Һаҡмар
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
29 Марта 2022, 04:45

Урмандың бейеклеге...

#Һаҡмар_конкурсҠәҙерле дуҫтар! Беҙҙең https://vk.com/im?sel=89191126&w=wall-60402485_55.. һылтанмаһындағы пост аҫтына яҙылған таҡмаҡтар менән ошолай айырым-айырым таныштырырға ҡарар иттек.   Еңеүселәрҙе тауыш биреү ысулы менән һайлап аласаҡбыҙ.  Рәмзиә Ильясова ебәргән таҡмаҡтар "Урмандың бейеклеге" тип атала.  Урмандың бейеклеге, Урмандың бейеклеге, Һеҙҙең яҡтың егеттәре  Самауыр бейеклеге. 

Урмандың бейеклеге...Урмандың бейеклеге...
Урмандың бейеклеге...

Урмандың бейеклеге,

Урмандың бейеклеге,

Һеҙҙең яҡтың егеттәре 

Самауыр бейеклеге. 

 

Аръяҡта ла ҡомалаҡ 

Бирьяҡта ла ҡомалаҡ, 

Һеҙҙең яҡтың кешеләре,

Һап-һары тумалаҡ. 

 

Тайт тигән тауышҡа

Төлкө ҡаса ҡамышҡа, 

Уянығыҙ, йоҡламағыҙ, 

Беҙ йырлаған тауышҡа. 

Рәмзиә Ильясова. 

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң,

Исемдәре Наташа.

Һөйгәнемде күрҙем инде,

Ҡҙан ялап маташа.

Иван булһа ни булған,

Диван булһа ни булған

Өй тултырып бейеп йөрөй,

Йыуан булһа, ни булған.

Шишмә аға, шишмә аға,

Шишмә аға һөт кеүек

Йөрөмә әле яндарымда,

Әлһерәгән эт кеүек.

Магазиндың алдарында,

Егет һаталар икән

Мыйыҡлыһы тәнкә ярым,

Мыйыкһыҙы бер тәнкә.

Алма бешкән, өҙөлөп төшкән,

Турғайҙың башын тишкән,

Матур ҡыҙҙар һайлай-һайлай

Сәсәтәреңә сал төшкән.

Ебәк яулыҡ башта тормай

Брошка ҡаҙамаһаң,

Матур ҡыҙҙар ҡулда тормай

ЗАГС-ка яҙылмаһаң. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас