-4 °С
Ясно


Ҡарамурзина Гөлфиә Зөфәр ҡыҙы: «Данлыҡлы Сыңғыҙ ауылынанмын. Күңелгә илһам килгәндә шиғырҙар, нәҫерҙәр ижад итәм. Ҡул эштәрен дә яратам, айырыуса бәйләм эштәре күңелемә яҡын. «Һаҡмар» гәзитенең һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам, был гәзитебеҙ артабан да үҙенен эстәлеге менән һәр уҡыусыны ҡыуандырып торһон», ― тигән теләктәрен дә еткергән.
Мөхәббәт - ул шундай тойғо,
Үҙе сихри, үҙе моңло.
Бер ҡараһаң юҡ күмере,
Бер ҡараһаң үҙе ҡуҙлы.
Мөхәббәттән донъя яралған,
Ялҡынынан хистәр таралған.
Ике ғашиҡ йөрәгенә лә бит,
Үткер генә уҡтар ҡаҙалған.