Конкурстар
10 Февраля 2022, 03:27

Мөхәббәт утында янып...

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Әхмәр ауылынан Зөлфәт Йәнтурин.  Ҡәҙерле дуҫтар! Зөлфәт Йәнтуриндың шиғырын сайттан инеп уҡығыҙ! 

Мөхәббәт утында янып...Мөхәббәт утында янып...
Мөхәббәт утында янып...
Мөхәббәт утында янып
Йөрөгән саҡтар бар ине.
"Яратһаң ҡыҙҙы, - ти әсәй, -
Кәләш итеп ал", - тине.

Ундай тойғо баштан үткәс,
Яҙырға була хәҙер.
Ғашиҡ булған хисле кеше.
Утҡа инергә әҙер!

Эй, мөхәббәт, ҡайҙан килеп
Тап булдың һин юлыма. 
Аҙашып та сығып китер инем
Тоттормаһаң бәхет ҡулыма.

Был бит бәхет инде, нисә йылдар
Яҡтырталар минең юлымды!
"Ошо юлдан бергә үтәйек", - тип,
Бирҙең миңә ике ҡулыңды.
 
Зөлфәт Йәнтурин. Әхмәр ауылы
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас