Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2022, 12:40

Йәйге мажара

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Азамат Тажетдинов исемендәге конкурста балалар ижады айырым билдәләнәсәк. Был категориялағы сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Гүзәлиә Садыкова, Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.  Гүзәлиәгә уңыштар теләйек! 

Йәйге мажара
Йәйге мажара

Йәйге мажара

Әлиә йәйге каникулды һағынып көттө. Сөнки оҙайлы ялда ул ауылдағы өләсәһе менән олатаһы янына ҡайтасаҡ. Йәй буйы саф һауала рәхәтләнеп уйнап та, емеш-еләк йыйып та, өлкәндәргә баҡсала ярҙамлашып та өлгөрәсәк ул.

Бына көтөлгән көндәр етте. Әлиәнең килеүен олатаһы менән өләсәһе генә түгел, дуҫы Юлиә лә һағынып көтөп тора. Исемдәре оҡшаш булһа ла, бер-береһенә бөтөнләй оҡшамағандар, холоҡтары ла ҡапма-ҡаршы уларҙың. Әлиә – ҡап-ҡара сәсле, һоро күҙле, тыныс уйындарҙы үҙ итә, ә Юлиә – ҡапма-ҡаршыһы, һары сәсле, йәшел күҙле, һис кенә лә бер урында ултырып сыҙамаған, гел мажаралар эҙләгән ҡыҙ. Әле лә Әлиәнең килеүен ишетеп, ашҡынып килеп етте. Әхирәттәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, бергәләшеп урманға ла барып килделәр, һүрәт тә эшләнеләр, телефонда ла уйнап өлгөрҙөләр. Артабан нимә эшләргә? 

Ике әхирәт тышҡа сыҡты. Баҡса буйында үҫкән һап-һары бәпембәләрҙе йыйып, Әлиә таж үрергә тотондо. Юлиә генә тик ултырып сыҙаманы.

-Нимә эшләйһең ул?- тип һораны.

-Таж үрәм.

Юлиә йылмайып ебәрҙе.

-Ә беләһеңме уны нимә эшләтәбеҙ? Йүгән итәбеҙ ҙә быҙауҙы егәбеҙ?-тине әхирәтенә ҡарап.

-Нисек инде?- тип аптырап дуҫына төбәлде Әлиә.

-Әйҙә минең арттан.

Юлиә һарай яғына ҡарай йәһәтләп атланы ла, шул ыңғайы ҡоймаға үрмәләне.

-Ҡана, бир бында “йүгәнде”,- тип Әлиәнән һорап алды. – Ә һин минең эргәмә быҙауҙы ҡыу.

Ялан кәртәгә инеп, Әлиә Юлиә ултырған ҡойма буйына быҙауҙы ҡыуҙы. Малҡайҙың яҡынлашыуы менән сос ҡыҙ уның өҫтөнә һикереп, менеп тә ултырҙы. Көтөлмәгән хәлдән быҙау тегеләй-былай саба башланы, асыҡ ҡапҡанан урам яғына ҡарай сапты. Башта шат йылмайып ултырған Юлиә лә ҡурҡыуға төштө, Әлиә лә улар артынан йүгерҙе. Шулай ҡыуышҡанда Юлиә йомшаҡ үләнгә ҡолап ҡалды. Ярай әле бер ере лә йәрәхәтләнмәне. Өлкәндәр күрмәҫ борон әхирәттәр йәһәтләп ҡото осҡан быҙауҙы һарайға ҡыуып, бикләп ҡуйҙылар ҙа, шым ғына көлөшә-көлөшә урам тышына атланылар.

Гүзәлиә Садыкова, 

Өмөтбай мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: