Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
14 Май 2022, 13:59

Әкрәм Ҡәйепҡолов

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Әкрәм Ҡәйепҡоловтың сираттағы шиғырҙарын ҡабул итегеҙ. 

Әкрәм Ҡәйепҡолов
Әкрәм Ҡәйепҡолов

КИЛДЕ ИШӘК

Йүгәнемде сыңғылдаттым,

Ҡараманы ябаға.

Күңелемде шомландырып

Ухылданы ябалаҡ

Дүрт офоҡта ҡара болот

Күңелем түгел тыныс.

Тимерсенең ҡул ҡырҡылған

Кем сүкер булат ҡылыс.

Аҡбуҙат һарайҙа бикле

Һатырға әҙерләйҙәр.

Ҡотҡарырға уйлағанды

Ошаҡлап эҙәрләйҙәр.

Тағы һелктем йүгәнемде

Юрғалап килде ишәк.

Кәрәкмәйһең, һинекеләр

Илемдә китте ишәп.

***

ҺАЙЛАНМАЙ БУЛМАЙ

Атымды алышынмамын

Тәрән кисеү кискәндә .

Тунды сисеп күлдәк кеймәм

Ел үҙгәреп иҫкәндә.

Баш эймәнем, эймәҫмен дә

Иҫәр кейгән кәпәскә.

Ҡушылмаҫмын, таң атты тип

Кис ҡысҡырған әтәскә.

Ҡулым болғап ҡалам көҙөн

Илап киткән ҡоштарға.

Рәхмәт әйтәм, буран менән

Һынап торған ҡыштарға.

Яҙ көндәре минең өсөн,

Шатлыҡ менән болоҡһоу.

Морон төрткән умырзыя

Ниңә икән ныҡ моңһоу?

Ынтылып та ҡуям күктә

Осоп барған торнаға.

Маңлайҙағы шеш уңалмай

Баҫҡас бер үк тырмаға.

Матур ҡоштар йырын тыңлап

Күп йөрөгәс туғайҙа.

Иғтибарҙы әҙ бүлгәнмен

Янымдағы турғайға,

Ымһынмайса йәшәп тә һуң

Булмайҙа

Ә. Ҡәйепҡолов

ТӨШӨРМӘГЕҘ ИҪКӘ

Китегеҙ, тип килгәс аҡ ҡыштар,
Йылы яҡҡа осто аҡҡоштар.
Күктә ишетелә һорнайҙар,
-Һау булығыҙ! Китә торналар.
Аҡлыҡ-паҡлыҡ килә аҡ ҡышта,
Кәфенлек тә була аҡ төҫтә.
Күп дуҫтарҙы йыуып ураным,
Төшөрмәгеҙ әле, ах, иҫкә,
Улар янға килә тик төштә.


КИЛЕГЕҘ


Ирәндек арҡа һөйәге,
Талҡаҫ күле йөрәге.
Баймаҡ яҡтарына килеп
Матурлығын күр әле
Ныҡлап баҫһаң зыңлап китә
Алтын, көмөш, баҡыры.
Был ерҙәрҙе АЛЛАҺ беҙгә
Һайлап биргән ахыры.
Төйәләҫ менән Таналыҡ
Уралтау улы Һаҡмар.
Башҡаларға өлөшләтә
Беҙҙә бөтәһе лә бар,
Килегеҙ беҙгә ҡунаҡҡа
Күңелебеҙ түгел тар.


ОЛОР САҒЫМ


Ҡайтһа ине йәшлек, тиҙәр
Миңә кире кәрәкмәй.
Ташта ла саң туҙҙырғайным,
Күптәргә был эләкмәй.
Бүре булып олор сағым,
Яңғыҙлыҡтан түгел дә.
Урал башҡортһоҙ ҡалырмы?
Ауыр уй бар күңелдә.
Ә. Кәйепҡолов 

Әйтмәгеҙсе яуға китеп
Ғәйеп булды, тиеп бахырҙар.
Хәбәрһеҙҙәр, тигән бәгерһеҙҙер,
Халыҡ иҫләй һеҙҙе батырҙар
,,Шәһит булғандарҙы онотмағыҙ"
Ололарҙан ҡалған аманат.
Һәләк булғандарҙың исемдәрен
Илгә алып ҡайтып Азамат
.Ил тарихын яҙҙы
Һирәк осрай андыҙ,
Бөркөттәр оса яңғыҙ.
Ерҙә ятҡан ташты мүк ала,
Күккә осҡандарҙан эҙ ҡала.
Ололарҙан алып аманат,
Ил тарихын яҙҙы Азамат

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: