Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Май 2022, 15:26

Һуғыш ярып үтте йөрәкте. Поэма

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Ниғәмәт ауылынан мәғариф ветераны Рәйсә Иҫәнбаева.  Рәйсә апайҙың поэмаһын сайттан уҡығыҙ. 

Һуғыш ярып үтте йөрәкте. Поэма
Һуғыш ярып үтте йөрәкте. Поэма

Рәйсә Иҫәнбаева

Һуғыш ярып үтте йөрәкте

Поэма

( 80 йыл элек Хөкүмәт ҡарары менән Илеш районынан Баймаҡ районына күсерелгән 42 ғаиләгә арнайым)

Тәмле һыулы тыуған ерҙән,
Елеккә май йыйған ерҙән,
Аунап үҫкән бәпк(ә) үләндән
Айрылдығыҙ ҡай миҙгелдән.
Хөкүмәттең был фарманы-
Райондарҙы ныҡ күтәреү
Илеш патриоттары
Ошо эшкә күтәрелде.
Уңдырышлы Баймаҡ ере
Эшсәндәрҙе ҡабул итһен.
Ожмах кеүек ошо ерҙе
Игенселәр иле итһен.
40-лап ғаилә Баймаҡ ерен
Үҫтерергә сыҡты юлға
Фарман үтәп ҡайтығыҙ, тип,
Сыҡты район оҙатырға.
Һуғыш еле етте ҡыуып,
Сапҡын булып юлдан елеп:
"Боролоғоҙ, райондаштар
Гитлер һуғыш башланы бит!"
Ошо фарман, ошо оран
80 йыллап аңығыҙға
Һағыш моңо булып инеп
Йөрәктәрҙе ҡанһырата...

Йөрәктәрҙе ҡанһырата.
Ҡайтманығыҙ? Аптырата.

Һуғыш һеҙҙе йөрөттөмө,
Дәүләт шулай хәл иттеме,
Йөрөнөгөҙ 80 йыллап.,
Сит ерҙе үҙ иттегеҙме?..
Ҡолаҡтарҙа һаман сыңлай
Туғандарҙың һағыш йыры.
Күңелдәрҙә ул йыр тынмай,
Һуғыш йыры булып сыңлай:
"Урам ҡапҡаһын сыҡҡас та,
Уңға ҡайырылғас та,
Эй туғандар онотмағыҙ,
Беҙҙән айырылғас та"
Шулай йырлап оҙаттылар
Йөрәктәрҙә шул йыр сыңлай,
Күңелдәрҙәге һағыштар
Үкһеп китеп, ярһып зыңлай.
"Беҙ ҡайтырбыҙ!",- тигәйнегеҙ.
Ҡайтманығыҙ 80 йыл бит.
Илап ҡалған ҡан туғандар
Мәңгелеккә бөттө китеп.

Һуғыш ярҙы туғандарҙы
Баймаҡ менән Илештәргә..
Һағыш булып ул ултырҙы
Илешлеләр йөрәгенә.
Теге йырҙар гел йөрәктә,
Тик һүҙҙәре икенсерәк.
"Ҡайталманыҡ бер нисек тә,
Ситтә ҡалдыҡ. Ситенерәк."
Һуғыш ярған был йөрәкте
Һуғыш- һағыш булып йәшәй.
Һуғыш ярған был йөрәкте,
Был һағышта нәфрәт йәшнәй."
Мырҙаханов- тимерсенең
Ҡоралдары дошманына
Ҡурҡыу ҡатыш уттар сәсеп,
Ниместәрҙең ҡотон ала.
Әсәйҙәрең, апайҙарҙың
Көмөштәре танктар ала.
Һәр бер ҡорал дошманының
Йөрәгенә ҡурҡыу һала.
Баймаҡлы илештәр шулай
Ирек яулай Ватанына.
Ә уларҙы туғандары,
Илештә көтә һаман да.
Ҡан түгәләр, яугир ауа
Иленә азатлыҡ яулап
Өләсәйҙәр көттө илап,
Әсәйҙәр ҙә көттө һыҡтап,
Көттөләр хатта балалар,
Ышанмайса ҡара хатҡа.
Ҡара ҡағыҙ ҡулдарында
Стахановсы ҡыҙҙарында,
Ҡара ҡағыҙ йәшерелгән
Бик күптәрҙең баҙҙарында.
Ҡара ҡағыҙ йәшерелгән
Күрһәтмәҫкә тик яңынан.

Шәрифйән ҡарт мейес һала,
Һәр бер өйҙә йырлай- йырлай.
Хәнифйәнен йырҙарына
Һағыш моңо менән уйлай.:
"Ун етене саҡ тултырҙың,
Һуғыш күрер саҡ инеме.
Һине һөйөп тә туйманым,
Һуғыш алды йәнгенәңде"
Мейессе ҡарт шулай йырлай,
Күҙҙәренән йәше тама.
Өй хужаһы тик аңламай,
Хәнифйәне тере - бында.
Эйе, тере Хәнифйәне,
Ул бит уның тик ейәне.
Оло улы Хәнифйәне
Иле өсөн йәнен бирҙе.
Барын күрҙе, китһәң һанап
Баймаҡ ерендә илештәр:
Һағындылар, һарғайҙылар,
Тик ҡайтмаҫҡа килештеләр.

Төшкә инә тыуған ерҙәр,
Әсәй булып,туған булып.
Ҡайтығыҙ, ти, тыуған ергә,
Аҙ булһа ла ҡунаҡ булып.
Ҡайтманығыҙ,һеҙ Баймаҡтан,
Көттөгөҙ һуғышҡа киткән
Яугирҙәрҙән изге хаттар.
Киттеләр бит ошо ерҙән.
Хат ташыусы улар өсөн,
Бер шатлыҡлы хат килтермәй.
Ленинградты һаҡлар өсөн
Акмалетдин йәнен биргән.
Ҡорал эшләү заводында
Зәғифләнгән Нәжми ҡарт та.
Башын һалған Хәйбрахман да,
Сталинград ҡалалаһында.

Тағы ниҙәр күрерһегеҙ,
Үҙегеҙ ҙә белмәйһегеҙ.

Ҡара хәбәр өй теүәлләп,
Хәл һорамай ингән саҡта,
Хат ташыусы бик күптәрен
Йәлләп күҙенә йәш ала.
Сит ерҙәрҙә ситенерәк,
Кемгә генә һағыш баҫаң.
Һәр кемдең дә өҫтөнөрәк
Үҙ ҡайғыһы уныҡынан.
Һуғыш үтә һарауһыҙ шул,
Һорап тормай мөмкинлек тә.
Кемгә ҡағыҙ тултырылған
Еткерергә тик мәлендә.
Һәр ғаиләлә һағыш булып
Фотолары ҙурайтылған.
Әйтерһең дә хәтер булып
Иҫкәртә ул был турала.
4 йыл буйы ут эсендә
Утҡа ғына тик ҡойонған
Фәтхелбаян шул мәхшәрҙә
Нисек кенә тере ҡалған.
Ҡайтманылар бик күптәре,
Атай, ағай был һуғыштан.
Күҙ йәшенән бик күптәре
Һуҡыр ҡалған был һағыштан

Ун дүрт йәштә тракторға
Ултырҙы Кәшифә апай,
Рәшиҙә апай, Әнисә апай,
Хәтер уларҙы ла байҡай.
Ҡулдар боҙ булып туңған,
Быйма итеккә әйләнгән,
Күңел әрнеп янғанында-
Ул да нәфрәткә бәйләнгән.
Улар инде күптән юҡтар,
Балалары тормош даулай.
Атҡаҙанған инженермы,
Төҙөүсеме,хәбәрсеме,
Һатыусымы,уҡытыусымы,-
Барыһы бар, барыһы дан.
Кемдер тегә,кемдер төҙә,
Кемдер кеше һаулығының
Ныҡлығы өсөн көсөн түгә.
Кемдер әле тик ябайҙан
Профессорға күтәрелгән,
Атҡаҙанған хәбәрсеме-
Бары Баймаҡ ерҙәренән
Дәүләт фарманын үтәп
Халҡына тик хеҙмәт иткән.
Һәр беренең йөрәгендә
Һағыш булып һуғыш йәшәй.

Һуғыш ярҙы йөрәктәрен
Атайҙарҙың әсәйҙәрҙең,
Һаман һыҙлай. Әрнеүҙәрен
Балалары иңдә йөкмәй.
Һуғыш һаман дауам итә
Баларҙың йөрәгендә:
"Тыуған яҡҡа ҡайтҡы килә,
Һуғыш ҡына булды бәлә.
Ҡайтыр инек, атаң ҡайтыр,
Тапмай беҙҙе ул ҡаңғырыр"
Көткәндәргә һаман бара
80 йыллап ошо һуғыш,
Тыуған ерҙән айырған да,
Ошо һуғыш- нәфрәт, ҡарғыш.
Ҡайтырҙар ҙа ине улар,
Аймылыш булып ҡуйырҙар.
Киткәндәр ҡайтыр ҙа яуҙан
Улар юҡҡа ҡайғырырҙар.
Хаттар юлда оҙаҡ йөрөй,
Эйәһенә етә алмай.
Яуҙан ҡайтҡан яугир көйөр
Ғаиләһенә тап булалмай.

Һуғыш һаман дауам итә.
Гел яңыртып хәтерҙәрен.
Уф, тип уфтаныуҙар иҙә
Шул афәтте күргәндәрҙең
Һуғыш ярҙы был йөрәкте,
Егерме икенсе июндә.
80 йыллап теткеләнде,
Теткеләнде был йәндәрҙә.
Һуғыш- һағыш, әсе яҙмыш-
Барыһын дә күтәрҙегеҙ
Тыуған ил именлеге өсөн.
Барыһын да үткәрҙегеҙ.
Асыҡтығыҙ, ә барыбер
Ас түгелбеҙ, ти инегеҙ.
Өшөнөгөҙ, тик барыбер-
Йылы тип, хат ебәрҙегеҙ.
Икенсе ул тормош тылда,
"Бөтәһе лә фронт өсөн!"
Ошо ғына уй баштарҙа-
Иртәһен дә һәм кистәрен.
Күрмәнегеҙ һеҙ пуляның
Һалдат йәнен алған сағын.
Күрмәнегеҙ яугирҙәрҙең
Яу ҡырында ауғандарын.
Ә шулай ҙа һеҙҙең йөрәк
Теткеләнде был һуғыштан.
Йөрәктәрҙә һаман көйрәй,
Һуғыш уты был һағыштан.
Килер быуын был ҡайғыны
Күрмәһен дә белмәһен дә.
Тыуған ерҙән айырлғанды
Тоймаһын да үҙ иңендә.
Күрмәһен дә, тоймаһын да.
Ғүмер юлын үткәнендә.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: