Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
12 Апреля 2022, 09:55

Илнара Аҡбулатова. Әсәйемә. Шиғырҙар.

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдиновконкурсы Азамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа ебәрелгән эштәр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.  . Баймаҡ ҡалаһынан Илнара Аҡбулатова. Илнара "Миләш" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Әлеге ваҡытта декрет ялында.

Илнара Аҡбулатова. Әсәйемә. Шиғырҙар.Илнара Аҡбулатова. Әсәйемә. Шиғырҙар.
Илнара Аҡбулатова. Әсәйемә. Шиғырҙар.

Илнара Аҡбулатова.

Әсәйемә.
Бәхетлеләр ҡотлай әсәләрен,
Теләк теләп, бирәләр бүләк.
Шул саҡтарҙа моңhоу булып китә,
Һыҙылып кына һыҙлай шул йөрәк.

Эх, әсәйем булhа ҡотлар инем
Бүләк алып, алма, хөрмәне.
Тик әсәйем генә был көндәрҙе ,
Ғәзиз ейәндәрен күрмәне.

Йылдар үткән hайын алыҫлаша,
Тоноҡлана бара йөҙҙәрен.
Хәҙер бары аят, доға аша
Әйтәм һиңә әйтер һүҙҙәрем .

Кәңәш бирер кешем булмағанға,
Уйламаҫтан ҡапыл абынам.
Ҡайғы, шатлығымды булешергэ,
Һағынғанда ҡайтып күрешергә,
Эх, әсәйем, hине һағынам.

30 ҙа ла, 40 та, 50 лә лә,
Балабыҙ шул әсәй янында.
Йышыраҡ ҡайтып хәлен белешегеҙ
Атай-әсәй иҫән сағында.

Сабыйыма.
Шат йылмайып көлөп тора
Бәләкәс кенә кеше.
Беҙҙең ниҙәр уйлағанда,
Һис кенә лә юҡ эше.

Ап-аҡ ҡына, йом(о) ро ғына,
Йомшаҡ ҡына бәләкәс.
Һикереп тора туп шикелле,
Үҙе шаян, көләкәс.

Аяҡ- ҡулын болғап ятып,
"Йүгереп китте" йүгерек.
Ҡыуанмай ни, янда йорей
Ике ағай йүгереп.

Бер ҡысҡырһам килеп етә,
Әсәйем һәм атайым.
Йә, булмаһа, уйын тамам
Мин йоҡларға ятайым.

Йоҡлай, матур төш күрәме,
Йылмайған була.
Ауырыма, бәхетле бул
Тик йылмай ғына!

Эй Хоҙайым, балаларым
Булһын бәхетле .
Бер нигә лә алмаштырмам
Ошо бәхетте.

3 тағаным ныҡлы булһын
Беҙгә ҙур терәк
Һаулыҡ , бәхет , тәүфиҡ бир тип
Теләйем теләк.

Әйтсе, һалдат...
"Нимә өсөн бирҙеләр миҙалды?
Ниндәй батырлыҡтар ҡылғайның?
Әйтсе, һалдат,әрме сафтарында
Ҡайһы тарафтарҙа булғайның?"

Өндәшмәне...өнһөҙ ҡалды һалдат.
Әйтерһең дә уйҙар буталды,
Әйтерһең дә теле тотлоҡто ла ,
Әйтерһең дә һүҙҙәр юғалды.

"Армияла хеҙмәт тә итмәгәс
Егет кеше егет буламы?
Һау - сәләмәт егет, әйтегеҙсе
Армиянан ҡасып ҡаламы?

Ҡайтырмын да, матур форма кейеп,
Ауыл урамынан үтермен.
Армиянан ҡасҡан егеттәрҙең
Танауҙарына бер сиртермен".

Селпәрәмә килде хыялдары...
Эләкте ул Чечня еренә.
Тыныс тормош, ауыл урамдары
Бары төштәрендә куренә.

Ҡаты булды ул көн бигерәк алыш,
Бер туҡтауһыҙ өҫкә ут яуҙы.
Аяҡтары ҡапыл сәнсеп һыҙлап,
Иҫен юйҙы, ергә ул ауҙы.

Цинк табутта ҡайтты күп һалдаттар,
Матур форма кейеп үтмәне.
Армиянан ҡайтҡан егеттәрҙең
Танауҙарына бер сиртмәне.

Матур форма кейеп ауылынан
Үтте һалдат ҡултыҡ таяҡта.
Күпме яра ҡалды күңелендә,
Ә бер яра ҡалды аяҡта.

"Нимә өсөн бирҙеләр миҙалды?
Ниндәй батырлыҡтар ҡылғайның?
Әйтсе, һалдат, әрме сафтарында
Ҡайһы тарафтарҙа булғайның?"

Өндәшмәне...өнһөҙ ҡалды һалдат
Әйтерһең дә уйҙар буталды,
Әйтерһең дә теле тотлоҡто ла,
Әйтерһең дә һүҙҙәр юғалды.


Һуғыш балаларына.
Имеш, улар ветеран түгелдәр,
Күрмәгәндәр улар һуғышты.
Кем улайһа, кескәй ҡулдар менән,
Еңеү килһен өсөн тырышты?!

Иген игеп, һабан һөрөп улар,
Утын ҡырҡты улар ҡыштарын.
Хәсрәт- һағыштарын эскэ йотоп,
Өрөп ыуып туңған устарын.

Ҡурсаҡ уйнап ҡына йөрөр саҡта
Ҡара таңдан эшкә егелде.
Тәмле - татлы, икмәк ашамайынса,
Үлән сәйе генә һемерҙе.

Көс еткеһеҙ ауыр эштәрҙе лә,
Кескәй иңдәрендә күтәрҙе
Беҙ күтәрмәҫ ҡайғы хәсрәттәрҙе
Өнһөҙ- тынһыҙ ғына үткәрҙе .

Тиҙҙән һуғыш бөтөр, еңеү килер
Ҡайтыр тиеп атай, ағайҙар,
Уйын булыр, тамаҡ туйыр тиеп
Йыуанғандыр ҡыҙҙар малайҙар.

Сағыштырып булмай(яҙмаһын да!)
Хәҙерге һәм һуғыш балаһын.
Әммә ләкин, дөрөҫ бирһәк ине,
Һуғыш балаһының баһаһын.

Илнара Аҡбулатова. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас