Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2022, 10:23

Ялҡауҙың егәрлегә әйләнгәне. Хикәйә

#Һаҡмар_конкурс#ТажетдиновконкурсыҠәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста балалар ижады айырым билдәләнәсәк. Был категориялағы сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Айгизә Латыпова.  Айзиләгә уңыштар теләйек! 

Ялҡауҙың егәрлегә әйләнгәне. Хикәйә
Ялҡауҙың егәрлегә әйләнгәне. Хикәйә

Матур ғаиләлә бер генә ул тәрбиәләнгән. Малайҙың исеме – Ғәзиз булған. Атаһы менән әсәһе көн оҙоно эштә бил бөккәндәр, ҡайтҡас, йорт мәшәҡәттәренән бушай алмағандар, ә малай бер үҙе көн үткәргән. Көн оҙоно ул телефонда уйнап тик ултырған икән. Шулай үҙенең ялҡауланыуына ла иғтибар итмәй башлаған.

Бына бер көнө Ғәзизгә 18 йәш тә тулған, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле атаһы ла эштән киткән. Ғаиләгә көн итеү ауырға төшә башлаған, аҡсалары бөткән, күпләп бурысҡа ла инеп бөткәндәр. Сараһыҙҙың көнөнән егет эш эҙләй башлаған. Ләкин ҡулы бер ниндәй ҙә һөнәр белмәгәс, бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар икән. Интернеттан хеҙмәт урындары ҡарай башлаған. Унда үҙенә яраҡлы бер тәҡдим тапҡан: эксперимент үткәреү өсөн 70 көн буйына ҡыл да ҡыбырлатмай тик ятыуға бер кеше эҙләйҙәр икән. Ғәзиз был эшкә ҡыуана-ҡыуана риза булған. Һөйләшелгән урынға барып, эш шарттарына килешкәс, шул көндө үк айырым бүлмәлә егет көндәр буйы тип ята башлаған. Ашай ҙа ята, ятып, кире тора ла, тағын ашай икән. Көндәр бик оҙон һәм ялҡытҡыс тойола башлаған уға. Ләкин ни эшләһен, хеҙмәт килешеүе төҙөлгән инде.

Шулай мең бәлә менән Ғәзиз үҙенең 70 көнөн үткәреп, ҡулына мул ғына аҡса алып, ҡайтып төшә. Улдарын һағынып көткән ата-әсә барлыҡ бурыстарынан ҡотола. Уға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тырышалар. Ләкин ашап ҡына тик ятыуҙан ялҡҡан Ғәзиз ең һыҙғанып эшкә тотона. 18 йыл буйына өйрәнмәгән һөнәрҙәрҙе үҙләштерә, тырыша башлай. Күп тә үтмәй егәрле егетте оҙайлы эшкә саҡыралар. Яҡшы хеҙмәткәр булып, ата-әсәһен һөйөндөрөп, матур итеп эшләй, бәхетле ғаилә ҡора ул.

Айгизә Латыпова, 

Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: