Һаҡмар
+16 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
6 Марта 2022, 15:58

ЯҘ ЙӘШӘЙ!..

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ:  Баймаҡ ҡалаһынан Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева. Айгөл Иҙелбаева районда ғына түгел, республикала танылған шағирә. Был юлы ул ҡотлау һүҙҙәрен “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һылыуҙары һәм барлыҡ ижадсы гүзәл заттарға йүнәлтә.  Ҡәҙерле “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һылыуҙары һәм барлыҡ ижадсы гүзәл заттарыбыҙ! Һеҙҙе тулҡынландырғыс сихри наҙ, ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзаялай сафлыҡ... Тулыраҡ сайтта.

ЯҘ ЙӘШӘЙ!..ЯҘ ЙӘШӘЙ!..
ЯҘ ЙӘШӘЙ!..

Ҡәҙерле “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе һылыуҙары һәм барлыҡ ижадсы гүзәл заттарыбыҙ!


Һеҙҙе тулҡынландырғыс сихри наҙ, ҡарҙы тишеп сыҡҡан умырзаялай сафлыҡ, мамыҡ шәлендәй йомшаҡ хәстәр, ер менән күкте сорнаған ажғыр буранлы хистәр билгеһе булған яҙҙың иң тәүге күркәм байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!


Ҡояштың сағыу нурҙарынан йөрәктәрегеҙ һөйөүгә һәм илһамға нисек тулһа, һеҙҙең донъяғыҙ ҙа шулай балалар һәм ейәндәрегеҙҙең шат көлөүҙәренә сумһын, һәр иртәгеҙ йөрәктәрегеҙҙе йәйғорҙай сағыу көлтәләре менән генә түгел, мөғжизәле хуш еҫтәре менән дә иркәләһен, ояғыҙ йырҙай нурлы, ҡошсоҡтарығыҙ иркә, янығыҙҙағы илһам ҡошоғоҙ сал Уралдың аҫыл шоңҡарылай батыр һәм сая булһын! Йылмайыуҙан һөйөү яралһын!..

ЯҘ ЙӘШӘЙ!..
Ҡатын-ҡыҙ тик яҙҙа йәшәй,
Яҙ йәшәй ҡатын-ҡыҙҙа -
Керпектән түгелгән нур бит
Йөрәк дөрләткән ҡуҙҙа!..

Осҡон сәскән күҙҙәрендә,
Йылмайыу балҡышында -
Яҙ сағыла майҙа ғына
Түгел, хатта ҡышын да!

...Яҙҙан һөйөү еҫе аңҡый,
Ойота сәңгелдәктә,
Хыялдарға урала ла
Саҡыра зәңгәрлеккә!

... Ҡайсаҡ яҙ тәрән йәшенә -
Уратҡанға һалҡын боҙ...
Ҡошсоҡтай йөрәк тибешен
Ишеталмай ҡатын-ҡыҙ...

... Күңел нурҙарын йәлләмәй
Әгәр һөйөп баҡһағыҙ -
Йәйелер бәхет келәме
Ҡыйып ҡына баҫҡыһыҙ!..

Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас