Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Апрель 2020, 14:38

Һин - әсә, һин һүрәт төшөрәң! Тимәк был конкурс һинең өсөн

Һәр әсә үҙендә әллә күпме талантты йәшерә. Бәпәйенең тыуыуын көткәндә йә уны тәрбиәләгән саҡта үҙендә ижади һәләтен асҡан әсәләрҙе был конкурсҡа саҡырабыҙ. "Әсәлек таланттар аса" ижади вернисажда ҡатнашығыҙ! Әсәлекте, хеҙмәтте һәм социаль тормошто яҡлаусы министрлығы һәм "Бәхет территорияһы" фонды "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы менән берлектә "Әсәлек таланттар аса" үҙенсәлекле ижади вернисажы республиканың һәүәҫкәр рәссәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы конкурста саҡырырға саҡыра.

Донъяла үҙенсәлекле бер һәләт бар. Ул да булһа әсәлек таланты. Әүәләп, әүмәләп, бөйөк тасыштарға этәрәргес көс бирерлек тәрбиә биреү - ниндәйҙер ижади эш башҡарыуға ҡарағанда ауырыраҡ та, яуаплыраҡ та.
Һәр әсә үҙендә әллә күпме талантты йәшерә. Бәпәйенең тыуыуын көткәндә йә уны тәрбиәләгән саҡта үҙендә ижади һәләтен асҡан әсәләрҙе был конкурсҡа саҡырабыҙ. "Әсәлек таланттар аса" ижади вернисажда ҡатнашығыҙ! Әсәлекте, хеҙмәтте һәм социаль тормошто яҡлаусы министрлығы һәм "Бәхет территорияһы" фонды "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы менән берлектә "Әсәлек таланттар аса" үҙенсәлекле ижади вернисажы республиканың һәүәҫкәр рәссәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы конкурста саҡырырға саҡыра. Сараның инициаторы булып Республика Башлығының ҡатыны Каринэ Хабирова сығыш яһай.
Күргәҙмәлә Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәләтле барлыҡ әсәләр ҙә ҡатнаша ала. Һүрәттәр холста йә ватманда май, акрил, акварель, гуаш, пастель ҡулланып төшөрөлөргә тейеш. Формалары стандарт булыуы мөһим (прямоугольник, квадрат). Мөмкин булһа, эштәрҙе рамка менән биҙәп ҡуйырға була. Картинаның тематикаһы, төшөрөү техникаһы мөһим түгел. Ойоштороусылар һәр эштең аҫтына исем-шәрифен, картинаның исемен яҙыуҙарын һорайҙар.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың ғаилә порталында - семьярб.рф, 8 (347) 286-02-37 (Республиканский ресурсный Центр «Семья») телефоны буйынса алырға була.
Заявкалар апрель аҙағына тиклем [email protected] почтаһына ҡабул ителә. Бының өсөн анкета тултырып, электрон хатҡа эштәрегеҙҙең фотоларын (3 шт) һалығыҙ. Үҙизоляцияла төшөрөлгән һүрәттәрҙе айырып күрһәтегеҙ, улар айырым билдәләп үтелә.
Читайте нас: