Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
13 Май 2022, 11:54

Атайымдың иҫтәлеге

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  "Миләш" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Раушания Хазеева. 

Атайымдың иҫтәлеге
Атайымдың иҫтәлеге

Атайымдың иҫтәлеге –
Аҡ ҡайынлы ихата.
Һине тағы күрер өсөн
Ауыл тамырым тарта.

Бала сағым һиндә ҡалған,
Ҡайындар араһында.
Тыуған йорттоң еҫе дауа
Күңелем яраһына.

Һыйпап үтәм бөҙрәгеҙҙән,
Елдәр сер сисеп ҡала.
Иртәнге ысыҡ- һағышым
Сикәләремдән тама.

Йөрәк йылыһына төрөп
Үҫтерҙе һеҙҙе атай.
“ Киҫә күрмәгеҙ берүк”, -тип,
Рухы һаман ҡабатлай.

Ҡайын – ҡайғы тимәгеҙсе,
Бәхет килтерә улар.
Изгелек ҡылған һәр кемгә
Ырыҫлы тормош юрар.

Был донъялар фани ғына,
Беҙгә лә сират етер.
Аҡ ҡайындарға уралып
Ғүмер йомғағым бөтөр.

Беҙ тапаған һуҡмаҡтарҙан
Ейәндәр атлап үтер.
Аҡ ҡайынлы аҡ урамым –
Үткәнгә илтер күпер.

***

Туҡ-туҡ...туҡ-туҡ...йөрәгемдә
Остоҡ һөйөү бөрө тиртә.
Әсәйемдән алған наҙҙы
Ҡыҙҙарыма бүләк итәм.

Әсәм биргән сабыр-түҙем
Ғаиләмде көслө итә.
Рух байлығым – туған телем,
Ҙур тормошта күсле итә.

Ғүмер ебен һүреп беҙгә
Бәйләгәндә тормош юлын,
Күҙ нурҙарың бөтмәнеме,
Талманымы икән ҡулың?!

Бәйләмеңдең һәр күҙенә
Йылы хистән нағыш һалаң.
Йомғағыңды һүткән һайын
Күңелемде һағыш ала.

Инде үҙем дүрт ҡыҙыма
Һүргән саҡта нәҫел ебен,
Әсәйемә рәхмәт хисе
Нурлап тора күңел күгем.

Атлар аҙымдарым ныҡлы,
Байлыҡ-муллыҡ өҫтәлемдә,
Әсәйемдең наҙы һеңгән
Тормош-бәйләм өҫтәремдә .

***

Ҡарап торам, йәнһеҙ тәҙрә аша,
Һил ҡаланың һоро йорттарына.
Ғәмһеҙ генә машиналар үтә,
Күҙ эйәрмәй нурһыҙ уттарына.

Ҡабаланып үтә өйкөм халыҡ,
Кемдер эшкә, кемдер өйөнә.
Йөҙҙәрендә донъя мәшәҡәте,
Мейеһендә уйҙар төйөнө.

Юҡ йылмайыу, хәл - әхүәл белеш,
Һәр кемендә төрлө уй - хәстәр.
Йәнһеҙ кеүек тормош ҡалаларҙа,
Хатта көлөшмәй әллә йәштәр?!

Ҡабырсаҡтай йорттарға бикләнеп
Һәр кем ҡайнай үҙ ҡаҙанында.
Интернеттың сикһеҙ даръяһына
Сума аҙаҡ, көн аҙағында.

Ә ауылда барса донъя йәнле,
Ҡапҡа төбөндәге инәйҙәр,
Шаярышып сапҡан бала - саға
Йөрәгемә дауа имләйҙәр.

Һыу буйында ҡаҙҙар ҡаңғылдаша,
Мөңрәп ҡайта малдар көтөүҙән.
" Һаумыһығыҙ " , - тиеп йылмаялар
Күрше - күлән, юлдан үтеүгә.

Сут - сут килгән ҡоштар тауышына
Ҡушылалар таңғы әтәстәр.
Һары йомғаҡ булып йүгерешкән
Бәпкәләр ҙә ҡалай йәтештәр.

Сыр - сыу тормош, татлы мәшәҡәттәр,
Ҡояшы ла яҡты, киң күге.
Ҡалаларҙа заман шауы булһа,
Ауылдарым - ерҙең кендеге.

***

Ҙур усына атайымдың
Йәшереп кескәй ҡулымды,
Йүгергеләп атлап барам,
Йомарт ай нурлай юлымды.

Онотма ауылыңды тип,
Атаҡайым тарих һөйләй.
Тыуған төйәк иң ғәзиз тип,
Эстән генә ниҙер көйләй.

Уның һөйләгәнен тыңлап,
Алған булам хатта көлөп.
Анау офоҡтар артында
Бүтән ер ҙә юҡтыр кеүек.

Бала саҡтың татлы мәле
Тороп ҡалһа ла йыраҡта,
Тыуған ергә булған һөйөү
Мәңгегә ҡалды йөрәктә.

Сал тарихлы Темәс ауылым -
Йәнгә ғәзиз тыуған яғым.
Һиндә ҡалды ғүмеремдең
Иң татлыһы - бала сағым.

Башҡортостан илем һине
Тәү баш ҡала итеп күргән,
Күпме шағир һиңә арнап
Шиғырҙарҙан таждар үргән.

Автономиялы ил тип,
Зәки Вәлиди Туған,
Һинең ерҙә, иң тәү тапҡыр,
Ҡултамғаһын шунда ҡуйған.

Муса Мортазин, Бабичтар
Иле өсөн ҡанын түккән.
Күпме етем, һин, Темәстең
Киң ҡосағын әсәй иткән.

Нисәмә ҡыҙыл һалдатың
Ҡуйыныңды ҡәбер иткән.
Аҡтар, ҡыҙылдар заманын
Темәс халҡы сабыр үткән.

Илдең иң зыялылары
Төп белемде һиндә алған,
Моң күңелле йырсыларың
Һинең көйҙө йырға һалған.

Тарих бите асылғанда
Иң тос фекер һинең хаҡта.
Эй Хоҙайым, ауылымды
Бәлә-ҡазаларҙан һаҡла!

...Атаҡайым тарих һөйләй,
Эстән генә ниҙер көйләй...
Бала саҡтың ошо мәле
Мәңге йөрәгемдән китмәй.

Йылы ғына бер моң булып
Тыуған яҡҡа алып ҡайта.
Темәсемә булған һөйөү
Ошо хәтирәлә ята.

***

Әлҽ гҽнә ҡояш көлә инҽ,
Һыуыҡ ямғыр һибәләй бөгөн.
Борсолоулы уйҙар ялмағанда
Болот япты күңҽлдҽң күгҽн.

Тәбиғәт тә илдәгҽ афәткә
Ауаздаштай быйылғы йылда,
Бҽрсә ямғыр, бҽрсә ҡар яуҙыра,
Ел-дауылын кинәт туҙҙыра.

Ыуыҙ япраҡ ҽҫҽн тойғо килә,
Ҡояш көҫәй тынғыһыҙ күңҽл.
Мин - тәбиғәт ҡыҙы, фатирҙарҙа
Биклҽ тороу - минҽкҽ түгҽл.

Устарыма алып ҽр йылыһын
Шытҡым килә нур-сәскә булып,
Йылы ҽлгә япраҡ ҽлпҽндҽрҽп,
Күңҽлҽмә сихри наҙ тулып.

Үтҽр әлҽ һалҡын ямғырҙар ҙа,
Юҡҡа сығыр зәхм
әт сирҙәр ҙә,
Шат йылмайып эшкә тотонорбоҙ
Бҽҙ тағы ла тыуған ҽрҙәрҙә.

Тик сабырлыҡ кәрәк һәммәбҽҙгә,
Тәбиғәткә ныҡлы иғтибар,
Яҡындарға йылы ҡараш, тҽрәк,
Күптәрҙҽң бит күңҽлдәрҽ тар.

Юғалды бит тҽрҽ аралашыу,
Яҡындарға ваҡыт самалы,
Күңҽлдәр ҙә һаранланып бара,
Йәшҽл йылан илдҽ ялманы.

Көнсөллөк күп, эскҽрһҽҙ һөйләшҽү
Ҡалып бара кҽүҽк тарихта,
Өмә итҽп күмәк эш эшләү ҙә
Онотолоп бара алыҫта.

Тик шулай ҙа әлҽ лә бар әлҽ
Дуҫым тиҽп ҡулын һуҙыусы,
Туғаным тип йылы һүҙҽ мҽнән,
Эшҽ мҽнән янда ҡалыусы.

Дингә ҡайта бик күп милләттәштәр,
Тҽл тип яна күпмҽ замандаш!
Улар тырышлығы - моңһоу көндә
Ҡояш сығыуына ауаздаш.

Яуһын әйҙә, илаҡ ямғыры ла,
Өшөттөрһөн шыҡһыҙ ҽлдәрҽ,
Тик тыныслыҡ булһын илҽбҽҙҙә,
Яҡты булһын килҽр көндәрҽ!


Раушания Хазеҽва - Әбсәләмова

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: