Һаҡмар
+24 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
21 Марта 2022, 06:33

Беҙ йәшәгән замана

#Һаҡмар_конкурс  #Тажетдиновконкурсы  Билдәле педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурстына эштәр килеүен дауам итә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға шундайҙарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ. Байыш ауылынан мәғариф ветераны Фәниә Дидар ҡыҙы Шәйәхматова.  Был эштәрҙе сайттан уҡырға була. Конкурсантыбыҙға уңыштар теләйек.

Беҙ йәшәгән заманаБеҙ йәшәгән замана
Беҙ йәшәгән замана

Беҙ йәшәгән замана

Аптырарлыҡ,иҫ китерлек
Беҙ йәшәгән замана.
Власть тиеп йән аталар
Галстуклылар, папка тотҡандар.

Ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә,
Даулашалар ер тиеп.
Ҙур аҡсалар керә кеҫәгә,
Етәкселәр йәшәй типтереп.

Еңел түгел ерҙә йәшәүе,
Жаргон һүҙҙәр баҫҡан донъяны.
Зыялылар аңлап ил хәлен
Изгелектәр ерҙә ҡылһындар.
Йүнселдәрҙең эше уң булһын!

Ҡай берәүҙәр китә донъянан
Күрә алмай һис бер рәхәт тә,
Ләкин үкенесле шуныһы-
Мөмкин түгел тыуыу яңынан...

Намыҫтарын артҡа ташлап,
Оятһыҙлыҡ пәрҙәләре ябынып,
Өй беренсә йөрөп малдар йыя
Покупатель әфәнделәр.

Республикамдың милли батыры
Салауат тора Ағиҙел ярында.
Тарих аша беҙгә ҡарап
Уфтаналыр беҙҙең дәүергә.

Үртәләлер батыр атында
Фарманы бирер әмәле юҡлыҡҡа.
Халҡым бәхете өсөн ғүмерен биреп,
Һәләк булған батыр Салауат.

Ышанамын яҡты киләсәккә,
Эшсе ҡулдар биҙәп еремде.
Әйҙә һәр кем булһын бәхетле.
Юғалтмаһын өмөт- ышанысын
Яҙған саҡта ғүмер китабын. 


Икмәк
Ни күрәмен, ерҙә ята
Бер телем икмәк.
Кем эшелер, ташлап киткән,
Алдым ҡулыма ипләп.

Ауыр уйҙар килде башҡа-
Әйләнгән бит икмәк ташҡа.
Шул саҡ иҫкә төштө
Донъялағы оло хәҡиҡәт.

Тормош йәме ,йәшәү көсө
Изгеләрҙән-изге
икмәктә.
Өҫтәлдәрҙе гелән биҙәп торһон
Уңып бешкән ҡалас - бәлештәр.

 

Болоҡһоу күңел

Әллә ниндәй уйҙар ҡайнай башта,
Уйылып та хатта китерлек.
Осо-ҡырыйы булмаған уйҙарҙың
Осона ла булмай барып етерлек.

Эй,был донъя- кемдәр генә
Һиңә килеп,һинән китмәгән.
Был донъяның әсе- сосохон
Булмайҙыр ул,татып - бөтөрөп.

Атай-әсәй, башҡа туғандар
Күптән гүр эйәһе булдылар.
Һеҙ булмағас ,тормош йәмен
Тоя алмай һис тә күңелдәр.

Эх,ҡайтырға ине кире үткәндәргә,
Ғәмһеҙ генә бала саҡтарға.
Атай-әсәй ҡосағының йылыһында
Ҡалаһы ине шулай бер аҙға.

Фәниә Шәйәхмәтова, 

Байыш ауылы. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас