Конкурстар
14 Марта 2022, 03:42

Көмөш сылбыр -- Нәфисә Мәмбәтоваға!

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡотлайым һине, гүзәл зат!" тип аталған конкурсыбыҙҙы йомғаҡларға сират етте. Конкурс шарттары буйынса ул 14 мартҡа тиклем дауам итергә тейеш ине. Шунлыҡтан тауыш биреүҙе төнгө сәғәт 12-лә туҡтаттыҡ.  Шулай итеп, 1-се урынға 555 тауыш йыйып, Баймаҡ ҡалаһынан Нәфисә Мәмбәтова лайыҡ булды. Икенсе урынды 440 ьауыш йыйып, Әбйәлил районының Байым ауылынан Зөлхизә Әхмәтова алды. 3-сө урын 281 тауыш йыйған Илназ Исхаковҡа бирелде.  Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Конкурс еңеүселәрен Гүзәл Шәрипова (https://vk.com/public209329388) тәҡдим иткән шәп бүләктәр көтә.1-се урынға көмөш сылбыр, 2-3-сө урындарға 500 һумлыҡ сертификат бирелә.  Ҡотлайбыҙ! 

Көмөш сылбыр -- Нәфисә Мәмбәтоваға!Көмөш сылбыр -- Нәфисә Мәмбәтоваға!
Көмөш сылбыр -- Нәфисә Мәмбәтоваға!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Ҡотлайым һине, гүзәл зат!" тип аталған конкурсыбыҙҙың икенсе этабын тамамларға ла сират етте. Ҡотлау һүҙҙәрен яҡын кешеһенә юллаған 9 конкурсантыбыҙ араһынан иң-иңдәрҙе билдәләйбеҙ.

Ысынында ла иһә һәр ҡотлау үҙенсәлекле, үҙенә күрә иң матуры булды. Шулай ҙа конкурс конкурс булып ҡала. Уның мотлаҡ еңеүсеһе булырға тейеш. Был юлы беҙҙең өс еңеүсебеҙ бар. Уларҙың һәр ҡайһыһын көмөш биҙәнеү әйберҙәре көтә. Беренсе урынға Гүзәл Шәрипова (https://vk.com/public209329388) тәҡдим иткән көмөш сылбыр, икенсе урынға 500 һумлыҡ сертификат бүләк ителә. 

Ғүмәр ауылынан Гөлнур Хәсәнова, Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева, Йылайыр районы Шанск ауылынан Гөлдәр әбей ― Гөлдәр Калимуллина, Илназ Исхаков, Байыш ауылынан мәғариф ветераны Фәниә Шәйәхмәтова, Баймаҡ ҡалаһынан күп балалы әсә Гөлдәр Абдуллина-Ходакова, Әбйәлил районының Байым ауылынан Зөлхизә Әхмәтова, Сығышы менән Баймаҡтан булған, әле Өфө ҡалаһы янындағы Охлебин ауылында йәшәгән Ғәлиә Солтанова, Баймаҡ ҡалаһынан Нәфисә Мәмбәтова конкурста көс һынашты. 

Шулай итеп, 1-се урынға 555 тауыш йыйып, Баймаҡ ҡалаһынан Нәфисә Мәмбәтова лайыҡ булды. Икенсе урынды 440 ьауыш йыйып, Әбйәлил районының Байым ауылынан Зөлхизә Әхмәтова алды. 3-сө урын 281 тауыш йыйған Илназ Исхаковҡа бирелде. 

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ. Конкурс еңеүселәрен Гүзәл Шәрипова (https://vk.com/public209329388) тәҡдим иткән шәп бүләктәр көтә.
1-се урынға көмөш сылбыр, 2-3-сө урындарға 500 һумлыҡ сертификат бирелә. 

Ҡотлайбыҙ! 

Еңеүселәр https://vk.com/public209329388 төркөмөнә инеп, йә иһә ватцапҡа 89659328128 телефон һандары буйынса яҙып алырға була. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас