Конкурстар
23 Марта 2022, 05:48

Талғын ғына иҫкән яҙғы елдәр...

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдиновконкурсы  Билдәле педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурс иғлан ителгәйне. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға сираттағы конкурсанттың эшен тәҡдим итәбеҙ. Илгиз Йосоп улы Әхмәтов сығышы менән Ғәҙелбай ауылынан. Илгиз Йосоп улының ижады төрлө яҡлы. Ул тәбиғәт матурлыҡтарын да, ил сәйәсәтен дә күрһәтергә тырыша. Конкурсантыбыҙҙың шиғырҙарын сайттан инеп уҡығыҙ. 

Талғын ғына иҫкән яҙғы елдәр...Талғын ғына иҫкән яҙғы елдәр...
Талғын ғына иҫкән яҙғы елдәр...

Түбәндәге юлдар Ғәҙелбай ауылының көнбайыш өлөшөндә, Батҡаҡлы йылғаһының уң яҡ ярында, текә ҡая ситендә быуаттар буйына бергә үҫкән зифа ҡайын һәм сал ҡарағай ағасына арнала. Урындағы халыҡ был төбәкте "Ҡарағай түбә" туғайы йәки "Ҡарағай түбә" ҡаяһы тип йөрөтә.

Талғын ғына иҫкән яҙғы елдәр
Һыйпап үтә ағас баштарын
Зифа ҡайын менән сал ҡарағай
Төйәк иткән ҡая таштарын

Нисә быуат бергә үҫкәнһегеҙ
Нисек һеҙҙе киҫеп китмәйҙәр?
Сере ябай,сөнки был донъяла
Ғашиҡтарҙы хөҡөм итмәйҙәр

Ташты ярып үҫкән был ағастар
Һағыштарын елгә таратыр
Парлылырға бәхет килерҙә ул
Яңғыҙарҙы кем һуң яратыр?

Көҙгө елгә,ҡышҡы буранға ла
Эймәгәндәр улар баштарын
Һөйөү усағынан ялҡын алып
Һаҡлай улар ҡая таштарын

Ҡарҙар ирер,ергә яҙҙар килер
Туғай сәскәләргә күмелер
Парлы үҫкән ошо ике ағас
Мөхәббәттең бөтмәҫ серелер.

 

Түбәндәге юлдар бар илебеҙ халҡын тетрәндергән,кемдәрҙеңдер файымһыҙлығы арҡаһында бер гонаҫһыҙ ғәзиз балаларҙы ата—әсәһенән айырып,ҡара—ҡайғыларға һалған Кемерово ҡалаһындағы оло фәжиғәғә арнала.

Илебеҙҙе ҡара—ҡайғы баҫты
Еребеҙҙе һағыш ҡапланы
Вайымһыҙлыҡ ,,емештәре,, бөгөн
Балаларҙы утҡа ташланы

Күпме яҙмыш ут эсендә ҡалды?
Күпме күҙ йәштәре түгелде?
Балаларһыҙ ҡалған ата—әсәләр
Ҡара ҡайғыларҙан бөгөлдө

Кемдәрҙеңдер кеҫә яғын уйлап,
Сифатһыҙ ҙа йорттар төҙөлдө
Шул сәбәпле күпме йәш ғүмерҙәр
Ваҡытынан алда өҙөлдө

Әйтсе яҙмыш бала—сағаларҙың
Ҡанаттарын ниңә ҡайырҙың?
Гонаҫһыҙ ҙа ғына сабыйҙарҙы
Ғәзиз әсәләрҙән айырҙың

Ут эсендә ҡалған балаларҙың
Рухтарына доға ҡылайыҡ
Аңһыҙ килгән бәлә—ҡазаларҙан
Киләсәктә фәһем алайыҡ.


Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы,милләтебеҙ ғорурлығы Буранбай сәсән Ҡотдосовтың алыҫ себер илендәге уйланыуҙары, һыҙланыуҙары.

Ырыуыма ҡара мөһөр тағып
Ҡулдарыма бығау һалдылар
Тыуып үскән илем,ғәзиз ерем
Йыраҡтарҙа тороп ҡалдылар

Һаҡмар ғына һыуҙың туғайҙарын
Уйҙарымда ҡайтып урайым
Һағыштарҙы бер аҙ баҫыр инем
Ҡулдарымда булһа ҡурайым

Көндәр оҙон,төндәр оҙон бында
Минуттары йылға торорлоҡ
Илгенәмде өҙөлөп һағынғанда
Эй Хоҙайым бирсе сабырлыҡ

Һауаларҙа оса пар аҡҡоштар
Тын күлдәрҙә йөҙә балыҡтар
Илкәйемә йүгереп ҡайтыр инем
Бығауһыҙҙа булһа аяҡтар

Мин киткәнгә бер үк ҡайғырмағыҙ
Күҙ йәштәрен түгә күрмәгеҙ
Батыр илдәр илдә иыуып торһон
Зат-ырыуһыҙ ҡала күрмәгеҙ

Ил ҡартының изге уйын аңлап
Йәш Буранбай затын данланы
Сәсән тәпәй баҫҡан ошо ерҙә
Йыр һуҙмаған шәхес ҡалманы.

Илгиз Әхмәтов, 

Ғәҙелбай ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас