Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
24 Марта 2022, 06:08

Мотал Рәмов. Таңда тойҙом йөрәгемдә.

#Һаҡмар_конкурс#ТажетдиновконкурсыАзамат Тажетдинов исемендәге конкурсҡа ебәрелгән эштәр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Мотал Рәмов сығышы менән Йылайыр районының Сәләх ауылынан. Өс балалы ғаиләлә кесе бала булып донъяға килә. 1971 йылда ошо тәүге тапҡыр үрелеп мәктәп ишеген аса. 1974 йылда күрше Йомағужа ауылында уҡыуын дауам итә һәм уны 1982 йылда тамамлай. Әрме хеҙмәтен Алыҫ Көнсығыш хәрби округында үтә. Тыуған яҡтарына 1984 йылда әйләнеп ҡайта. Йылайыр районының «За коммунизм» («Ауыл уттары») гәзитендә корреспондент булып эшләй.  2012 йылдан ул Иҫке Сибай ауылында йәшәй. Тормош юлдашы Эльвира Әбделғаян ҡыҙы менән өс ул тәрбиәләйҙәр. Шуларҙың икәүһен тәрбиәгә алғандар.

Мотал Рәмов. Таңда тойҙом йөрәгемдә.Мотал Рәмов. Таңда тойҙом йөрәгемдә.
Мотал Рәмов. Таңда тойҙом йөрәгемдә.

МОТАЛ РӘМОВ

 

***
Таңда тойҙом йөрәгемдә
Тағы бер йыр яралғанын.
Иҫем китеп, тыңлап яттым
Нисек уның тын алғанын...

Сабый бала тын алышын
Һәр саҡ шулай көтөп алам.
Һөйөп-наҙлап иркәләй ҙә,
Күңел йомғағыма һалам...

Сабыйҙарым - шиғырҙарым,
Һәр саҡ шулай яралалар.
Һәр береһе тик үҙенсә
Күңелдәргә юлалалар!

Кемдер маҡтай, кемдер хуплай,
Кемеһелер танау сира.
Ни булһа ла, шиғырҙарым
Бер-бер артлы тыуып тора...

Юҡ уларҙа фанилыҡҡа,
Дуҫ-туғанға үпкә һүҙҙәр!
Һәр һүҙемдә – изге ниәт,
Иманлылар ғына күрә!

Кешеләргә әйтер һүҙем:
Бикләмәгеҙ күңел күҙен!
Ваҡытлыса ауырлыҡҡа
Булайыҡсы сабыр, түҙем!

Сир-сырхауҙар һорап килмәй,
Бай-ярлыға беҙҙе бүлмәй!
Миллиардер ҙа ятып үлә,
Һәр кем үҙенсә көн күрә!

Тик йөрәктәр асыҡ булһын,
Барына шөкөрҙәр ҡылһын!
Ил-көнөбөҙ имен торһон,
Йырҙарыбыҙ тыуып торһон!

****

Елдәй елеп үтә ғүмерҙәр...

Күҙ асып та йомоп өлгөрмәйһең –
Елдәй елеп үтә ғүмерҙәр.
Ғүмер көҙө еткәс, үткәндәргә
Үкенмәйҙәр икән һуң кемдәр?!

Миҙгелдәрҙе миҙгел алмаштыра,
Сиратлашып килә ай, йылдар...
Дуҫ-туғандар иҫән-аман торһон,
Ил-йортобоҙ имен булһындар!

Донъя, тиеп, бала-саға, тиеп,
Онотабыҙ тормош асылын.
Мал-мөлкәтен әхирәткә тейәп,
Алып китә алған ҡайһыбыҙ?

Йылдар һанап ғүмер үтә торһон,
Тик кешеләр ҡалһын кешесә!
Барыбыҙ ҙа Аллаһ ҡаршыһында
Үҙ баһаһын алыр эшенсә!

Күрше менән күрше дуҫ йәшәйек,
Туған туғандарын һанлаһын!
Был донъяла ҡунаҡҡынабыҙ бит –
Үҙ мәлендә һәр кем аңлаһын!

Донъялыҡта бәхет малда түгел,
Татыу йәшәүҙәргә ни етә!
Тормош һынауҙарын һүтә-һүтә
Һиҙҙермәйсә ғүмерҙәр үтә...

****

Еңеү көнө
Оло байрам бөгөн – Еңеү көнө,
Аяҙ күктә Ҡояш йылмая!
Нисә йылдар инде туған халҡым
Тыныс тормош өсөн ҡыуана!

Беҙҙең бәхет өсөн олатайҙар
Фиҙа ҡылған ғәзиз йәндәрен.
Күпме яугир сит ерҙәрҙә ҡалған,
Татымайса донъя йәмдәрен...

Етемлектә үҫкән ни һан бала,
Күрмәйенсә ата һөйөүен...
Тол ҡатындар тик үҙҙәре белә
Ире өсөн янып-көйөүен...

Һуғыш афәттәре берҡасан да
Янамаһын ине илемә!
Снарядтартөшөп шартламаһын
Гөл-сәскәле тыуған еремә!

Алтын-көмөштәргә ҡыҙыҡмайса,
Тормош ҡәҙерҙәрен беләйек!
Балаларҙың шатлыҡлы ҡарашын
Йәнебеҙҙән артыҡ күрәйек!
Бөгөнгөгә шөкөр итәйек!

 

***


Ниңә икән ризыҡ мулдан булһа,
Бисмилланы күптәр онота?
Тәккәбберлек, мин-минлелек шулай
Намыҫ төшөнсәһен ҡорота!

Ниндәй халәттә лә күңелемдән
Иманлылығымды юғалтмам!
Алтын-көмөш өҫкә яуғанда ла
Әҙәп тигәндәрен онотмам!

****

Теләк
Был шиғырым кемдәргә арналғанын минең тәржемәи хәлем менән таныш һәр кем аңлар, моғайын

Аҡланманы күпме өмөттәрем...
Бушҡа булды күпме хыялдар...
Мәңгелеккә үкенестәрменән
Артта ҡала бара ай-йылдар...

Ни һан ғүмер йыуаныстар табам,
Ҡарайым да йәнһеҙ рәсемгә...
Нисә йылдар доғаларым ҡылам
Иртәләрен һеҙҙең исемгә...

Һеҙҙең өсөн, бәлки, мин “юҡ”тыр ҙа,
Булмамдырҙа бынан ары ла...
Осрашыуҙар көтөп йылдараша
Ошо уйҙан йөрәк ярыла...

Аңларһығыҙ, әгәртеләһәгеҙ,
Һеҙ тип янған минең йөрәкте...
Әммә үкенмәйем бернигә лә...
Сабырлыҡҡа тәҡдир өйрәтте!

Ә шулай ҙа... күңелем соңғолонда
Юнысҡылай өйрөлә бер теләк:
Бер һөйләшһәм ине һеҙҙең менән,
Ҡосаҡлашып, иңгә-иң терәп!
Шуға түҙеү ауыр бигерәк...

****

Минең йондоҙ
Булһа әгәр ҡанаттарым,
Осор инем күктәргә.
Яҡты йондоҙ булып балҡып,
Йыһанға йәм өҫтәргә!

Минең йондоҙ булыр ине
Иң сағыуы, яҡтыһы!
Бағыр ине шул йондоҙға
Һоҡланып һәр ҡайһыһы!

Аҙашҡандар уға ҡарап,
Юлдарын табыр ине.
Йондоҙома хатта Айҙа
Көнләшеп алыр ине...

Әйтәләр бит, бала тыуғас,
Ҡабына үҙ йондоҙо!
Ғүмер юлынан оҙата,
Булмаһын, тип, яңғыҙы!

Миллион йондоҙ араһында
Минең йондоҙом да бар!
Балҡып янған шул йондоҙға
Теймәһен яуыз ҡулдар!

Парлы йондоҙҙар нурлыраҡ –
Һәр йондоҙ тапһын парын!
Йондоҙҙай балҡып йәшәргә
Насип булһын, дуҫтарым!

* * *
Ҡара ергә баҫып, ирәүәнләп,
Күкрәк киреп, иркен тын алам...
Йәмле яҙҙың тәүге сәскәләре –
Умырзаяларға ҡыуанам!

Баш осомда һайрар ҡоштар сорлай,
Ағастарҙа бөрөләр тиртә...
Йәнгә яҡын сыйырсыҡтар һайрап,
Уяталар мине һәр иртә...

Сыҡтым әле бына тәбиғәткә
Һуларөсөн дала һауаһын!
Ҡайын һутын тәмләп бер кинәндем,
Рәхмәт һиңә, рәхмәт, Илаһым!

Тыуған ерем үҙе ожмах бит ул!
Һәр мөйөшөторған мөғжизә!
Тағы ниндәй хозурлыҡтарэҙләп,
Яҡташтарым сит илдәр гиҙә?!

Күккә ашҡан тауҙар, серлекүлдәр,
Йә, әйтегеҙ, тағы ҡайҙа бар?
Тыуған ерһеҙ бары ла шыҡһыҙ-ҡотһоҙ...
Бармы шуны аңға алғандар?

Һүҙҙә генә түгел, ысынлап та,
Була алһаҡ инее илһөйәр.
Сит-яттарҙы маҡтап ғүмер итһәк,
Килер быуын беҙгә ни тейер?

****

Иҫке Сибайҙа нисә йылдар йәшәп, сыйырсыҡтарҙы быйыл тәүгә күрҙек... Берәү-икәү генә лә түгел, күмәкләп осоп килгәндәр үҙҙәре! Алма баҡсаһында тотош симфонияға ойоштолар улар! Танһыҡ һайрауҙы тын да алмай тыңланыҡ...
Сыйырсыҡтар, сыйырсыҡтар,
Бала сағым ҡошсоҡтары!
Тыңлай-тыңлай һеҙҙең моңдо,
Күҙҙәрем йәш менәнтулды!
Рәхмәт һеҙгә, ҡошсоҡтарым -
Йән өрҙөгөҙ баҡсабыҙға!
Көтөп алынған ҡунаҡтай,
Йыл да килегеҙтағы ла!
Йөрәк бит һеҙҙе һағына...

***
Күҙҙән юғалғансы ҡарап ҡалдым
Ҡыр ҡаҙҙары осоп үткәнен,
Үҙәк өҙөп, дәррәү ҡаңғылдашып,
Иҫәнләшеп сәләм әйткәнен...

Меңәр саҡрымдарҙан осҡан саҡта
Ҡанатҡайҙарығыҙ талғандыр...
Оло ҡаҙҙар сиратлашып һәр саҡ,
Йәштәренә юлдар һалғандыр...

Ҡоштар ҙа бит һағына тыуған ерен,
Тәү донъяға баҡҡан күлдәрен.
Күпме бәйәндәрҙе ишетер инек,
Аңлай алһаҡ улар телдәрен!

Йәнтөйәккә ырыҫ, ҡот-бәрәкәт
Алып ҡайтығыҙ һеҙ быйыл да!
Ҡыр ҡаҙҙарын ҡаршылаған һайын
Үткән ғүмерем минең уйымда...

****


Балабыҙ шул, һаман балабыҙ...

Күпме йылдар үтте юғалтҡанға,
Ә һин, әсәй, һаман иҫтәһең.
Һағындырып ҡына ҡайһы саҡта
Төштәремә килеп инәһең...
Ниңә, яҙмыш, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен
Улар киткәс кенә аңлайбыҙ?!
Терһәк яҡын, әммә тешләп булмай,
Балабыҙ шул, һаман балабыҙ...

Сәй эсәбеҙ бына икәүләшеп,
Сөкөрҙәшеп табын артында.
Күпме йылдарүтте, тик шулай ҙа
Һин алыҫ та миңә, яҡын да...
Ниңә, яҙмыш, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен
Улар киткәс кенә аңлайбыҙ?!
Терһәк яҡын, әммә тешләп булмай,
Балабыҙшул, һаман балабыҙ...

Үҙең киттең... ләкин рухың ҡалды,
Мин һаман да һиңә таянам.
Бар хәсрәтем еңеләйә төҫлө
Һинең хаҡта, әсәй, уйлаһам...
Ниңә, яҙмыш, әсәйҙәрҙең ҡәҙерен
Улар киткәс кенә аңлайбыҙ?!
Терһәк яҡын, әммә тешләп булмай,
Балабыҙшул, һаман балабыҙ...


***
Эх, бер генә йәшлегемә
Ҡайталһам ине тағын!
Һағындыра һомғол буйлы,
Йәшел шинелле сағым...

Бәпкә йөнө,мыйыҡ булып,
Моронлай ғына ине...
Ҡуйы, бөҙрә сәстәремде
Туҙғытты йәшлек еле...

Мин түгел, булды замана...
Ҡыҙҙар сапты артымдан.
Белер инеем ҡәҙерҙәрен,
Ҡайта алһам яңынан...

Пеләш башлы ҡотһоҙ бабай
Ҡарай хәҙер көҙгөнән.
Эх, йәшлегем... ниңә генә
Тороп ҡалдың үҙемдән?!

Әлдә, тием, хас та үҙем
Малайым бар янымда!
Йәшлегемде күҙаллайым,
Мин уға ҡарайым да...

Беҙҙең йәшлек матур үтте,
Гөрләп торҙо урамдар...
Хәҙер ҡайтһаң, ауыл тып-тын,
Йәштәр ҡайҙа булғандар???

Ишетелмәй тальян моңо,
Юҡ ҡушылып йырлаусы...
Клубта ла бейеүсе юҡ,
Үксә дыулап янғансы...

Беҙҙең йәшлек йәшлек булды,
Ҡайҙа хәҙерге йәштәр?
Йәшлектәге дәрт-моңдарҙы
Һағына айлы кистәр...

***
Дуҫтарым күп, тиеп маҡтанмайым -
Дуҫ, тигәнем дошман булыуы бар!
Ауыр мәлдә, ситкә шыла һалып,
Ярҙан этә, беләм, ундайҙар.

Туғанлымын, тиеп лаф ормайым -
Туғандың да булла төрлөһө!
Кәрәк булһаң, алдарыңда бейей,
Һин һораһаң – килмәй биргеһе.

Көндәр, айҙар түгел, йылдар аша
Дуҫ-туғандарымды һынаным...
Арҡа терәрҙәйе бигерәк һирәк -
Ошо хәҡиҡәтте аңланым!!!

Һағыныуҙарым сиктән ашҡан мәлдә...

Һағыштарға һалып китеп барҙың,
Кире ҡайтмай торған ерҙәргә.
Һағыныуҙарым сиктән ашҡан мәлдә
Һалдым, әсәй, ошо көйҙәргә.

Көндәр, айҙар һанап ғүмер үтә,
Йыл артынан йылдар уҙырҙар...
Һин ултыртҡан гөлдәр, сәскә атып,
Моңһоуланып ҡына һулырҙар...

Йөрәк ярам булып ғүмерлеккә
Һин йәшәрһең минең күңелдә...
Әсә ҡайғылары мәңгелек шул...
Оноторлоҡ уны түгел дә...

Уйҙарымдан уйылған сағымда
Киләм, әсәй, шишмә буйына.
Йөрәгемә ялдар булып ҡала,
Услап эсһәм шишмә һыуынан...

***
Тормош атлы ажардиңгеҙ мине
Ҡаҡты-һуҡты, күпкә өйрәтте...
Көтөлмәгән һынауҙары менән
Ҡалтыратты минең йөрәкте...

Яҙмыш бүләге һин минең өсөн,
Тормошома индең ҡот алып.
Ә бит һиңә ҡәҙәр ғүмер арбам
Ҡалған һымаҡ ине туҡталып...

Ауыр мәлдә, шәм-сырағым булып,
Һин ҡабыҙҙың һөйөү усағын.
Ҡотҡарыусы фәрештәм һин инең,
Йәннәткә тиң булды ҡосағың!

Мөхәббәттең ҡөҙрәтле көсөнә
Мин ышандым һинең йөҙөңдә!
Эй, Илаһым, парлы тормошомдо
Айырма һин ғүмеркөҙөндә!

***
Минең атай скрипкасы ине,
Моң-һағышын түкте кистәрен.
Шул моңдарға ҡушып һалдымы ул
Эсендәге йөрәк хистәрен?

Йырламаны үҙе, ә шулай ҙа
Йырға ғашиҡ инее атайым.
Моңға тулы бала саҡ кистәрен
Күңел түрҙәремдә һаҡлайым...

Эх, скрипка, һинең ҡылдарыңдан
Илаһи моң нисек ярала?
Тыңлап туймай һағышлы сазыңды,
Ир еткәнмен ҡайһы арала?

Атай ҙа юҡ инде, скрипка ла...
Ишетәм төҫлө бары моңдарын.
Эх, скрипка, һин булмаһаң, атай
Кемгә һөйләр ине аһ-зарын?!

***
Рәхмәтлемен һеҙгә, туғандарым,
Ваҡыт-ваҡыт хәлем белгәнгә!
Юл төшкәндә, юҡ ваҡытты табып,
Ишегемде асып ингәнгә!

Рәхмәтлемен тоғродуҫтарыма,
Ярҙам ҡулын һуҙып торғанға!
Ауыр мәлдә, яндарыма килеп,
Таянырға иңен ҡуйғанға!

Ғаиләм - ҡәлғәм, унһыҙ нишләр инем?
Йәнем тыныс ғаиләм булғанға!
Рәхмәтлемен – асыр ишегем бар,
Усағымда утым янғанға!

Еңеүкөнө...
Ҡартатайҙы күрә алманыҡ беҙ –
Башын һалған һуғыш ҡырында...
Фотоһүрәте лә һаҡланмаған,
Белмәй үҫтек төҫөн, һынын да...

Еңеүкөнө... Ошо изге көндә
Ҡартатайым килә уйыма.
Эстән генә аят-доғауҡып,
Тәсбихемде алам ҡулыма...

Ике улы һәм дүрт ҡыҙы өсөн
Ул бит булды аҡыл эйәһе!
Ололары, ярай, йөҙөн иҫләй...
Күрмәйенсә ҡалған кинйәһе...

Ике һуғыш үткән оло яугир
Һаубуллашып әйткән: “Ҡайталмам”,
Балалары ошо ябай һүҙҙе
Ҡабатланы ҡайта-ҡайтанан...

Уны иҫләгәндә ҡыҙҙарының
Керпектәре йәшкә сыланды.
Атайһыҙлыҡ – арҡаһыҙлыҡ менән
Өйрәнгәндәр булып сыҙамлы...

Бына тағы Еңеү көнө етте –
Байрам ҡора бары, гөрләшә...
Яуҙа ҡалғандарҙың балалары
Башҡаларҙан өнһөҙ көнләшә...
Аталары менән һөйләшә...

Доға ҡылам

Биргәнеңә, Аллам, рәхмәтлемен,
Ала күрмә берүк сырағым!
Үҙ аяғым илтһен барыр ергә,
Айырмайса яҡын-йырағын!

Башҡаларға, зинһар, көнләштермә,
Аралай күр хөсөт ҡылыуҙан.
Үҙең һаҡла, Аллам, милләтемә
Ғүмерлеккә дошман булыуҙан!

Сәхәрҙәрҙә тороп зекерәйтәм –
Рәхмәтеңдән мине ташлама!
Хаҡ динемә һәр саҡ тоғро ҡалам,
Бисмилланан көнөм башлана...

Атыр таңым хәйерленән булһын,
Уңып торһон һәр саҡ эштәрем!
Нәҙер әйтеп, һиңә доға ҡылам,
Ишет, Аллам, йөрәк хистәрем!

***
Әрүахтарҙы илатмайыҡ әле,
Рәнйетмәйек улар рухын.
Беҙҙең доғаларҙан, аяттарҙан
Ҡәлбтәренә яҡты нуртулһын!

Ҡөрьән сығып, иҫкә төшөрәйек,
Ҡәберҙәрен барып күрәйек.
Ярлыҡауын һорап Аллаһының,
Аҙна һайын хәйер бирәйек!

Риза булып ятһын барыһы ла,
Фатихалы булыр тереләр.
Бары иҫкә алыу, хәйер-доға
Өмөт итә беҙҙән үлеләр...

Онотмайыҡ, беҙ мәңгелек түгел –
Улар хәлендә бер ҡалырбыҙ!
Байлыҡ, тиеп сабыу тамамланыр,
Аллаһ ҡаршыһына барырбыҙ!

Ни тиербеҙ шунда – ялбарыуҙар,
Ғәфү һорау ҡалыряуапһыҙ...
Иҫән саҡта уйға алһаҡ ине,
Ҡайҙа илтә булыу сауапһыҙ!?

***
Йырлап үҫтем, йырлап йәшәйем мин,
Йырым юлдаш һәр бер эшемдә.
Тормошта тик тоям матурлыҡты,
Күрәм барын йәйғортөҫөндә.

Күңелкәйем тулы изге уйҙар -
Бәхет юрайым мин һәр кемгә.
Ярҙам ҡулын һуҙам мохтаждарға,
Бирәм кәңәш һорап килгәнгә...

Ә шулай ҙа кемдер риза түгел -
Юҡ-бар имеш-мимеш тарата,
Дуҫ-иштәрҙе ялған хәбәр менән
Ҡаршы ҡуя миңә ҡарата.

Һөйләһендәр... әйҙә, әрләһендәр -
Булған гонаһтарым түгелер!
Ялған менән йыртыҡ ямап булмай,
Һөҙөмтәһе аҙаҡ күренер!

***
Иҫкә алдым бөгөн дуҫтарымды -
Иҫәндәрен, мәрхүмбулғанын...
Һиҙмәнем дә, үткәндәрҙе уйлап,
Күҙҙәремә йәштәр тулғанын...

Абау, Аллам, күпмедуҫ-иштәрем
Йәшләй генә гүргә ингәндәр!
Күпме сабый етемлектә ҡалған,
Парһыҙ булған күпме һөйгәндәр!?

Типһә – тимер өҙөрир-егеттәр,
Һөйөп туймаҫ йәп-йәш ҡыҙ-ҡырҡын...
Заман сире менән күҙен йомған
Һәм тултырған әхирәт йортон...

Мәрхүмдәргә аят бағышланым,
Доғаларым ҡылдым бик оҙаҡ...
Мөғжизәләр булып, шул үлемгә
Табып булһа икән бик-йоҙаҡ...

Рәхмәт, әсәй!

Күҙҙәремә тултырып ҡарайһың да
Мине һәрсаҡ ҡосоп алаһың.
Һинең йылы, наҙлы ҡосағыңда
Иркәләнеп үҫкән баламын!
Әсәкәйем, ғәзиз әсәйем,
Һинең фатихаңда йәшәйем!

Көн артынан көндәруҙалар,
Йылдар хәтирәлә ҡалалар...
Маңлайҙарға һырҙарятһа ла,
Әсәй, тиеп йәшәй балалар.
Әсәкәйем, ғәзиз әсәйем,
Һин тип кенә ерҙә йәшәйем!

Бәхеттәрем тулы һин барҙа,
Бәхет булһын оҙаҡ йылдарға.
Һиңә булған рәхмәт һүҙҙәрен
Һалдым, әсәй, йырлар йырҙарға.
Әсәкәйем, ғәзиз әсәйем,
Һинең өсөн ерҙә йәшәйем!
Рәхмәт һиңә, рәхмәт, әсәйем!

Башҡорт булыуыма ҡыуанам...

Үҙ милләтен һайлап тыумай кеше,
Кем булырың белә бер Аллам.
Милләттәрҙе хурламайым, әммә
Башҡорт булыуыма ҡыуанам!

Башҡортлоғом - халҡым аманаты,
Хәләл ҡанға һеңгән тыумыштан.
Һуңғы һулышымды алғанғаса
Айырмаһын ошояҙмыштан!

Башҡортостан – үҙе ожмахҡа тиң,
Хозурлығы һушты алырлыҡ!
Ҡай тарафты алма, моңға тулы,
Хистәреңде йырға һалырлыҡ...

Башҡортостан – ғәзиз йәнтөйәгем,
Меңдәр араһында бергенә!
Илем, телем барҙа мин бәхетле,
Улар тиеп йәшәйем гелгенә...

Күпме ул-ҡыҙҙары йәнтөйәккә
Һоҡланыуын һаман йырлайҙар..
Башҡортостан, тиеп ижад итте
Бабич, Зәйнәп, Рәми, Мостайҙар...

Башҡортостан, киләсәгең нисек?
Ошо хаҡта гелән уйланам...
Ни булһа ла яҡшыға юрайым..
Башҡорт булғаныма ҡыуанам!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас