+14 °С
Облачно


Әлфинә Ультракова Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан.
Әлфинә үҙе тураһында: «Бала саҡтан шиғырҙар, әкиәттәр яҙам. Илһам күңелемә бик яҡын. Йырҙар ҙа яҙыла башланы.Тормош иптәшем менән ике ул үҫтерәбеҙ, әле бәләкәсе менән өйҙә ултырам. Буш ваҡытымда төрлө ҡул эштәре менән булышам», ― тип яҙған.
Әлфинәнең шиғырын ҡабул итеп алығыҙ:
Мөхәббәт - ул оло йыһан,
Бар уның үҙ ҡануны.
Ҡайнар хистәр урғыла,
Әҙәм заты уның ҡоло.
Татлы ла, ғазаплы ла,
Серле лә һин-
мөхәббәт.
Мәнгегә тоғро ҡала
Мөхәббәткә ғашиҡ йөрәк.
Әлфинә Ультракова, Хәйбулла районы.