Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 11:45

Лилиә Ғәниева

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Баймаҡ ҡалаһынан Лилиә Ғәниева. 

Лилиә Ғәниева
Лилиә Ғәниева

"Мин йәшәргә тейеш...” 

Хикәйә 

Тормош — мәңгелек. Ғүмер бер генә. Ҡыҙҙар, егеттәр! Кешеләр! Онотмайыҡ ошо хәҡиҡәтте. Илатмайыҡ әсәләрҙе… 

Айнурҙың әлеге тормошо, әйтерһең дә, ошо тар ғына бүлмәгә бикләнгән. Уның бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаш ялҡытҡыс көндәре лә, сикһеҙ оҙон  тойолған төндәре лә ошонда үтә. Арытты, биҙҙерҙе былай йәшәү... Ана бит, әсәһе уның арҡаһында бер түгел, ике эштә өҙгөләнә. Көндөҙ – китапханала,  төнгөлөктә шул уҡ мәктәптә ҡарауылсы. Бына бөгөн дә әсәһе эшкә китте. Ул өйҙә булмағас, Айнурға уғата күңелһеҙ. Әсәһе мәктәптән алып ҡайтҡан  китаптарҙы уҡый-уҡый ятлап бөттө инде. Телевизорҙағы шау-шыулы тапшырыуҙар ҙа ялҡытты. Их, рәхәтләнеп теләгән ереңә йөрөһәң, тиҫтерҙәрең менән  туйғанса аралашһаң ине. Тиҙҙән ун алты йәше тула, ә ул… күпме айҙар инде хәрәкәтһеҙ ултыра. Эйе, эйе, зәғиф ул, имгәк, кеше көнлө… Юҡ, етте, һуҙырға ярамай. Бөгөн үк бөтәһен дә хәл итергә, нөктә ҡуйырға кәрәк. Ошо уйҙы тормошҡа ашырыу өсөн кәрәген хәстәрләгән инде. Яҫтыҡ аҫтына күп итеп  йыйып һалған дарыуҙарҙы услап йотор ҙа, ҡотолор бер ыңғай. Айнур булмағандан донъя емерелмәҫ әле. Уның ҡарауы, әсәһе лә, үҙе лә ыҙаламаҫ... 

* * * 

Ғәҙәттәгесә, киске сәғәт туғыҙҙа күрше апай килеп, Айнурға карауатына күсергә ярҙамлашты ла, ишекте тыштан бикләп ҡайтып китте. Иртәнсәк әсәһе эштән  йүгерә-йүгерә ҡайтыр, тағы ла уны күтәреп тигәндәй иҫке креслоға ултыртыр, ашатыр, эсерер, бар хәленсә йыуатырға тырышҡан булыр. Унан йәнә әлеге лә  баяғы тәҙрәгә ҡарап көн уҙғарырға ҡалыр. Айнур күҙҙәрен йомдо. Ҡасан ғына әле атаһы, әсәһе өсәүләп бәхетле йәшәгән мәлдәрен иҫенә төшөрҙө. Атаһын ныҡ яратты Айнур. Бәләкәйҙән уның артынан бер тотам ҡалмай үҫте. Их, нисек ғорурланды ул атаһы менән! Шулай булмай ни: ауылда тимер-томор эшенә  унан да оҫта кеше юҡ. Радиоалғысмы, сәйнүк-самауыр йә үтек-маҙар боҙоламы, шунда уҡ Айнурҙың атаһына килеп етәләр. Хатта телевизор, машина,  мотоцикл кеүек техниканы ла “һә” тигәнсә йүнәтә лә ҡуя торғайны. Йәш сағында көрәшсе лә, саңғысы ла булған. Айнур менән күршелә йәшәгән Юлайҙы ҡышҡы урманда тәрән ҡар ярҙырып саңғыла күпме алып йөрөгәндер… Малайҙарҙы һәр төрлө йәнлек эҙен танырға өйрәтеүсе лә ул булды. Ә йәй көндәрендә мотоцикл арбаһына ҡыуал-ҡармаҡ тейәп, балыҡҡа сығып китерҙәр ине. Ниндәй рәхәт, күңелле булған! Ҡайһы саҡ атаһы, гитара ҡылдарын сиртә-сиртә,  йомшаҡ ҡына тауышы менән йырлап ебәрә. Кем яратмаһын ундай шәп атайҙы? Айнур дуҫын йәлләп тә ҡуя. Ни өсөн тигәндә, Юлайҙың атаһы юҡ, әсәһе һәм  өләсәһе менән генә йәшәй. Шуғалыр инде, буш сағы булдымы, тиҙ генә уларға йүгереп килеп етә. Бергә уйнайҙар, серләшәләр, бәхәсләшеп китәләр. Ә атаһы малайҙарға өйрәнеп бөткән. Икеһен һәр ваҡыт тиң итеп ҡарай, өйрәтә, аңлата. Ғөмүмән, Айнурға тормош гел шулай дауам итер кеүек… 

Тик тора-бара атаһы эсергә әүәҫләнде лә китте. Теге кистә лә өйгә ҡыҙмаса ҡайтҡайны. Ары һуғылып, бире һуғылып йөрөнө лә, балыҡҡа йыйына башланы.  Айнурҙың әсәһе, эскәнһең бит, йөрөмә инде, тип өгөтләп ҡараны ла ул, ҡайҙа, имеш, ҡолаҡ һалыу. Һуҡмыш сағында уның алдына сығырмын тимә инде.  Атаһын яңғыҙ ебәрмәҫ өсөн Айнур ҙа барырға булды. Мотоцикл осто ғына, ҡанатлы ҡошмо ни?! Бына ауыл осондағы күпергә боролдолар… Ҡалғанын Айнур  хәтерләмәй. Аңына килгәндә дауахана койкаһында ята ине инде. Оҙаҡ ятты. Тик табиптар күпме генә тырышһалар ҙа, Айнур ҡабат аяғына баҫманы. Йәй  аҙағында атаһы менән әсәһе машина яллап килеп алды. 

* * *
Көҙгә мәктәптә ғәҙәттәгесә уҡыуҙар башланды. Тик Айнур ғына туғыҙынсы класҡа бара алманы. Әсәһенең үтенесе буйынса уҡытыусылар өйгә килеп дәрес  бирә башланы. Ә атаһы күҙ алдында үҙгәрҙе, өндәшмәй-һөйләшмәй башын баҫып тик йөрөй. Берҙән-бер көндө бөтөнләй юҡ булды. «Улым, хәҙер атайыңдың яңы ғаиләһе бар, ул инде беҙҙеке түгел, – тигәйне әсәһе, күҙ йәштәрен йәшереп. – Шайтаны еңде атайыңды, араҡы ҡолона әйләндерҙе…» Быны  ишеткәс, әсәһенә күрһәтмәҫкә тырышып, шул зәһәр шайтанға, бар донъяға үпкәләп оҙаҡ иланы Айнур. Ниңә ул ағыуҙы маҡтай-маҡтай эсәләр икән? Башта  ипле генә һөйләшеп һин дә мин ултырған кеше күҙ алдында үҙгәрә, тора-бара яман итеп ҡылана башлай, әйтерһең, торғаны бер маймыл инде. Шул сир  уның аҡыллы, ғәйрәтле атаһын да бөктө. Әсәһе менән Айнурҙың уны яратыуы, ярҙам итергә, ҡотҡарырға тырышыуы ла еңә алманы бит. Атаһы уларҙы  ишетмәне лә, ишетергә теләмәне лә. Һәм берҙән-бер көндө, ҡыштың иң ҡаты һыуығында, атай кеше яҡты донъя менән хушлашты. 

«Үҙ-үҙенә ҡул һалған, үҙ йәнен үҙе ҡыйған», тинеләр уның үлеме хаҡында. Был ваҡиға Айнурҙың күңел төпкөлөндәге барлы-юҡлы ғына өмөт сатҡыһын көлгә әйләндергәндәй булды… 

* * * 

Оҙон ҡыш үтеп, ергә ҡояшлы, йылы яҙ килде. Урамдан йырлай-йырлай гөрләүектәр аҡты, өй алдындағы ағастарҙың бөрөләре шартлап асылды. Һау сағында Айнур быларҙы күрмәгән дә, тоймаған да шикелле. Әле килеп, тәҙрә аша күҙәтә торғас, әйләнә-тирәләге донъяның шул ҡәҙәре матур, йәмле һәм  йәнле икәнлеген күреп хайран ҡалды. Тик тормош хәҙер Айнурҙан айырым, бер яҡ ситтә дауам итә кеүек. Күңеле күпме ашҡынһа ла, буйы етмәй шул уның… 

Туғыҙынсы класты тамамлау тураһындағы таныҡлыҡты уҡытыусылар өйгә алып килеп тапшырҙы. Ул ҡатырға нимәгә Айнурға? Әллә артабан уҡый ала, әллә юҡ. Класташтары ҡалай бәхетле, кемеһелер мәктәпте тамамларға ниәтләй, ҡайһылары ҡалаға имтихан бирергә юлланды. Ана, Юлай ҙа техникумға инергә  уйлай. Их, атаһы тере булһа… Бәлки, быға тиклем инвалид коляскаһы алырҙар ине, исмаһам. 

«Коляска ла булыр, аяғыңа ла баҫырһың, балаҡайым, тик өмөттө һүндерергә ярамай», – тип әсәһе уны гел йыуатырға тырыша. Сибек кенә әсәһе шул тиклем сабырлыҡты, көстө ҡайҙан алалыр. Шундай матур, яғымлы итеп һөйләшә, бер ҡасан да ауырлыҡҡа зарлана белмәй бит ул. 

«Кешенең һәр ваҡыт маҡсаты, хыялы булырға тейеш, өмөтһөҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош ул», – ти әсәһе. Хыял тигәндәй, Айнур менән Юлай ҙа армияға бергә  китербеҙ, берәй мауыҡтырғыс һөнәргә эйә булып, илдәр, диңгеҙҙәр гиҙербеҙ, тип уйлай торғайнылар. Их, ул хыялдар, буш хыялдар… 

Атаһы, ана, араҡы ҡорбанына әйләнде, ғаиләһен яҙмыш ҡосағына ташланы. Юлайҙың Юлайы хәҙер йыш ҡына төндә урамда һыра һемереп йөрөй. «Рәхәт,  проблемалар онотола, бер ни уйламайһың», – ти. Юҡ, Айнурға ундай мәғәнәһеҙ, маҡсатһыҙ тормош кәрәкмәй. Әй, былай ултырыуынан да ни фәтүә?!  Ғөмүмән, артабан нисек йәшәргә, йәшәргәме, юҡмы… 

Бына – усында кескәй генә ялтыр төймәләр. Ваҡ ҡына бит әле, ә үҙҙәре ниндәй тылсымлы һәм мәкерле. Хатта үлем ҡеүәтенә эйә улар. Бер йотом араҡы ла  шулай. Кешене алйыта, алйотландыра, һәр төрлө аламалыҡҡа этәрә. Шулай ҙа кешеләр уны үҙ ирке менән эсә, ағыулана, үлә… Ул да бөгөн ошо ымһындырғыс  төймәләрҙе берәм-берәм йотасаҡ. Ҡурҡыныс, әммә... 

* * * 

Айнурҙың ҡарашы стенала элеүле торған гитараға күсте. Атаһының берҙән-бер иҫтәлеге… Көс-хәлгә ынтылып, бер ҡулына гитараны алды. Ҡалай һыуыҡ,  йәнһеҙ. «Онтайым, селпәрәмә итәм хәҙер. Унан үҙем дә… китәм… бөтөнләйгә…» Барлыҡ ғәйрәтен туплап, Айнур гитараны өҫкә күтәрҙе, карауат башына  бәрергә, һындырырға, ярырға, үс алырға теләне. Тап шул мәлдә тәҙрәлә, пәрҙә ябылмай ҡалған арауыҡта, баҙлап ниндәйҙер яҡтылыҡ күҙенә салынды.  Туҡта әле, кескәй кенә ут ярсығы берсә янып, берсә һүнеп уға әллә ниндәй ишаралар яһай түгелме? Аһ, йондоҙ икән дә. Икһеҙ-сикһеҙ киңлектән тороп Айнур менән шаяра, уйнай кеүек. Эйе шул, ана, йә йәшенеп юҡ була, йә ҡабат күренә лә, күҙ ҡыҫҡан һымаҡ емелдәй башлай. Айнурҙың күңеленә  йылыраҡ булып китте. Ҡалай матур йондоҙ. Нисек уны быға тиклем бер ҙә абайламаған? Айнур, берсә серле йондоҙға, берсә өнһөҙ-тынһыҙ гитараға, берсә  ҡулындағы шып-шыма, алһыу-һары дарыу төймәләренә ҡараны. Туҡта, әгәр ошо йәшерен уйын бойомға ашырһа, был шаян йондоҙҙо башҡаса күрмәйәсәк.  Иртәгә лә, бер ҡасан да. Әсәһен дә күрмәйәсәк. Иң яҡын кешеһенең наҙлы тауышын ишетмәҫ, ҡулдарының йылыһын тоймаҫ. Ә әсәһе унһыҙ нисек йәшәр? 

Япа-яңғыҙы ҡалайтыр... Төймәләр ҡапыл Айнурҙың усын көйҙөрөп алды. Үҙе лә һиҙмәҫтән, уларҙы иҙәнгә һибеп ебәрҙе. Төймәләрҙең төрлө яҡҡа таралып,  вайымһыҙ бейешкәндәре ишетелде. Айнур атаһының ҡомартҡыһын һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫты ла, таныш моңдо хәтерләп, һиҫкәнеп китте. Бармаҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре гитара ҡылдарын барларға кереште. 

Күрше ауылда Йәшәйҙер бер ҡыҙ. Исеме уның… 

Ҡарасы, атаһының йыры. Онотолмаған. Атаһының мыҡты һыны, йылмайыуы күҙ алдына килеп баҫты, күкрәктән сыҡҡан йомшаҡ тауышы ишетелгәндәй  булды. Юҡ, былай булғас, Айнур яңғыҙ түгел – әсәһе бар, атаһының йырҙары бар, йыһан киңлегендә уның күңел күген яҡтыртырға тырышҡан йондоҙ-дуҫы  бар. Эйе, Айнур яңғыҙ түгел. Тимәк, бирешмәҫкә, йәшәү өсөн көрәшергә тейеш ул. 

* * *
…Ап-аҡ күлдәкле, зифа буйлы ҡыҙ сәхнә уртаһында күбәләктәй осоп-талпынып бейей. Үҙе ҡояш кеүек балҡый, бит остары алһыуланған. Шундай килешле итеп баҫа, әйтерһең, ябай ауыл сәхнәһендә түгел, ә йөҙҙәрсә уттар яҡтыртҡан затлы һарайҙа сығыш яһай. Бына ҡыҙ бейеп бөттө, ҡупшы итеп баш  эйҙе һәм:

«Ә хәҙер сәхнә түренә йәш йырсы, ауылдашыбыҙ Айнурҙы саҡырам, ҡаршылағыҙ!» -- тип йылмайҙы. Бәй, класташы Айһылыу ҙа баһа. Улар бит бер партала  ултырып уҡыны. Күҙ ҡамашырлыҡ һылыу, уңған, изге күңелле ҡыҙ ул Айһылыу. Ҡойоп ҡуйған сәнғәт кешеһе. Һиҙҙермәй генә күҙ һалып, һоҡланып ҡарай уға  Айнур. Әле ошо әкиәттәгеләй матур ҡыҙ Айнурҙы сәхнәгә саҡырып йылмайып тора. «Бөтә оҫталыҡты һалып, йырҙы еренә еткереп башҡарырға кәрәк. Гитара  ла һынатмаҫҡа тейеш...». 

Залға талғын, моңло көй ағыла. Тып-тын ҡалып, аһәңләнеп тыңлаусыларҙың күҙҙәрендә хуплау, һоҡланыу сағыла. Был тойғо күңелгә дәрт, илһам бирә, йәшәү көсө өҫтәй. Йөрәк «Мин йәшәйем, мин бар донъяла!» тип ярһып тибә… 

* * * 

Татлы төш тәьҫирендә иҙерәп, йөҙөндә йылы, йомшаҡ нур уйнауын тойоп уянды Айнур. Һиҙмәгән дә, әсәһе ҡайтып, пәрҙәләрҙе асып ебәргән, бүлмәгә ергә  яңы көн бүләк иткән ҡояштың сихри яҡтылығы тулған. Ә өйгә донъялағы иң-иң тәмле, әсәһе ҡойған ҡоймаҡтың хуш еҫе таралған. Хәҙер икәүләп һөйләшә-һөйләшә сәй эсерҙәр. Юлай килһә ярар ине. Бәлки, Айһылыу ҙа инеп сығыр. Айнур уларға гитарала көй сығара башлауын әйтер, уйнап та күрһәтер. 

Уның уянғанын һиҙепме, ишектә әсәһе күренде. 

– Улым, һөйөнсө! Баш ҡалалағы клиникаға йүнәлтмә килтерҙеләр. Йыйына башлайыҡ, оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. Ауыл башлығы, уҡытыусылар ярҙам итергә әҙер. –  Әсәһе ҡыуанысынан Айнурҙың арҡаһынан ихлас яратып алды. 

«Яҡшы төш – изге хәбәргә ул», – ти торғайны өләсәһе. Ысын икән. Ана ниндәй шәп хәбәр алып ҡайтҡан әсәһе. «Әсәкәйем, рәхмәт һиңә, рәхмәт сабырлығың өсөн…» 

Айнур иңенә ҡанат үҫкәндәй талпынып ҡуйҙы, ҡайҙалыр күңел төпкөлөндә баҙнатһыҙ ғына булып моң ярала башлауын тойҙо. Кисәге болоҡһоуҙары иһә,  таңдағы томан һымаҡ, таралып та бөттө. 

Лилиә Ғәниева. 

Баймаҡ ҡалаһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: