Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
23 Мая 2022, 09:54

Лилиә Илбулова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Иҫәнбәт ауылынан Лилиә Илбулова. 

Лилиә ИлбуловаЛилиә Илбулова
Лилиә Илбулова

Рәхмәт һүҙе
( Сибай интернат - гимназияға бағышлау)

Уҡытыусы!Шундай мөһим,
Шундай бөйөк был исем!
Рәхмәтлебеҙ һәр берегеҙгә,
Белем таратҡан өсөн!
Рәхмәт Һеҙгә!Балаларҙы
Берҙәй яратҡан өсөн!
Һәр баланы шәхес һанап,
Иғтибар атҡан өсөн!

Рәхмәт һеҙгә,ашнаҡсылар!
Тәмле ашығыҙ өсөн!
Ашханаға ингән һайын,
Яҡты йөҙөгөҙ өсөн!

Рәхмәтлебеҙ табиптарға,
Справка таптырған өсөн!
Тән ҡыҙыулығын тикшереп
Дарыу ҡаптырған өсөн!

Рәхмәт һеҙгә ысын йөрәктән
Йылытып тороусылар!
Һәр саҡ йыйнап, бөхтә тотоп,
Беҙҙең йәмле интернатты
Яҡтыртып тороусылар!

Вахталағы апайҙар!
Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!
Һаҡта һәр саҡ уяу тороп,
Уҫалһығыҙ ғәләмәт!

Ауырлыҡтар килгән саҡта
Ярҙам итә психолог,
Тестмы шунда, анкетамы
Яҙыр кәрәк тултырып,
Уларҙың эше бик мөһим,
Һис ултырмай ҡотороп!

Йырлатыусы, бейетеүсе
Апай-ағайҙар ҙа бар!
Ихлас күңелле булығыҙ!
Күрмәгеҙ һис ҡасан зар!

Илағанда йыуатыусы,
Ҡолағанда "өф " итеүсе,
Ваҡытлыса башҡарыусы
Әсәй була тәрбиәсе!
Ҡыҙҙарға була серҙәш,
Егеттәргә кәңәштәш,
Дәрес әҙерләгән саҡта
Булып китә синыфташ.
Талапсан да,сабырлы,
Ярҙамсы ла,түҙемле,
Кешелекле булған өсөн
Яратабыҙ үҙеңде!
Рәхмәт һеҙгә,тәрбиәселәр!
Мәрхәмәт булған өсөн!
Наҙың сәсеп,балаларҙы
Ҡурсалап торған өсөн!
Аҙна һайын шат йылмайып,
Ҡаршылап торған өсөн!

Теләктәрҙе еткерәбеҙ
Сығарылыш кластарға:
Ололарҙы хөрмәтләргә,
Кеселәрҙе яҡларға!
Үҙгәрмәҫкә һәр осраҡта,
Кеше булып ҡалырға!
Яҡты өмөт аҡларға!
Ғорур баҫып атларға!
Киләсәктәр алһыу булһын
Һайлағанда ҡай тараф,
Имтиханда ҙур уңыштар!
Булмағыҙ һис битараф!
Интернаттың хәлен белеп
Йышлап килеп тороғоҙ!
Яңы килгән йәш быуынға
Фәһемле юл ҡороғоҙ!
Дуҫ - туғандар ҡыуандырып
Тик бәхетле булығыҙ!!!

Бер сәбәп

Саҡыр, тиҙәр, мәжлескә,
Тап ваҡыт - берәй сәғәт,
Осрашыуға, күрешеүгә
Булыр, тиҙәр, бер сәбәп!

Бәғзеләре киләм тей,
Ҡайһылары барам тей,
Күңелеңә оҡшағанын
Бүләк итеп алам тей.

Туғандарым! Ҡунаҡҡа
Килегеҙ бер сәбәпһеҙ!
Көн дә мине иҫләйҙәр тип
Ҡыуанырмын тәҡәтһеҙ!

Иғтибарҙан, ихтирамдан
Ирәйеп китә күңел,
Һыйлағанда һыу эсеп тә
Ултырыуы бер ғүмер!!!

