

Ғүмер - үҙе бер йомаҡ, эленгән унда ҡатлы йоҙаҡ
Гөлфиә Ҡарамырҙина
Күңелгә илһам килгәндә,
Шиғырҙар яҙған булам.
Тышта ғына булһын ул,
Өйҙә булмаһын буран.
Шиғырҙар яҙа килә,
Оҫтара барған булам.
Изге ниәт менән тулһын,
Хистәргә бай шиғри ҡурам.
21.03.2022 йыл.
Мөхәббәт - ул шундай изге тойғо,
Үҙе сихри,үҙе моңло.
Бер ҡараһаң,юҡ күмере,
Бер ҡараһаң, үҙе ҡуҙлы.
Мөхәббәттән донъя яралған,
Ялҡынынан хистәр таралған.
Ике ғашиҡ йөрәгенә лә бит,
Үткер генә уҡтар ҡаҙалған.
февраль.2022йыл.
Былтыр йәй бер аҙ ҡоролоҡ хөкөм һөрҙө бит инде ,ямғырҙар яуманы.Ошоға бәйле минең күңелдә лә тетрәндергес шиғыр юлдары тыуҙы.
Ҡара болот ҡаплап ямғыр яумай,
Ҡайындар ҙа ҡалды яланғас.
Яланғас булмай ҡайҙа барһын,
Ҡорттар ғына уны ашағас.
Ғонаһ шомлоһомо, әллә ҡарғышмы!?
Хәтфәләй үләндәрҙен кибеүе,
Йөрәктәрҙе уйға һала, урталай телә,
Вирус арҡаһында ғәйепһеҙҙәрҙен китеүе.
Ап -аҡ ҡайындарҙы ҡорт кимерә,
Кешелек эҫелектән тилмерә .
Ҡайһы берәүҙәргә барыбер кеүек,
Һыра эсеп эре типтерә.
Эйе, тибеҙ ғәйеп үҙебеҙҙә ,
Хоҙай шуға ҡаты язалай.
Ямғыр тамсылары төшһә әгәр!
Ҡыуаныр инек сабый балалай.
Аҡ ҡайындар берәй ваҡыт,
Кейер микән йәшел күлдәген!?
Әллә инде шәрә килеш,
Ҡалыр микән быныһы билдәһеҙ.
Барыһы ла хоҙай ҡулында.
Барыһы ла хоҙай тәҡдире.
Осһоҙ ҡырыйһыҙ был сырмалсыҡтын,
Булыр микән бер саҡ нөктәһе!?
Әллә инде ҙур өмөттәр бағлап ,
Ялбарынып һаман көтәһе?
26.06.2021 йыл.
Тыуған йорт.
Тыуған йортҡа күптән,
Юл да төшмәй.
Юл төшөр ине лә бит,
Унда мине бер кем көтмәй.
Һирәк -һаяҡ килгән булам,
Тыуған йортто төштә күрһәм.
Урамына инеп йәштәр түгәм,
Хәтирәләр мин һүтәм.
Хәтирә йомғағы тағатылып,
Һуҙылалар бала -саҡҡа
Бер кем сығып ҡаршы алмай ,
Бер кем көтмәй мине башҡа.
Сырмалалар төрлө уйҙар,
Төйөн кеүек сеймәтелеп.
Ни өсөн һин уйлауса түгел?!
Кем дә һуң,кем дә ғәйеп...
Айырылам тыуған йорттан ,
Үҙ юлымдан атлайым.
Ни өсөн , ниңә әле !?
Күңелгә тынғы тапмайым.
Бына шулай тыуған йортто,
Барып күреп ҡайтабыҙ.
Шулай итеп үҙ күңелебеҙҙе ,
Үҙебеҙ йыуатабыҙ.
21.02.2022йыл.
Ҡартәсәйемден атаһы Ғәйетбаев Сабирйән Хәмзә улы Бөйөк Ватан һуғышында башын һала тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай.
Унын әсәһе Һөппиямал ғына улынын иҫән ҡайтыуын өмөтләнеп көтә.( ҡартәсәйемден ҡартәсәһе) ,ә инде ҡартәсәйем атаһынын үлемен төшөндә күрә аңлай ул атаһынын үлгән икәнен.Ошо ҡартәсәйемден һөйләгән хәтирәләренән шиғыр шәлкемен теҙҙем.
Яу асты яуыз дошман,
" Мин бирешмәм, мин ҡурҡмам ".
Дошманды дөмөктөрөп ,
Ҡайтырмын берәй заман.
Әсә оҙатты улын ,
Изге теләктәр теләп.
Ҡатынҡайы йәшен түкте.
Иңдәренә башын терәп.
Юҡ ҡысҡырып иламай,
Эстән генә бөтөрә.
Ҡатындар бит сабырлы,
Ауырына ла түҙә.
Карауатта йоҡлайҙар,
Сабый балаҡайҙары.
Маңлайҙарынан үпкән булды,
Ғәзиз атаҡайҙары.
Эх,белгән булһаң?
Был хушлашыу һуңғы булғанын.
Барыһы ла хоҙай ҡулында..
Белеп булмай уның ни ҡылғанын.
Ә бахыр әсә көн дә көттө,
Улынын иҫән ҡайтыуын,
Ышанманы ул ҡара хатҡа,
Уға барыбер ине унда ни яҙылыуы.
Ә ҡыҙ бала күптән инде,
Төшөндә күрҙе атаһын.
Һәм ышанды шул минутта,
Унын иҫән ҡайтмауын.
Ҡартәсәһенә лә иҫкәртте,
" Атайым ҡайтмай бүтән!",
Юҡҡа өҙгөләнмә ,хафаланып,
Бушҡа ғына һин көтәң!"
Юҡ ышанырға теләмәй,
Һәр кемгә бала ғәзиз.
Ҡапҡа төптәренә сығып,
Көткән була һәр кис...
Ҡыҙ балала өмөт юҡ,
Атаһы бит,юҡ үлгән.
Өмөттәр ҙә аҡланманы,
Улар ҙа бит өҙөлгән.
Әсә улын, ҡыҙ бала атаһын,
Ирен юҡһына ҡатын.
Бирмә , инде ауыр юғалтыуҙар !
Әй, аллаҡайым тағын!?
9.05.2021 йыл.