Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
6 Май 2022, 15:46

Атай

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева. 

Атай
Атай

Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева

Атай 

Нисәнсе көҙ баҫып торам,
Атай яныңда.
Таҡташтан исем уҡып.
Йәштәр атыла.
Күңел менән аңлап торам-
Тормош бит ул.
Ә йөрәктә шул бер яра
Нишләп һуң ул?...
Нисә миҙгел хәҙер инде
Үтә һинһеҙ.
Һин күрмәгән асыш күпме...
Ваҡиға... Хәл...
Шул саҡ ҡапыл иҫә елдәр,
Япраҡ оса.
Ҡәберҙәге кипкән үлән
Башын һелкә.
Эйе, ишеткән һәм күргән
Һүҙһеҙ генә.
Бойоҡма һин бик тә,ҡыҙым,
"Һинһеҙ" тимә....
...Һаман көтәм, ҡапҡа асып,
Атай ҡайтыр.
Әкрен генә асып ҙурын,
Ҡыуыр атын.
Маҡтап,һөйөп туғарыр ҙа,
Өйгә килер.
...Өҫкө тупһаға менеп кенә
Итек сисер
Шунда торған сөйгә генә
Кейем элер.
Яйлап ҡына өйгә инеп
Ҡулын йыуыр.
Шул саҡ әсәй сәй ултыртыр-
Өҫтәл әҙер.
Бергәләшеп сәй эсербеҙ,
Сер сиселер...
Беҙ өйрәндек инде хәҙер
Һинһеҙ йәшәп.
Донъя көтөп, бесән эшләп,
Өй бөтәйтеп.
Күңел менән аңлап торам:
Һинһеҙ тормош.
Ә йөрәгем һаман илай,
Ышанмайым...
Шулмы яҙмыш?!...
Шулмы яҙмыш?!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: