+21 °С
Облачно


Ҡәҙерле дуҫтар! Әгәр ҙә һеҙ 8 март байрамы менән ҡәҙерле кешегеҙҙе, туғанығыҙҙы, әсәйегеҙҙе, өләсәйегеҙҙе, апайығыҙҙы, һеңлегеҙҙе, һөйгәнегеҙҙе йә коллегағыҙҙы үҙенсәлекле итеп ҡотларға теләйһегеҙ икән -- тимәк был конкурс һеҙҙең өсөн!
Бәлки һеҙ шиғыр ижад итерһегеҙ, бәлки һеҙ йыр йырларһығыҙ, бәлки һеҙ бейеү бүләк итерһегеҙ! Бәлки һеҙ бары тик фотоһын ҡуйып, ҡотлау һүҙҙәрен генә яҙырға теләрһегеҙ! Рәхим итегеҙ!
Ҡәҙерле дуҫтар! Был шәп конкурста ҡатнашып, беренсенән, һеҙ яҡынығыҙҙы ҡотларһығыҙ! Икенсенән, бүләк отоу мөмкинлеге лә бар!.
Конкурсҡа заявкаларҙы 8 мартҡа тиклем ҡабул итәбеҙ. 9 мартта конкурстың 2-се этабы башланасаҡ.