+10 °С
Облачно


Алма бирһәң, алырмын,
Алҡа бирһәң, тағырмын.
Тоҡ - тоҡ шәкәрең ултырһа,
Бисәлеккә барырмын.
Хаҡ биргеһеҙ һөйгәнем бар,
Исеме Зәкәриә.
Элек Зәкәриә ине,
Бөгөндән - Шәкәриә.
Алмалары үҫер әле,
Бер тулып бешер әле.
Күтәрелгән хаҡтары ла
Бер ҡолап төшөр әле!
Их - ма, әйт шуны,
Шәкәр һалдыҡ сәйҙәргә!
Кишер сәйнәп ултырмағыҙ,
Сәйәсәт бар сәйнәргә.
Тоҡлап - тоҡлап шәкәр алып,
Һәр кем запаҫ йыялмаҫ.
Үтеп барған был ғүмергә
Тоҡ баррикад булалмаҫ.
Шәкәрҙәре шикәр, тиеп,
Кәнфит ашамам инде.
Кеше йәре сибәр, тиеп,
Һине ташламам инде.
Иртән тороп, һыйыр һауҙым,
Ҡартым атын тышаны.
Шәкәр тоғо беҙҙәрҙә юҡ,
Таҡмаҡ тоғом бушаны.
Зөһрә Шәйәхмәтова
Март, Байым ауылы, Баймаҡ