Һаҡмар
+28 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
7 Марта 2022, 16:41

Әсәйҙәрһеҙ йәшәү ерҙә

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Әбйәлил районының Байым ауылынан Зөлхизә Әхмәтова.  Зөлхизә йәш конкурсантыбыҙ. Әле уға 19 йәш.  Зөлхизә әсәһенә ҡотлау һүҙҙәрен ― шиғри юлдарын юллай. 

Әсәйҙәрһеҙ йәшәү ерҙәӘсәйҙәрһеҙ йәшәү ерҙә
Әсәйҙәрһеҙ йәшәү ерҙә

Зөлхизә Әхмәтова.

Әсәйҙәрһеҙ йәшәү ерҙә
Гел болотло көн кеүек.
Күҙҙәрҙә лә һағыш ҡына,
Көндәре лә төн кеүек.
Әсәй бит ул - өй ҡояшы!
Йәнде йылыта,нурлай..
Изге доғалары менән
Бәләләрҙән ҡурсалай.
Ауырлыҡтар бөгөп һалһа
Әсәй ала ҡосаҡҡа.
Шифалы һүҙҙәрен табып,
Йыуата ул һәр саҡта.
Үҙеңдән дә ныҡ шатлана
Уңыштарға ирешһәң,
Әсәй һәр саҡ янда була
Ауырлыҡҡа бирешһәң...
Ниндәй генә һүҙҙәр табып
Һиңә рәхмәт әйтәйем?
Терәк - таянысым булып.,
Оҙаҡ йәшә,Әсәйем !!!

Зөлхизә Әюмәтова.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас