+23 °С
Облачно


Бөгөн "Айыуҡай" балалар баҡсаһында "Зарница" уйыны үтте. Сарала мәктәпкә әҙерлек төркөмө менән өлкән йәштәге балалар төркөмө көс һынашты. Бәләкәстәргә ярҙамға атайҙары ла килде.
Балалар атайҙары менән бергә арҡан тартышты, йүгерҙе, һикерҙе, йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне һәм... һалдат бутҡаһын ашанылар.
Күңелле саранан балалар ҙа, атайҙар ҙа дәрт-көс алдылар. Афарин!
Шулай уҡ ошо видеоны "Айыуҡай"ҙар беҙгә конкурсҡа ебәреп өлгөрҙөләр. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бәләкәстәр өсөне тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек.
Видеоны ошо һылтанмаға инеп ҡарап була.