Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
5 Май 2022, 16:43

Ауыл ерендә эш күп инде

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы Фәнис Бәҙретдинов. 

Ауыл ерендә эш күп инде
Ауыл ерендә эш күп инде

Ауыл ерендә эш күп инде. Көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Көндәр ҡыҫҡарҙы, тиҙ генә ҡараңғы төшә.

Быйыл көтөүҙе бер кемдә алырға теләмәне. Шуға көн һайын малдарҙы ҡыуып сығарабыҙ, үҙебеҙ теүәлләйбеҙ. Бөгөн күпме генә эҙләһәк тә һыйырҙарҙы тапмай ҡайттыҡ. Киске сәйҙе күңелһеҙ генә ултырып эстек.

- Һыйлы көнөң һыйыр ҙа, - ти бит әсәйем.

Мин өҫтәлдәге ризыҡтарға күҙ һалам. Ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек, сөсө ҡорот, һөҙмә, ҡоймаҡ... Бөтәһелә һыйыр ағынан әҙерләнгән. Бөгөн нишләптер был ризыҡтарҙы ашағым килмәне.

Һыйырҙар ҡайтмағас миңә бик күңелһеҙ ине. Иртәгеһенә әсәйем эшкә барып ҡайтҡас, малдарҙы эҙләргә сығып киттек. Бик оҙаҡ эҙләгәндән һуң беҙ малдарҙың өҫтөнә генә барып сыҡтыҡ. Бөтәһелә теүәл ине. Ныҡ ҡыуандым инде. Һыйырҙар ғәфү үтенгән кеүек мине һырып алдылар. Мөзөлдәшеп ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалдылар.

Көҙгө урман бик матур. Малдарҙы ҡыуып, әсәйем менән күңелле генә һөйләшеп өйгә ҡайтып индек. 

Фәнис Бәҙретдинов, 

Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: