Һаҡмар
+29 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
16 Марта 2022, 03:43

Мин яратам

#Һаҡмар_конкурс#ТажетдиновконкурсыБилдәле педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Азамат Тажетдинов исемендәге ижади конкурстына эштәр килеүен дауам итә. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға шундайҙарҙың береһен тәҡдим итәбеҙ.  Билдәле ағинәй Көнһылыу Сөләймәнова был юлы "Ярата бел", "Һүҙ ҡөҙрәте", "Туғанлыҡ" шиғырҙарын һәм "Сәсән тауышы тынмаҫ..." исемле ҡобайырын тәҡдим итте. Был эштәрҙе сайттан уҡырға була.  Конкурсантыбыҙға уңыштар теләйек. 

Мин яратамМин яратам
Мин яратам

Ярата бел

 

Яратҡандар һөйгәндәрен

Һис бер рәнйетмәҫ.

Уны нахаҡ һүҙҙәр менән

Бер ҙә кәмһетмәҫ.

 

Яратҡандар һөйгән йәрен

Кисерә белә.

Улар ғына йән һөйгәнен

Аңлай ҙа белә.

 

Яратҡандар, илағанда,

Йыуата белә,

Күңелеңде иретерлек

Һүҙҙәрҙе белә.

 

"Яратам!" - тип, әйтһәң әгәр,

Ысынлап ярат.

Яратҡандар һөйгәненә

Ҡуймайҙар талап!

 

14.02.2020.

Туғанлыҡ.

 

Донъя мәшәҡәте баҫһа ла,

Онотмағыҙ туған барлығын.

Хәлегеҙҙе белеп, осрашырға

Һеҙҙе һағынып көтөп тороуын.

 

Ситкә типмәгеҙ һеҙ туғандарҙы,

Таш бәғерле, ҡырыҫ булмағыҙ,

Йәлләмәгеҙ йылы ҡарашығыҙ,

Араларға кәртә ҡуймағыҙ.

 

Ҙур бәхет ул иҫән - имен саҡта

Күрешергә туған булыуы.

Шау - гөр килеп, барын иҫкә алып,

Осрашыуҙан көс - дәрт алыуы.

 

Онотмағыҙ, һеҙ бит бәхетле

Туғанығыҙ янда булғанда.

Шатлыҡ - ҡайғыларҙы бергәләп

Яҡындарың менән бүлгәндә.

2019.

 

Һүҙ ҡөҙрәте

Һүҙ бар нәмәнән дә көслө:

Бер яман һүҙ үлтерһә,

Бер йылы һүҙ үлеп барған

Йәнде лә бит терелтә.

 

Бер йылы һүҙ етмәгәндән

Яңылыша яҙмыштар.

Йөрәгеңдән сыҡҡан һүҙҙән

Төҙәләләр хаталар.

 

Бер йылы һүҙ көтәһең

Ҡалып ҡайсаҡ яңғыҙың.

Бер, бары бер йылы һүҙ

Көткән саҡтар аҙ түгел.

 

Наҙлы, йылы шул бер һүҙҙән

Йылынып китә күңел.

Бер һүҙ ҡайсаҡ үлтерә лә

Терелтә лә беҙҙе ул.

2019.

 

Сәсән тауышы тынмаҫ...(ҡобайыр).

Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 160 йыл тулыуға ҡарата.

 

Этҡоломдоң кеме юҡ,

Кеме юҡ та, нийе юҡ?

Ижадын тыуған халҡымдың -

Аманатын һаҡлаусы,

Беҙгә мираҫ итеүсе,

Үҙе лә ижад итеүсе,

Халыҡ ижадын терелтеп,

Бар донъяға танытҡан,

Ата - баба ҡомартҡыһын

Йәш быуынға еткергән

Бөйөк Хәмит сәсәне

Булған бит аүылымдың.

 

Кем ул Хәмит сәсән, тиеп,

Һеҙ әгәр һораһағыҙ,

Минең яуабым әҙер,

Тыңлай ғына күрегеҙ.

Бөрйән ырыуы ерендә,

Бәләкәй Этҡол ауылында,

Ярлы крәҫтиән өйөндә,

Бынан 160 йыл элек

Хужиәхмәт улы Хәмит,

Ҡырғыстар араһының

Отҡор һәм зирәк улы -

Буласаҡ сәсән тыуған.

 

Башланғыс белемле булғас,

Муллаҡайға юл тотҡан,

Данлы Сәиди мәҙрәсәһендә

Артабан белем эстәгән.

Мәшһүр Хәмит сәсәнебеҙ

Оҫта ҡурайсы булған.

Йырҙың тарихын һөйләп,

Ҡурайында көйләгән.

 

Сәсәндәр бәйгеһендә

Призлы урын биләгән.

Оло көрәш майҙанында

Һис тә билен бирмәгән.

Мировой судъя булғас,

Халыҡ йомөшо менән

Атын егеп, ер гиҙеп,

Алыҫ юлда йөрөгән ул.

Башҡорт халыҡ йырҙарын,

Ҡобайыр, иртәктәрен

Яттан һөйләп халҡына

Мираҫ итеп ҡалдырған.

 

Башҡорт халыҡ сәсәне

Буранғолов Мөхәмәтша

Килгән оло йыйынға

Сарҙаҡ күле буйына.

Үткән быуат башында,

Ошо күлдең янында,

Хәмит һәм Ғәбит сәсән

Мөхәмәтша сәсәнгә

Бөйөк "Урал батырҙы"

Яттан һөйләп яҙҙырған.

Шулай итеп өс сәсән

Эпосты яңынан тыуҙырған.

 

Бер быуатҡа яҡын ваҡыт

Һиҙҙермәйенсә уҙҙы.

Халыҡ хәтере яңырҙы:

Тарихи таш терелде.

Сәсән утары хаҡында

Нигеҙ таштары һөйләй,

Ел иҫкәндә аҡ ҡылғандар

Халыҡ моңдарын көйләй.

Сәсәндәр иҫтәлегенә

Таҡтаташ ҡалҡып сыҡты,

Өс сәсән - өс ҡарагас

Зәңгәр күккә олғашты.

Сәсәндәрҙең быуынын

Ейәндәр дауам итер,

Ҡурайсы, сәсән Хәмиткә

Лайыҡлы алмаш үҫер!

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас