Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
12 Май 2022, 17:11

Яңы тыуған бер сабыйҙы

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Темәс мәктәбе уҡыусыһы Юлдаш Мусин.  Юлдаш беҙгә "Яңы тыуған бер сабыйҙы", "Башҡорт кеүек изге милләт", "Самауырҙы шаулатып", "Әминем" исемле шиғырҙарын ебәрҙе. 

Яңы тыуған бер сабыйҙы
Яңы тыуған бер сабыйҙы

             ***

Яңы тыуған бер сабыйҙы

Әсәһе тәүгә күрә. 

Алдағы тормошта уны 

Бәхет, шатлыҡтар көтә.

 

Тик бәхетте тартып ала 

Һуғыш тигән ҙур афат. 

Ҡәһәр һуҡһын ул тамуҡты, 

Өҫтөнә төшһөн ләғнәт. 

 

Хөкөмәткә уйын булһа, 

Башҡорт төшә ҡәбергә, 

Туҡтат Батша һуғыштарҙы, 

Ғүмерҙәр бит бер генә! 

 

Тартып алдың еребеҙҙе, 

Телебеҙҙе хур иттең, 

Китаптарҙы, шиғырҙарҙы, 

Тарихтарҙы юҡ иттең. 

 

Яңы тыуған шул сабыйҙар 

Йәшәһен үҙ ерендә. 

Әсәһенә «әсәй» тиеп 

Өндәшһен үҙ телендә. 

 

Йәшәһенсе шул сабыйҙар 

Тыуған ер ҡосағында, 

Төрөнһөнсе шул сабыйҙар 

Изгелек усағында... 

 

               *** 

 

Башҡорт кеүек изге милләт, 

Беҙҙең ерҙә бар микән. 

Сәскә төҫлө матур телдәр, 

Башҡорт hымаҡ бар микән. 

 

Ҡурай моңо, рухлы батыр, 

Тәмле татлы балдарың, 

Сибәр ҡыҙҙар, бейек тауҙар, 

Был бит- Башҡоростаным. 

 

Ҡыҙғанысы бер нәмәлә 

Башҡорт бара кәмергә. 

Кемдер тыуа, кемдер улә, 

Кемдер бата хәмергә. 

 

Кемдер гонахына батып, 

Үҙ-үҙена ҡул һала. 

Шул ағыуҙың арҡаһында, 

Минең халҡым ҡырыла. 

 

Һин дә Башҡорт, мин дә Башҡорт 

Изге динле халыҡбыҙ, 

Шул һүҙемде ҡабул итһәң 

Йәшәр ине даныбыҙ. 

 

Йә дуҫҡайым, уйна ҡурай, 

Хәмер түгел, эс ҡымыҙ! 

Башҡорт рухы тере ҡалыр, 

Йәшәр беҙҙең халҡыбыҙ!  

 

              *** 

 

Самауырҙы шаулатып, 

Сәй эсәбеҙ бергәләп. 

Урындыҡҡа ултырып, 

Биш норманы тултырып. 

 

Ете тирҙе сығарып, 

Үҙебеҙсә серләшеп, 

Көләмәстәр һөйләшеп, 

Ултырабыҙ көлөшөп. 

 

Их, күңелле йәй көнө, 

Өләсәйҙә ҡунаҡта. 

Дуҫтар, һеҙ ҙә килегеҙ 

Беҙҙең яҡҡа ҡунаҡҡа. 

 

              *** 

Әминем 

 

Китеп барам урамдан мин, 

Тып-тып баҫып аяҡты. 

Ҡояш апай йылмайып, 

Нурлай минең юлымды. 

 

Күршегә "һаумы" тиһәм 

Миңә лә һаулыҡ теләй, 

Шундай матур ауылда 

Яҡшы кешеләр йәшәй 

Эй Әминем-таш ауыл, 

Һине мәңге ташламам. 

Туғандарҙы, әсәйҙе, 

Дуҫтармды ҡалдырмам! 

Юлдаш Мусин, 

Темәс мәктәбе уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: