

Һаман булһа мин һайланам әле,
Матурҙан да матур эҙләйем.
Ысын һөйөү килеп ишек ҡаҡһа,
Ни эшләрмен икән, белмәйем.
Күпме төндәр йоҡлай алмайынса
Үрһәләнәм, көшәм, юҡһынам.
Бармы икән шундай берәй кеше
Мине һағынып, мине юҡһынған...
****
Әллә ниңә килеп күрендең дә,
Күңелемә минең үрелдең.
Оноторға һине тырышһам да,
Мөхәббәтем булып күрендең.
Көтәмен дә, көтмәйем дә кеүек,
Яңғыҙ үтә айлы кистәрем.
Бер көн килеп минең яндарыма,
Оноторға һине тырышһам да,
Һөйәм һине тиһәң ни эшләрмен?
Мөхәббәттең һуҡмаҡтарын күптән
Әрем үләндәре ҡаплаған.
Кемдәр генә тим йәшлегемдә
Ялҡынында уның янмаған.
Ғәмһеҙ йәшлек йылдары урап,
Бер ҡайтаһы ине йүгереп.
Сорналып та керһеҙ мөхәббәткә
Эх, йөрөйһө ине тилереп...
Мөхәббәт ул ― илаһи бер көс.
Йәшәү йәме, хистәр тулҡыны.
Мәңгелек яҙ беҙҙең күңелдәрҙә
Дөрләп аҡҡан һыуҙың ташҡыны.
Мөхәббәт ― ул йәшәү сығанағы,
Онотолмаҫ һөйөү ғазабы.
Хыял уты, күктең зәңгәрлеге,
Саф тойғолар уның биҙәге.
Фәриҙә Рәхмәтуллина.