Мин ышанам
Бер кемгә лә ышанырлыҡ түгел,
Ышанаһың бары үҙеңә.
Кемдер арттан көлөн һибеп ҡала,
Бәреп әйтмәһә лә йөҙөңә.
Бер кемгә лә ышанырлыҡ түгел,
Дуҫ тигәнең була дошманың.
Серең сисһәң, китер башҡынайың –
Яндарыңда йөрөй ҡуштаның.
Була: ҡайсаҡ мин кемдәндер түгел,
Үҙ-үҙемдән ҡуям шикләнеп.
Асылыма ҡайта алмай йонсоп,
Ҡалам күңелемдә бикләнеп.
Мин ышанам бары тыуыр көнгә,
Мин ышанам ысын һөйөүгә.
Ышанамын бер саҡ һуң булһа ла
Ғәҙеллек тантана итеүгә.
17.05.2020 й.
Моңло көй ишеттем
Алһыу таңда моңло көй ишеттем,
Йөрәк ярҙы гармун сыңлауы.
Күңел тулҡындарын тибрәндерҙе
Кемдәрҙеңдер хисле йырлауы.
Тындар алмай ҡалып тыңлап торҙом,
Һиҫкәнде лә йәнем, туланы.
Булмышымды шул моң әсир итте:
Йырланы ла гармун, иланы.
Алһыу таңда моңло көй ишеттем,
Шымып ҡалды шул саҡ былбылдар.
Барса тәбиғәтте сихырланы
Йөрәк һыҙып сыҡҡан был моңдар.
Ҡайҙан килә шундай сихри моңдар:
Көйҙәре бит ниндәй, илаһым!
Шул моңдарҙан йәнем күккә ашты,
Йырланым да шул саҡ, иланым.
Алһыу таңда яңғыраған был көй
Моңһоҙҙарҙың асһын бар моңон.
Дәртһеҙҙәрҙең тартһын күңел ҡылын,
Уйна, йырла, моңло гармуным!
Ҡайғырмағыҙ, ҡыҙҙар!
Иламағыҙ, ҡыҙҙар, берҙә юҡҡа,
Атмай тиеп һөйөү гөлдәре.
Алда әле иләҫ-миләҫ итер
Мөхәббәттең наҙлы көндәре.
Ҡайғырмағыҙ, ҡыҙҙар, йәрем юҡ тип,
Булыр йәрҙәр, булыр һөйгәндәр.
Һары алтын төбө сабырлыҡтың –
Үҙ тиңдәрен табыр көткәндәр!
Бошонмағыҙ, ҡыҙҙар, сәскәләр ҙә
Бүләк итмәй тиеп егеттәр.
Ысын йән һөйгәндәр сәскә түгел,
Йөрәктәрен бүләк итерҙәр!
2022 йыл.