Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
19 Май 2022, 16:04

Әлфинә Ультракова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар!Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан Әлфинә Ультракова. 

Әлфинә Ультракова
Әлфинә Ультракова

Ҡатын-ҡыҙ ул-тормош йәме...

Ҡатын-ҡыҙ ул - тормош йәме,
Яҡты донъяның биҙәге.
Күҙ ҡараһылай һаҡла уны,
Ул бит яҙҙың, наҙлы сәскәһе.

Ҡатын-ҡыҙ ул - иң Гүзәл зат,
Әйтерһең оло йыһан.
Күңелендә тик изгелек
Барлыҡ саф хистәр һыйған.

Ҡатын-ҡыҙ ул - һоҡланырлыҡ йән,
Бар бәхет унда ғына.
Быны аңлай көслө заттың,
Тоғро ҡалғаны ғына. 

Ҡояш кеүек мөләйем дә,
Сабыр ҙа һин ҡатын-ҡыҙ.
Ғүмеркәйең үтһен тик шатлыҡта,
Нескә күңелең булһын ҡайғыһыҙ.

Һыуһыҙ гөлдәр үҫмәгәндәй,
Тормош юҡ ҡатын-ҡыҙһыҙ.
Һүрелмәйсә мәңге балҡы
Яҙ ҡояшы ҡатын-ҡыҙ! 

***

Тормош ауыр тип зарланабыҙ,
Ә кемгә һуң еңел бирелгән?
Бәхет тә бит ямғыр булып яумай,
Һәр кем уны үҙе төҙөгән.

Мин яратам һине тормош,
Булһа ла төрлө хәлдәр.
Барыһын да еңә тиҙәр,
Сабырҙар һәм түҙгәндәр. 

Һынауҙарҙы бирә һынмаҫ өсөн,
Кәртәләрҙе йырып сығырға.
Үҙен йыйған мөлкәт ҡәҙерҙәрен,
Белһен тиеп ғүмер ағышында.

Мин яратам һине тормош,
Шөкөр итәм атҡан таңыма.
Әллә ниндәй байлыҡ теләмәйем,
Тик булғанынан ғына айырма. 

***

Ғүмеркәйҙәр үтә аҡҡан һыуҙай,
Һиҙелмәй ҙә ҡала йылдар үткәне.
Булһа ла көрһөнөр сактар
Уңыш менән килер көткәнен.

Ғүмер бер генә,
Ҡәҙерен беҙ генә.
Ике йәшәп булмай тормошта,
Сабыр итеп бары туҙ генә.

Ғүмеркәйҙәр үтә иҫкән елдәр кеүек,
Матурлығын тойоп һин йәшә.
Һынауҙар ҙа һынып ҡалма,
Йәшәү мәғәнәһе шунан килә.

Ғүмер бер генә,
Йәшәү бер мәл генә.
Үкенмәйсә алға атла,
Ынтылып киләсәккә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: