Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Конкурстар
24 Май 2022, 05:45

Эльвина Вёлиева

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Вёлиева Эльвина Фәнис ҡыҙы (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мортазина Нурия Ғәммән ҡыҙы).  Эльвина конкурсҡа "Баймағым" тигән шиғырын ебәргән.   

Эльвина ВёлиеваЭльвина Вёлиева
Эльвина Вёлиева

Баймағым

Тыуған яғым Баймағым - 
Бал яғылған ҡаймағым.
Гүзәл тауың Ирәндек -
Һүҙ һөйләргә өйрәндек.

Баймағым, бик бай яғым:
Яландары, ҡырҙары,
Бейек-бейек тауҙары,
Сылтырап аға шишмәһе.

Үҙем алыҫта булһам да
Гел тик һине уйлайым.
Һағынам, тыуған яғым,
Һиндә минең күңелем.

Эльвина Вёлиева, 

Байыш төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас