Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
17 Май 2022, 14:33

Бүләктәр хужаларын көтә

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Бына, ниһайәт конкурсанттарҙы бүләкләргә ваҡыт етте. Һеҙ һүрәттә күргән бүләктәр "Яҙғы баҡсам" конкурсында тәүге өс урынды алған баҡсасыларҙы көтә лә инде. Бынан тыш, вәғәҙәбеҙҙе тотоп, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла электрон Грамоталар әҙерләнек. Уны сайттан инеп, үҙегеҙгә күсереп алырға мөмкин. 

Бүләктәр хужаларын көтә
Бүләктәр хужаларын көтә

Шулай итеп, 1-се урын Бөрйән районының Яуымбай ауылынан Исмаковтар ғаиләһенә һәм Иҫәнбәт ауылынан Нәзирә Һөйөндөковаға бирелә.

2-се урынға Ниғәмәттән Зифа Мусина сыҡты.
3-сө урынға Үрге Иҙрис ауылы килене Әлфиә Уразаева-Үтәғолова лайыҡ булды.
Ҡотлайбыҙ! Афарин!
Һәр ваҡыт беҙҙең конкурстарҙа шулай әүҙем ҡатнашып тороғоҙ.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: