Һаҡмар
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
5 Апреля 2022, 05:07

"Елкән" йәш башҡарыусылар конкурсына заявкалар ҡабул ителә

Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм профессиональ музыканттарҙы эшкәртеүҙә халыҡ көйҙәрен башҡара. Конкурс дүрт номинация буйынса уҙғарыла: фортепиано; ҡыллы музыка ҡоралдары; тынлы музыка ҡоралдары; халыҡ музыка ҡоралдары.  

"Елкән" йәш башҡарыусылар конкурсына заявкалар ҡабул ителә"Елкән" йәш башҡарыусылар конкурсына заявкалар ҡабул ителә
"Елкән" йәш башҡарыусылар конкурсына заявкалар ҡабул ителә

«Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында «Елкән» башҡорт классик музыкаһын башҡарыусыларҙың икенсе Асыҡ телевизион конкурсын уҙғарыу хаҡында иғлан итә. Конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫы йылына арналған.

Конкурсанттар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен һәм профессиональ музыканттарҙы эшкәртеүҙә халыҡ көйҙәрен башҡара. Конкурс дүрт номинация буйынса уҙғарыла: фортепиано; ҡыллы музыка ҡоралдары; тынлы музыка ҡоралдары; халыҡ музыка ҡоралдары.

Ғаризалар 2022 йылдың 24 апреленә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 8-14 йәшлек йәш музыканттар ҡатнаша ала. Һайлап алыу һәм конкурс турҙарының программаһы соло йәки концертмейстер менән башҡарыла. Финалсылар ҙур сәхнәлә оркестр оҙатыуында уйнау мөмкинлегенә эйә була.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылына арналған «Елкән» беренсе башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар телевизион конкурсы 2021 йылда тормошҡа ашырылды. Һайлап алыу турына республиканың төрлө төбәктәренән 73 ғариза ҡабул ителде. Конкурстың дүрт номинацияһында (фортепиано, ҡыллы, тынлы, халыҡ музыка ҡоралдары) 43 йәш музыкант ҡатнашты. Конкурс туры Халыҡ-ара музыка көнө алдынан, 30 сентябрҙә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында старт алды. Октябрь айы дауамында бар республика ҙәр кесе йома көнө йәш музыканттарҙың конкурс программаһын ҡараны. Конкурстың финалы һәм "Елкән" гала-концерты 28 октябрҙә, башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуған көнө алдынан уҙғарылды.  Финалға үткән 12 конкурсант «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә Милли симфоник оркестр оҙатыуында музыка әҫәрен башҡарҙы. Гала-концерт өсөн махсус рәүештә оркестркалар, яңы әҫәрҙәр яҙылды. Балалар менән күренекле музыканттар-остаздар эшләне. «Елкән» фотокүргәҙмәһе ойошторолдо. Гала-концерт Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа күрһәтелде. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һәм ТАМЫРҙа конкурстың 12 лауреаты тураһында фильмдар бара.

Проект башҡорт классик музыкаһы индустрияһын үҫтереүгә этәргес көс бирә. Ойоштороусылар композиторҙарҙың тап балалар өсөн музыка әҫәрен яҙыуына, педагогтарҙың йәмәғәт танылыуын яулауына, ә иң мөһиме, балаларҙың да, тамашасыларҙың да туған музыкаһының көсөн һәм матурлығын тойоуына ынтыла. Ә бала саҡтан туған мәҙәниәтен яратҡан кеше башҡа милләттәрҙең дә мәҙәниәтен хөрмәт итә.

 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас