Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
29 Апрель 2022, 14:45

Үрмәксенән күрмәксе тип

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Баймаҡтан Риана Вәлиева. 

Үрмәксенән күрмәксе тип
Үрмәксенән күрмәксе тип

Үрмәксенән күрмәксе тип

Отоп алмайыҡ әле.

Сит илдең кешеләре булып,

Ҡыланышмайыҡ әле.

Танып торған кешене 

Күрмәмеш булып үтеү, 

Байлығына ҡарап ҡына 

Хөрмәтләп ҡәҙер итеү...

Үҙ илебеҙҙе яманлап, 

Сит яҡҡа сығып китеү, 

Берәй ҡаза сыҡһа ғына

Зырылдап ҡайтып етеү; 

Таныған таныш кешене 

Күрмәмеш булып үтеү, 

Файҙаһына ҡарап ҡына 

Хөрмәтләп ҡәҙер итеү.

Элек илен ташлаһалар, 

Һатлыҡ йән булыр ине.

Хәҙер илен ташлаһалар, 

Уңышлыларға инә.

Ҡайһы кеше өйҙә әтәс, 

Тышта - себеш.

Туғанына - көндәш, 

Өйөндә - сирләш.

Кеше бер сынаяҡ сәйгә 

Һыҡмырланһа булыр бай, 

Күстәнәскә йәне сыҡһа, 

Ул - серегән бай!

Риана Вәлиева. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: