

Бер тигәс тә ни яман?
Егет исеме күтәреп,
Бер һүҙле булмаһаң шул яман.
Ике тигәс тә ни яман?
Илем тиеп,телем тиеп.
Янып-көймәһәң шул яман.
Ай яман шул,бик яман.
Өс тигәс тә ни яман?
Иртәгәне хәстәрләмәй,
өмөт өҙһәң шул яман.
Дүрт тигәс тә ни яман?
Дүрт тарафтан дуҫтар табып,
Аралашмаһаң шул яман.
Биш тигәс тә ни яман?
Өйөрөңдән айырылып,
Яңғыҙ ҡалһаң шул яман.
Алты тигәс тә ни яман?
Алтмышты ҡыуған атаңды,
Йомошап ултырһаң шул яман.
Һай яман шул,бик яман.
Ете тигәс тә ни яман?
Емереп эшләр сағыңда
Кәрһеҙ ҡалһаң шул яман.
Һигеҙ тигәс тә ни яман?
Һикһән йәшлек олатаң
Хәмер эсһә, шул яман.
Һай яман шул, бик яман.
Туғыҙ тигәс тә ни яман?
Туғаныңды һанламай,
Ятты дуҫ итһәң шул яман.
Ун тигәс тә ни яман?
Утһыҙ төтөн сығарып,
Кеше болғаһаң шул яман.
Ғәйбәт һөйләп һәптәнләп,
Урам гиҙһәң шул яман.
Һай яман шул, бик яман.
Фәнис Бәҙретдинов,
Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.