Һалдат хаты

(уйынлы - ысынлы)

Һаумы әсәй, әсәкәйем!
Һалдат та булды улың.
Ҡайҙа булыуҙы белмәйем,
Былай шәп кенә урын.
Әгәр ял бирһәләр беҙгә,
Йөрөп тә килер инем,
Иң яҡын ауылға барыу -
Ара илле саҡ(ы)рым.
Мунсала йыуындырҙылар,
Башыбыҙ ялтлап тора.
Аҙаҡ шинелен бирҙеләр,
Уныһы ҡырҡ биш кило!
Итектәре, противогаз,
Гимнастерка, моҡсайы,
Барыһын бергә кейгәйнем
Киттем әле туңҡайып!
Муйынға ураған шарфым
Аҡ силғау булған икән!
Барыһы минән көләләр.
Армия мәҙәк икән!
Әй көлдө беҙҙең командир,
Ҡаҡҡылап салғыйҙарын:
"Кемдән күрҙең,шинел осон
Итеккә ҡыҫтырғанын?!"
Һуңынан дауылға ҡаршы
Арып-талып йүгерҙек,
Бик күп саҡрым үткәс кенә
Полигон саҡ күренде!
Автоматтан аттырғанда
Эй, тоҫҡап тура аттым!
Алай ҙа башҡа һалдаттар
Тиҙ генә ергә ятты.
"Учебный" һуғышта булдыҡ,
Йәнәһе дошман тулған,
Бер (ы)штабты туҙҙырғайныҡ -
Үҙебеҙҙеке булған..
Был хәлдән һуң (ы)старшина
Бәҙ(е)рәфте йыуҙыртты,
Иҙәндәрен ҡырып-ҡырып,
Ышҡып билем ауыртты.
Әсәкәйем, һин борсолма,
Был тәртипкә өйрәндем,
Тик зарядка ваҡытында
Турникта йоҡлап киттем.
Күпкә түҙгәнде, әсәкәй,
Аҙға түҙәрмен әле,
Аллаһ бирһә, хеҙмәт итеп,
Ҡайтып төшөрмен әле!


Хәлеңдән килһә

Йөрәккәйең һыҙлағанда
Йылмайып-көлөп ҡара,
Ярһыу ташҡынлы күңелде
Йүгәнләп, тышап ҡара,
Ҡанатыңды ҡайырғанда
Талпынып осоп ҡара,
Тығыҙ ҡаталарым кейеп
Юлымды уҙып ҡара,
Әгәр хәлеңдән бик килһә,
Мин булып йәшәп ҡара!


Туйға теләк

Ике шишмә ике яҡтан килеп,
Гөрөлдәшеп, сылтырап ағып,
Хистәр-һыуҙар ҡушылышып,
Әүерелде улар йылғаға,
Иң матур пар булып,
Һоҡландырып бөтөн донъяға! 

Кәртәләрҙе йырып үтер кәңәш
Бирәйем мин һеҙгә булмаһа.
Ҡушылһа ла һеҙҙең хистәрегеҙ,
Волга йылғаһындай булһа ла,
Шаян шишмә осрар - ашыҡмағыҙ,
Берегеҙ шунда берүк тайпылмағыҙ! 
Бил бөгөрлөк текә ҡая осрар -
Уға ла һеҙ сарпылмағыҙ!

"Кеше ире шулай", - тиеп
Кейәүҙе һин сағыштырма!
"Кеше ҡатыны былай", - тиеп
Кәләшеңде яҙа баҫтырма! 

Аяҙ көндө ямғыр яуып торор -
Йәмле йәйғор итә белегеҙ,
Ажар һалҡын дауылдары булыр,
Уныһын да ҡабул итегеҙ!

Ауырлыҡтар һәр саҡ көтөп торор
Һынауҙарҙы үткән саҡтарҙа,
Юлдарығыҙ гелән тигеҙ булмаҫ,
Шыма булмаҫ ялтыр таштар ҙа!

Йылғалар ҙа йырҙа йырланғандай
Ике ярһыҙ йылға түгелдәр,
Татыулыҡта, мөхәббәттә генә
Ике йөрәк бергә тиберҙәр! 

Киләсәккә беҙҙән һеҙгә теләк :
Ауырлыҡты уртаҡ бүлегеҙ,
12 бала табып, Газель алып,
Эй, бәхетле булығыҙ!

Туғандарығыҙҙы ҡыуандырып,
Дуҫтарығыҙҙы ла һоҡландырып,
Тормош тигән оло юлдан
Ышаныслы атлағыҙ! 

Ғүмер юлығыҙҙа тоғролоҡто,
Беҙҙең өмөттәрҙе аҡлағыҙ,
Йәнә бәхет сығанағын -
Мөхәббәтегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Лилиә Илбулова, 

Иҫәнбәт ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас