Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Май 2022, 15:10

Әҙилә Мырҙағәлина

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  ҡаланың 4-се лицейы уҡыусыһы Әҙилә Мырҙағәлина. 

Әҙилә Мырҙағәлина
Әҙилә Мырҙағәлина

Әҙилә Мырҙағәлина. 

Тыуған ер 
Күп ваҡытта, нимә тыуған ер, тип, 

Һорап ҡуя минән кешеләр. 

Кескә генә йөрәгемдә минең 

Тыуа ғәжәп итер бер хистәр. 

Тыуған ер ул -- баҫып торған ерем, 

Атай төҙөп биргән был өйөм. 

Һәм һуҡмағым - урам юлға илтер, 

Яҙмышымда башлар сәфәрем. 

Төрлө ерҙә төрлө юлдар үтеп, 

Мин ҡайтамын тыуған йортома. 

Сөнки мине тартып тора ул гел, 

Атай сыға минең ҡаршыма. 

Тыуған ер ул атай-әсәйемдең 

Туғандарымдың йәшәгән ере. 

Ошо инде беҙ һаҡлар еребеҙ, 

Кеше иткән бит ул гел беҙҙе. 

Тыуған ер - эскән һыу, һулар һауа, 

Көн дә имен атҡан таңдар ҙа. 

Ошо ерҙе беҙгә батырҙар ҙа 

Ҡалдырҙы аманат-һаҡларға. 

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: