Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Апрель 2018, 13:51

"Пенсионерҙар - "Һаҡмар"ға!"

“Һаҡмар” гәзитенең дуҫтары араһында оло йәштәгеләр бик күп. Шуны иҫәпкә алып, улар араһында райондың ветерандар советы менән берлектә (рәйесе Роза Мараканова) “Пенсионерҙар, “Һаҡмар”ға!” конкурсын үткәрергә ҡарар иттек.

“Һаҡмар” гәзитенең дуҫтары араһында оло йәштәгеләр бик күп. Шуны иҫәпкә алып, улар араһында райондың ветерандар советы менән берлектә (рәйесе Роза Мараканова) “Пенсионерҙар, “Һаҡмар”ға!” конкурсын үткәрергә ҡарар иттек. Конкурс Баймаҡ ҡалаһы һәм ауылдарҙағы ветерандар ойошмалары араһында барасаҡ.

Ҡайһы ветерандар ойошмаһы 2018 йылдың икенсе ярты йыллығына иң күп гәзиткә яҙҙыртыр икән? Квитанцияларҙың күсермәһен райондың ветерандар советына тапшырырға кәрәк буласаҡ. Улар араһында тәүге 5 урын билдәләнәсәк һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
– Районда әсә телендә донъя күргән берҙән-бер “Һаҡмар” гәзитен башҡорто ла, урыҫы ла, башҡа милләт кешеһе лә алдырырға тейеш тип уйлайым, – тине Роза Мараканова. – Ни өсөн, тигән һорау бында урынһыҙ. Киләсәк быуындың яҙмышы беҙҙең ҡулда. Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ ниндәй мөхиттә тәрбиә алып үҫер, улар киләсәктә кем булыр? Башҡорт телен онотоп, урыҫса һөйләшә башламаҫтармы? Әсәһенә – “мам”, атаһына – “пап”, ә беҙгә “бабуля”, “дедуля” тип өндәшеүҙәрен теләмәйһегеҙҙер бит?
“Һаҡмар” гәзитенең яҙмышы ул – балаларыбыҙҙың яҙмышы. Был һорау беҙҙең өсөн бик мөһим. Шуға күрә лә киләсәк быуын яҙмышына битараф булмаған һәр кем бер ниндәй икеләнеүһеҙ “Һаҡмар” гәзитен алдырырға тейеш. Ә гәзиттең үҙенә килгәндә, унда райондағы барлыҡ яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бик күп. Күршебеҙҙең хәлен дә күп осраҡта гәзит аша беләбеҙ түгелме? Балалары ҡотлап, иң изге теләктәрен гәзит аша еткерә. Белгән-күргән кешебеҙҙең вафаты хаҡында ла мәғлүмәттәр баҫыла. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алып, 17 мең “ғәскәремә” – пенсионерҙарыма мөрәжәғәт итәм – бөтәгеҙ ҙә “Пенсионерҙар, “Һаҡмар”ға!” акцияһына ҡушылығыҙ! Төрлө байрамдар, юбилейҙар менән ҡотлап, “Һаҡмар” гәзите квитанцияһын тапшырыу иң ҙур бүләк буласаҡ.
Конкурс 20 майға тиклем дауам итәсәк. Ашығығыҙ, дуҫтар!

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы

.


Читайте нас: