Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 08:29

Мәүлиҙә Ҡашҡарова

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Мәүлиҙә Афзал ҡыҙы Ҡашҡарова. 

Мәүлиҙә Ҡашҡарова
Мәүлиҙә Ҡашҡарова

Минең телем – Башҡорт теле

Минең телем – Башҡорт теле,
Йөрәгемдән сыҡҡан тел.
Үҙе йырлы , үҙе көйлө
Башҡорт халҡымдың теле.

Телебеҙҙең матурлығын,
Моңға һалып йырлайҙар.
Күк Ирәндек, Һаҡмар буйын
Ҡурай уйнап данлайҙар.

Урал батыр, Салауатты
Һаҡлаған минең халҡым.
Ҡаһым түрә, Буранбайҙы
Көйләгән минең халҡым.

Киләсәккә – бер үтенес,
Телеңде һаҡла – халҡым.
Телен юғалтҡан халыҡтың
Бәхетле булырға –юҡ(тыр) хаҡы.

Башҡорт ҡыҙы

Һомғол буйлы, ҡара сәсле
Беҙҙең Башҡорт ҡыҙҙары.
Йөҙҙәренән нурҙар балҡый,
Өтөп ала күҙҙәре.

Була наҙлы, була иркә
Талапсан да була ҡай саҡта.
Була ҡырыҫ, була шаян,
Оялсан да була кәрәк саҡта.

Тәмле ризыҡ бешерәләр,
Йылы ойоҡ бәйләйҙәр.
Илебеҙгә терәк итеп,
Ул, ҡыҙҙарын үҫтерәләр.

Ҡарап тормай Башҡорт ҡыҙы,
Мин илаһи заттан тип.
Бесән саба, утын яра,
Елдәй елә атта ла.

Башҡорт ҡыҙҙарының сифаттарын
Яҙып ҡына, түгел бөтөрлөк.
Эшкә әрһеҙ, телгә маһир
Халҡыбыҙҙың алтын бөртөгө.

Бына шундай Башҡорт ҡыҙы
Һәр яҡтан да, тап килгән.
Сая ла ул, зирәк тә
Башҡорт тигән милләтән.

Мин бәхетле – Әсәйем бар

Мин бәхетле –Ҡояшым бар,
Ул йылмайып, көлөп тора.
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.

Мин бәхетле- Әсәйем бар,
Ул иркәләп, наҙлап тора.
Йөрәгемдә ниҙәр барын
Күҙҙәремдән аңлап тора.

Мин бәхетле- Ил ҡыҙы, тип
Ғорурланып өндәшәмен.
Бәхетле, шат тормош өсөн
Тынғы белмәй көрәшәмен.

Еребеҙҙе һаҡлайыҡ

Нимә булды, был доньяға,
Әффәттәрҙең сиге килдеме?
Ер-әсәбеҙ һыҡтай, түҙә алмай
Кешелектең уйын, аңлай алмай.

Ерҙәр яна, һыуҙар баҫа
Ҡыйҙар менән тулды доньябыҙ.
Ас күҙеңде халҡым,
Һуҙ ҡулыңды халҡым,
Ер –әсәне һаҡлап ҡалырға.

22.08.2022 йыл

Ҡыҙҙар тауы

Ауылымдың матурлығы булып
Ҡыҙҙар тауы тора нур сәсеп.
Йәшлек хәтирәләрен һаҡлап,
Көтөп ала беҙҙе иҫләтеп.

Унда үҫкән яңғыҙ ҡайын,
Һаҡлай кеүек серҙәр дарьяһын.
Күпме аҫыл егет, һылыу ҡыҙҙар
Сискән икән мөхәбәт серҙәрен.

Ауылымда үҫкән һәр бер йәш- елкенсә,
Ҡыҙҙар тауында булғандыр.
Уйнап –көлөп, йырлап – бейеп,
Йәшлек дәртен шунда баҫҡандыр.

Киске уйын, ут яғыуҙар
Инде ҡалды алыҫ йәшлектә.
Ҡыҙҙар тауы ғына ҡалды,
Үҙгәрмәйсә таңғы һиллектә.

Уйҙарыма ҡайтам
Уйҙар,уйҙар
Минең уйҙар.
Алыҫтарға алып китәләр.
Уйҙарымды мең ярсыҡа ярып
Йөрәктәрҙе өтөп бөтәләр.

Уйҙар,уйҙар
Татлы уйҙар
Һынап үтә йылдар ағымын.
Күҙ асып йомған арала
Иҫләтә ул хистәр дорьяһын.

Уйҙар,уйҙар
Ниңә туҡтамайса,
Йылдар аша елеп үтәләр.
Үткәндәрҙе иҫләп алға саба
Уйҙарымдарымдан юҡтыр һис сара.


Еңеү көнө

Еңеү көнө, беҙҙә байрам көнө
Бөтә халыҡ сыға майҙанға.
Тыныс тормош бүләк иткән өсөн
Баш эйәбеҙ Ветерандарға.


Ошо тыныс тормош өсөн
Күпме халыҡ ауҙы яуҙарҙа.
Ғәрипләнеп ҡалды, күпме һалдат
Күпме һалдат ҡалды яланда.


4 йыл барған был һуғышты
Оноторлоҡ түгел ғүмергә.
Бергәләшеп беҙ һаҡларға тейеш
Онотмаҫлыҡ итеп мәңгегә.

Йылдар үткән һайын һирәгәйә
Ветерандар беҙҙең аранан.
Күңел илай, йәштәр тынмай
Күпме һалдат юҡ бит арала.

Һуғыш
Һуғыш,
Ҡанлы һуғыш.
Өтөп ала йөрәкте.
Меңәрләгән кеше ,башын һалды
Һанһыҙ бала, етем ҡалды.

Һуғыш үткән ҡанлы яланда
Йылға булып аҡтты ҡан.
Ыңғырашыу, һыҡтау менән
Алһыуланып атты таң.

Ошо таңды күрер өсөн
Һалдат күпме көсөн һалды.
Дуҫтарының ғүмерен ҡыйған
Фашистарҙан үсен алды.

Нисә йылдар үтеп китте
Мәшхәр,һуғыш йылдарҙан.
Ә,күңелдә һаман нәфрәт
Һуғыш тигән (бысраҡ) һүҙҙәрҙән.

Уян халҡым!!!
Эй хоҙайым, ниңә шулай
Ғүмерҙәрҙе зая итәбеҙ.
Еребеҙҙе, Илебеҙҙе
Кешелекте, әрәм итәбеҙ.

Күпме халыҡ 45-ең дә
Өйҙәренә ҡайтмай ҡалды.
Ут эсендә ҡалды, күпме ерҙәр
Күпме һалдат башын һалды.

Унан килде, Афған әфәте
Күпме әсә, ҡалды яңғыҙы.
Күпме етем ҡалды балалар
Күпме сабый тыуманы.

Унан килде, Чечня һуғышы
Тағы халҡым меңләп ҡырылды.
Тере ҡалған һалдаттың да
Йөрәккәйе ғәрипләнеп ҡалды.

Бына , тағы һуғыш, аңһыҙ һуғыш
Юғалталар башын һалдаттар.
Доньяла ла йәшәп туймайса
Ағылалар тимер табуттар.

Эй, кешелек, бәлки беҙгә
Татыу ғына йәшәргәлер.
Донья иркен, илебеҙ бай
Ир- аттарҙы яҡларғалыр(һаҡларғалыр).

Уян халҡым, уян
Кешелекте әрәм итмәйек.
Йәшәүҙәрҙең ҡәҙерен белеп
Был доньяла татыу йәшәйек.

Йылдар үтһә лә

Көндәр, айһар, йылдар үтә
Һуғыш бөткән көндәрҙән.
Ә, йөрәккәй ҡапыл тетрәй
Һуғыш тигән фармандан.

4 йыл барған ҡанлы һуғыш
Өҙҙө күпме ғүмерҙе.
Һәр ғайләне ялмап алды
Ҡара һуғыш һөрөмө.


Ҡыҙ бала

Уятмағыҙ иртә таңдан
Ҡыҙ баланы йолҡоп түшәктән.
Иркәләнеп, һөйөлөп кенә
Татлы төштәр күреп йыуанһын.

Әсә- ата ҡулында
Наҙлы иркә татып ҡалһын.
Ҡыҙ бала ата йортона
Тик ҡунаҡ ҡына булып килһен.

Уятмағыҙ иртә таңдан
Ҡыҙ баланы йолҡоп түшәктән.
Онотмағыҙ ҡыҙ баланың
Ҡунаҡ ҡына булып тыуғанын.

Бала саҡ хәтирәләре

Бала саҡҡа ҡайтһаң ине,
Югереп, елеп кенә.
Әкиәттәге Аҡбуҙатты,
Йүгәнләп менеп кенә.

Көнө буйы һыу инеүҙәр,
Ҡояшта ҡыҙыныуҙар.
Арып – талып, кис еткәс
Өйҙәргә югереүҙәр.

Кем уҙарҙан сабып ҡына,
Көтөүҙе ҡаршылауҙар.
Ҡасып киткән һыйырҙарҙы
Баҫтырып ҡамалауҙар.

Иртә таңдан, тиҙ генә
Өйгә һыуҙар ташыуҙар.
Утын өйөп, өй һепереп
Картуф утап өлгөрөүҙәр.

Ваҡыт шулай үтеп торҙо,
Бер ҙә һиҙмәнек уны.
Шулай тиҙ үтер тиеп,
Бер ҙә көтмәнек уны.

Оҙон-оҙоҡ бала саҡ тип,
Бушҡа ғына әйтелмәгән.
Иртә таңдан кискә тиклем,
Мәшәҡәттәр кәмемәгән.

Һағынып ҡына иҫләргә,
Ҡалды беҙҙең бала саҡ.
Олоғайғас, ҡартайылғас,
Иҫкә алабыҙ һәр саҡ.

Мәүлиҙә Афзал ҡыҙы Ҡашҡарова,

"Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: