

Гөлдәр Калимуллина
Ниңәлер биреһе һөймәй ошо бисәне Хәлимә Аскаровнаның, күрһә эсендә һарыуы ҡайнап, ене ҡыбырлай башлай. Тотоп бәйләнерлек, асыуын баҫып әрләшерлек сәбәбе лә юҡ, тик, бына нисә йылдар унан үс алып, мир алдында кәмһеткеһе килә.
Нисә тапҡыр уға бәйләнерлек сәбәбен эҙләне, кейгән кейеменән көлдө, йәнәһе модаға ярашлы кейенә белмәй, ә ул үҙенә уңай кейемендә йөрөй бирә. Ниндәй кейем кейһә лә килешә үҙенә, һәр саҡ таҙа, ыҡсым кейенә, шуға эсе көтөрҙәй Хәлимә Асҡаровнаның.
Мәктәптә тик ҡатын-ҡыҙҙар эшләгәнлектән бер-береһе араһында һүҙ йөрөтөү, көслөләренә һәләтһеҙҙәрҙе һөсләтеү электән килә. Ябай ашнаҡсының дипломлы белгестәр араһында күҙ күтәреп ҡарарлыҡ белеме юҡ, әммә һәммәһе лә уның менән иҫәпләшә, кәңәшләшә. Хәлимә Аскаровна уның ашнаҡсыға махсус белеме юҡлығын бер-нисә тапҡыр хеҙмәттәштәре араһында күтәреп сыҡты, йәнәһе эштән сығарырға кәрәк, быныһы барҙы ла уҡыны ла ҡайтты, ашнаҡсыға уҡыу нимә инде, етмәһә юғары категория алған, аҡсаһы артты, йәйге каникулдар мәлендә, ҡыҙыу эш араһында...
Шул йылы бесәнен дә эшләп өлгөрҙө, мал-тыуарын да кәметмәне, ҡайһы арала уларын тәрбиәләп өлгөрәлер, үрсемле, ҡотло урында урынлашҡандыр һарайы. Хәлимә Аскаровна ла мал тота, тик әллә ире йүнләп ҡарамай, мал тотоуҙың артыҡ файҙаһын күрмәй, йә яңы тыуған быҙауы туңып ята, йә һарыҡтарын бүре тамаҡлап китә, ире төнгөлөккә йыйнап алмайһың тиһә лә, үҙе ҡырын төшөп диванынан тора алмай, кемделер ғәйепләр өсөн һөйләнеүе.
Мәктәп ашханаһынан аҙыҡ-түлек ташығанын тотоп фаш итергә нисә йылдар ҡарауылланы, эләктерә алманы, ике ҡулын эшкә һелтәп килә, ике ҡулын һелтәп ҡайтып китә. Ашлы һыуҙы алып ҡайтыуын иҫәпләмәгәндә, уныһы ла бер нисә көнгә бер биҙрә, тәмле бешерә үҙе, һалғанын балалар яратып ашап бөтөрөп торғас, ниндәй ҡалдыҡ ҡалһын.
Бит-ҡулы ғүмеренә крем-майҙар күрмәһәлә лә килгән-киткәне уның һылыулығына, һөймәлеклегенә һоҡлана, шуныһы йәнде әсеткәне, тыйнаҡ йылмайыуы йөҙөнән китмәй, ә юха тип тә әйтеп булмай үҙен. Оҡшамағанын йөҙөңә сәсрәтеп әйтмәй ҡалмаҫ, кәмһетергә тырышып һүҙ ҡушһаң, яуап эҙләп кеҫәһенә инеп тормаҫ, үҙен яҡлай ала. Шулай булһа ла күптәр үҙ итә, һөмһөҙҙө, кәңәш һорайҙар, эс серҙәрен бүлешәләр.
Йәнең көйөрлөк тә шул, үткәнендә ауылға кейәүгә сығып, эшкә килгән йәш уҡытыусының ире эсеп ҡайтып төнө буйы ҡаңғырғанын әллә күпме күҙәтте, иртәнсәк эшкә килгәс был турала төпсөп һорашһа ла, Хәлимә Асҡаровнанан йәшергән була, белмәй тиҙер инде. Үҙе тәнәфес ваҡытында күҙҙәренә йәш алып шул йүнһеҙ ашнаҡсыға һөйләгәндер, тегеһе хәстәрлекле тауыш менән йыуатырға тырышалыр инде, йөҙө борсоуло.
Хәлимә Асҡаровнаның яҡынлашыуын күреп, һүҙҙәрен бүлеп таралышҡан булдылар, әйтерһең сер һаҡлайҙар, асыуынан эргәһенән үткән уҡыусы ҡыҙҙарҙы әрләп ҡалды, шырҡылдашмаһындар бушҡа.
Ашнаҡсы бисәнән күп тапҡыр үс алырға тырышһа ла һәр саҡ яйын табып ҡотолоп килә. Әүәлерәк уҡыусыларға бешергән әҙер ашына ярты моҡсай тоҙ тондорҙо, кеше күрмәгәндә.Аҙаҡ балаларҙың ризаһыҙлығын күрер өсөн генә сәй эсергә ингән булды, һин дә мин ашайҙар, хатта рәхмәт белдереп сығалар. Аптыраны, Хәлимә Аскаровна, егерме минутта яңынан аш бешереү мөмкин түгеллеген белә лә... Аҙна-ун көндән был турала ҡыялатып белеште, ашта тоҙҙоң күплеген белгәс ашнаҡсы таҙа марляға төрөп рис ярмаһын бешергән икән, унан был ярманы һыуытҡысҡа ҡуйып, иртәгәһенә бутҡа бешергән, шуға эҙһеҙ үткән.
Был этлеге килеп сыҡмағас өҫтәгеләргә ялыу сыймаҡланы, килеп тикшерһендәр, берәй осо сыҡмай ҡалмаҫ. Тик тикшеренеү ҙә файҙа бирмәне, еңел ҡотолдо, маҡтанылар ғына.
Йылдар үтеүгә оптимизация башланғас, мәктәпте ябыу-япмау, ҡыҫҡартыуҙар тураһында хәбәр таралды. Әммә был та ашнаҡсыға ҡағылманы, әйтерһең яҡлаусыһы бар. Тәүҙә һәммәһен йыйып район башлығы килеп иҫкәртеп сыҡты, республика кимәленән абруйлы тикшереүселәр килергә тейешлеген; шул йыйылышта ашнаҡсының тороп хәбәр һөйләүен әйт. Имеш нисә йылдар өйөнән балаларының иҫке кейемдәрен ҡул, өҫтәл һөртөргә килтерә, иҙән йыуғысын тикшермәҫтәр, ә бына ҡул һөртөрлөк таҫтамал бирегеҙ, был турала нисә тапҡыр иҫкәртһә лә ыңғай хәл ителмәй.
Түрә ярайҙан яуаплаһа ла, ярайҙың башы ауыртмағас был турала онотҡандыр инде, республика комиссияһы ашарға ингәндә ҡулдарын йыуғас ҡайҙа һөртөргә белмәй, ашнаҡсыға ҡарайҙар.
-Һыулы ҡулдарығыҙҙы итәктәрегеҙгә һөртөгөҙ, мин бына егерме биш йыл гел итәгемә һөртәм ҡулымды.
Район башлығы, мәктәп директоры оялғанмылыр, ә бына ашнаҡсының оялмай ҙур кешеләр алдында һүҙ башлауы, ғәмәлгә һыймаҫлыҡ таһа.
Эштән сығарырҙар, шелтә алыр тип күпме көттө Хәлимә Асҡаровна, тағы һыуҙан ҡоро сыҡты. Уҡытыусыларын да әйтерлек түгел, кемеһелер шәкәре күплектән гел һыуһай, инеп сәй йота, икенсеһенең гастрит, йыш ҡапҡылап тормаһа эсе яна башлай, һылтауҙыр, шул ашханала ғәйбәт сәйнәйҙәрҙер күп булһа.
Был юлы ашнаҡсынан ысынтылап ҡотолорға булды, һауыт-һабаһы ялтырап торғас, ата-әсәләрҙән ялыу булмағас, тикшертеүҙән фәтеүә сыҡмаҫ. Ашына бер тапҡыр тоҙ һалып ҡараны, был юлы икенсе сараһын күрер, нисегерәк йылмайып ҡаршыларһың икән алтмыш уҡыусыны тәмһеҙ ашың менән.
Ашнаҡсының ашын әҙерләп, бер аҙ ғына тышҡа сығыуын абайлап, тиҙ генә ашханаға ингән Хәлимә Асҡаровна ниндәй этлек ҡылырын алдан уйламағайны. Һәр әйбер үҙ урынында, шул саҡ күҙенә электр плитәһе аҫтында ултырған ҡомаҡ дарыуы күҙенә салынды, тиҙ генә ағыуҙы алып ҙур кәстрүлдә бешкән ашҡа тондорҙо.
Ул сығып киткәнде береһе лә күрмәгәнлектән, иркен тын алып үҙ эше менән булышты.
Оҙаҡламай ҡыңғырау шылтыраны, балалар көлөшә-көлөшә ашханаға йыйыла башланылар, әрһеҙерәктәре һөрлөгөшөп алға ынтылалар. Үҙе лә һиҙмәҫтән Хәлимә Асҡаровна ашханаға инде, балаларҙың шат йөҙҙәрен күргәс кенә, үҙенең ҡылған ҡылығына үкенеү тойғоһо кисерҙе. Нимә булыр, ашнаҡсыға булған үсе балаларҙа сағылмаҫмы, әллә ашы тәмһеҙ булғанлыҡтан ашнаҡсының насар даны ауылға таралырмы. Ә ағыуҙың тәмен белмәй балалар һәммәһе лә ашаһалар нимә булыр, алтмыш бала ошонда тәгәрәп ятып үлһәләр.
Нимә булырын яңы күҙаллаған Хәлимә Асҡаровна йәһәтләп ашнаҡсы янына килде, ашыңдан тәмһеҙ еҫ килә түгелме, тигән һорауына ашын болғап, бер нисә баланың тәрилкәһенә аш һалған ашнаҡсы уға аптырап ҡараны.
- Юҡтыр, бешергәс үҙем тәмләп ҡараным, борсолорлоҡ түгел.
-Ашап ҡара, үҙең тәмләп ҡара, балалар һеҙ ашамай тороғоҙ! - сабырһыҙланып Хәлимә Асҡаровна балалар алдынан тәрилкәләрҙе кире ташый башланы, сайпылып түгелгән аш итәгенә сәсерәүен ихтибарға алманы.
-Ниндәйҙер ят тәм әйтә, һеҙ ҙә тәмләп ҡарағыҙ әле, Хәлимә Асҡаровна.
-Түк, түк был ашыңды тиҙерәк, тоҙо әсерәк, бер көн ашамағандан балалар үлмәҫтәр...
-Тоҙо әсе булмаҫҡа тейеш, тәүгә бешермәйем дә... Тик аш ашарлыҡ түгел.
Балалар алдындағы аштарҙы кире кәстрүлгә ҡойғас, ашнаҡсы уҡытыусылар бүлмәһенә юлланды, уның артынан өлгөрөргә тырышып Хәлимә Асҡаровна юрғаланы.
- Тиҙ генә райондан санитар тикшереүсе саҡыртығыҙ, бешергән ашымдың рәте юҡ, ниңәлер бөгөн...
-Өйҙән сүп сығарыу кемгә кәрәк, әлегәсә алдынғы мәктәп һаналдыҡ, күренекле коллектив икәнлегебеҙҙе бөтә район белә. Бер кәстрүл аш өсөн шау-шыу тыуҙырып- Хәлимә Аскаровна районға хәбәр итеү өсөн ҡырҡа ҡаршы төштө. Тик ашнаҡсы ғына үҙһүҙләнеп тикшереүсе саҡыртты.
Уҡыусы балаларға сәй менән пряниктәр таратып, кластарына оҙатҡас, ашнаҡсы хәлһеҙләнеп ултырғысына сүгәләне. Кемдең эше булыр, уға ҡарата яуызлыҡ ҡылыусымы, ғәйепһеҙ балаларҙы ас ҡалдырыу кемгә кәрәк булды?
Үҙе тикшереүселәр килгәнсе бер нисә тапҡыр ашын тәмләп ҡараны, аштан үҙенсәлекле тәм килә, таныш еҫ, тик нимә еҫе икәнлеген айыра алмай.
Аштан анализға пробалар алып китеүселәрҙең, тикшереүселәрҙең һорау алыуҙары өс айға тиклем һуҙылды. Көн аша район юлында йөрөүҙәр, йыш тикшереүселәрҙең килеүе эске булмышын ныҡ ҡаҡшатты, сәстәре өс ай эсендә ағарып сыҡты.
- Һинең был эшеңде террорсы статьяһына үҙгәртеүебеҙ мөмкин, нисә баланың ғүмеренә ҡурҡыныс яһалған. Алтмыш баланың яртыһы үлгәндә лә һиңә ғүмерлек төрмә янар ине. Был көслө ағыуҙың әле һау-сәләмәт балаларға үлемесле тәьҫир итеүе мөмкинлегенән генә фараз ителә. Ә араһында ауырыу балалар, аллергия барлыҡҡа килеү мөмкинлеген иҫәпкә алғанда... - тикшереүсенең һүҙҙәренән ашнаҡсының башы әйләнде.
-Мин ошо ауылда тыуып үҫтем, был мәктәптә минең яҡын туғандарымдың балалары уҡый, уларҙы үлтереү миңә нимә бирер ине.
Ашнаҡсыға ҡороған телен көскә ҡыбырлатып яуап биреүе ауыр ине, шулай ҙа көскә дауам итте:
- Мин эшемдә пенсияға сыҡҡансы эшләргә ниәт ҡуйғанмын, мине ашҡа ағыу һалыуҙа ғәйепләһәгеҙ, үҙемдең ашаған тәрилкәмә төкөрөү булыр ине тип уйламайһығыҙмы?
Ниһәйәт оҙаҡҡа һуҙылған тикшереү эше тамамланды. Һуңғы саҡыртҡандарында тикшереүсе уның ғәйепһеҙ булыуын дәлилләп ҡағыҙ тотторҙо.
-Кемдең ашҡа ағыу һалыуын асыҡланыҡ, теләһәгеҙ уны судҡа тарттыра алаһығыҙ, ғариза яҙаһығыҙмы, мораль тетрәнеүегеҙгә компенсиция түләтергә мөмкин.
Өҫтөнән ауыр йөк төшкәнлегенә ҡыуанып күҙ йәштәрен тыя алмаған ашнаҡсы башын ғына һелкене.
-Юҡ, юҡ... Уның миңә бер ниндәй ҙә зыяны тейгәне юҡ,тик аңлай ғына алмайым был ҡылығын. Тыныс күңел менән бәхетле ҡартлыҡ кисерәһем килә, выждан ғазабы бирмәһен Аллаһым.
Был ауыр хәлде мәктәп коллективы нисек ҡабул иткәндер, әммә хәтеренә төшөрөргә теләмәһә лә Хәлимә Аскаровнаның күңелендә ауыр таш булып ятты ҡапыл уйламаған һөмһөҙ ҡылығы, ярай ваҡытында аңына килеп ауыр бәлә-ҡазанан Хоҙай араланы, уға бармаҡ менән төртөп күрһәтеүсе булманы.
Гөлдәр әбей.