Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарары менән быйыл да “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы бала” конкурсы ойошторолдо. Уның маҡсаты – туған телдә әҫәрҙәр уҡыуға балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу, милли рух тәрбиәләү.
Шуныһы ҡыуаныслы, интернет селтәре бөтә донъяны солғап алғанда, башҡорт телендәге китаптарҙы уҡыусылар бар.
Конкурс 3 категорияла үткәрелеп, уға йомғаҡ яһалды. 1-3-сө кластар араһында Буранбай мәктәбенән Асия Ильясова еңеп сыҡты. Ул 62 китапты уҡып сыҡҡан. 4-7-се кластар араһында иһә шул уҡ мәктәптән 55 башҡорт китабы уҡыған Илзинә Үтәбаева алдынғылыҡты бирмәне. 8-11-се кластарҙан Әхмәр мәктәбе уҡыусыһы Айгизә Әбдисова, 68 башҡорт китабы, 18 башҡорт журналы уҡып, 1-се урынды яуланы.
Афарин, ҡыҙҙар! Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Уларға район башҡорттары ҡоролтайы исеменән бүләктәр тапшырыласаҡ. Башҡа уҡыусыларҙы ла бәйгелә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ. Китап донъяны танып белергә, тормошто аңларға, хис-тойғоларҙы тәрбиәләргә, иң мөһиме – туған телеңдең байлығын, матурлығын тойорға, туған халҡыңдың үткәнен, бөгөнгөһөн, йолаларын, йәшәйеш ҡанундарын аңларға өйрәтә түгелме?!
Вәсимә Ямантаева,
район башҡорттары ҡоролтайының тел һәм мәғариф комиссияһы рәйесе.