атайым да-
Тулып ята ул ларҙа.

Мин мәҡтәптән ҡайтыуға
Әсәй икмәк бешергән,
Икмәктең тәмле еҫе
Бөтөн өйгә таралған.

***

С.Юлаев һәйкәле

Баш ҡаламдың балҡышы-
Салауат батыр һәйкәле,
Өфөгә килгән ҡунаҡтар
Күрә килә батырҙы.

Оран һалып ҡаршы ала
Баш ҡалам ҡунаҡтарын.
Әйтерһең дә таш һәйкәл
Яу саба әйҙәп халҡын.

Ҡамсат бүрек башында,
Ҡулына ҡамсы тотҡан.
Ошо таш һын- һәйкәлгә
Һоҡланып ҡарап торам.

Мин дә үҫкәс ҙур булып
Башҡорттарымды һаҡлап,
Аҡбуҙ атҡа атланам
Ҡулыма ҡамсы алып.

***

Бөйөк Еңеүгә арнала

Тамамланды ҡан ҡойош -
Бөйөк Ватан һуғышы,
Беҙҙекеләр еңделәр -
Ҡалды әсе күҙ йәше.

Еңеү флагын ҡаҙаны
Заһитов тигән башҡорт,
Әммә уның батырлығын
Йәшереп килде баш йорт.

Ете йөҙ мең яугир китте
Тыуған илен һаҡларға.
Өс йөҙ меңдән ашыу һалдат
Ҡалды бит сит яҡтарҙа.

Бына инде етмеш биш йыл
Үтеп киткән еңеүгә.
Ветерандар бик аҙ ҡалды
Беҙҙең башҡорт ерендә.

Гел тыныс булһын был ил,
Һуғыш ҡабатланмаһын,
Ҡартатайҙар күргәнде
Балалар һис күрмәһен!

Лоҡман Хәсәнов,

Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас