Һаҡмар
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Конкурстар
9 Февраля 2022, 16:39

Мөхәббәтем - серле йоҙаҡ...

#Һаҡмар_конкурс Ҡәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алығыҙ: Кәрешкә ауылынан Төнзилә Йәнтилина. 

Мөхәббәтем - серле йоҙаҡ...Мөхәббәтем - серле йоҙаҡ...
Мөхәббәтем - серле йоҙаҡ...
Тәнзилә Йәнтилина
 
Мөхәббәтем - серле йоҙаҡ,
Асҡыстары һинең ҡулда.
Тик хистәрем һыйырмы һуң
Барлы-юҡлы һигеҙ юлға?

Татлы һөйөү уттарында
Ете янып, ете һүнәм.
Һиңә булған хистәремде
Аңлатырмы ете һөйләм?
 
***
Ғашиҡтарға һүҙ әйтмәгеҙ,
Һөйһөндәр - көнләшмәгеҙ.
Тик наҙлы һөйөү хистәрен
Һәр кемгә өләшмәгеҙ!

Йән яратҡан, күңел тартҡан
Булалыр берәү генә.
Һөйөү - асҡыс яратыу ул
Шул берәү йөрәгенә.
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас