Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Май 2022, 18:30

Өй эсебеҙ бушап ҡалды

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Фәнис Бәҙретдинов хикәйәнән тыш шиғырҙар ҙа ижад итә. Әйҙәгеҙ, атаһына арналған шиғыры менән танышайыҡ. 

Өй эсебеҙ бушап ҡалды
Өй эсебеҙ бушап ҡалды

Өй эсебеҙ бушап ҡалды,

Атайым эшкә китте. 

Әсәйем менән икәүләшеп 

Эшләйбеҙ барлыҡ эште. 

Бөтәһенә өлгөрә бит,

Эшкә бик шәп әсәйем.

Эштән кеше үлмәй ул тип, 

Өйрәтә өләсәйем. 

Эш эшләйбеҙ тирләп-бешеп, 

Эшләгәндә сир ҡаса. 

Анау зәхмәт тигәне лә 

Әсе тирҙән сирҡана. 

Эш көндәре үтеп бара,

Атайым ҡайтып төшөр. 

Тырышып донъя көтәбеҙ, 

Хәлдәр аллаға шөкөр! 

Фәнис Бәҙретдинов, 

Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.  

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: