Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
11 Апрель 2018, 16:41

Конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Февраль һәм март айҙарында “Һаҡмар” гәзите уҡыусылары араһында Ғаилә йылына арналған “Минең атайым һалдат булған” һәм “Әсәйем – матурым” фотоконкурсы иғлан ителгәйне.

Февраль һәм март айҙарында “Һаҡмар” гәзите уҡыусылары араһында Ғаилә йылына арналған “Минең атайым һалдат булған” һәм “Әсәйем – матурым” фотоконкурсы иғлан ителгәйне.

Конкурсҡа килгән эштәр “Һаҡмар” гәзитенең рәсми сайтына ҡуйып барылды. Бөгөн атап кителгән конкурстарға йомғаҡ яһайбыҙ. Һүҙ юҡ, беҙгә килгән һәр фото ҡәҙерле һәм яҡын. Шунлыҡтан еңеүсене билдәләүе еңелдән булманы.
“Атайым һалдат булған” фотоконкурсында Муллаҡайҙан Наҙгөл Нурасова еңеүсе тип билдәләнде. Бына ул атаһы тураһында нимәләр яҙа: “Мин Муллаҡай ауылында йәшәйем. Исемем Наҙгөл. Мин – ауылыбыҙҙағы иң бәхетле ҡыҙҙарҙың береһе! Ни өсөн тип уйлайһығыҙмы? Сөнки мин атайымдың яратҡан ҡыҙы. Ә атайым шундай шәп кеше! Кәртәбеҙ тулы мал, ҡайһы ваҡыт мин уларҙы ашатып, һыу эсереп арып-йыбанып китәм. Ә атайым арымай ҙа, йыбанмай ҙа! Ул солоҡ балы менән дә шөғөлләнә. Үҙебеҙгә лә етә, һатып та ебәрә. Тағы беҙҙең өсөн аҡса эшләй. “Урмандан ҡайтмай”, – тип ҡустым менән мыжып алабыҙ. “Һеҙҙең өсөн тырыша бит”, – тип әсәйебеҙ беҙҙе йыуата. Атайым ағас ҡырҡып, буралар ҙа эшләп һата. Атайым менән әсәйем өс бала тәрбиәләйҙәр. Әсәйем беҙ эштән, уҡыуҙан ҡайтыуыбыҙға тәмле-тәмле нәмәләр бешереп тора. Йәй көндәре матур-матур сәскәләр үҫтерергә ярата. Атайым менән әсәйем шулай бер-береһенә ярҙам итеп кенә торалар. Өйҙә күңелле була шул мәлдә. Бына шуға ла мин ныҡ бәхетле”.


Ә инде “Әсәйем – матурым” фотоконкурсында Ҡуянтауҙан Азат Мырҙабулатов еңеү яуланы. Азат үҙенең ҙур, татыу ғаиләһе тураһында беҙгә хат та яҙып ебәргән. “Әсәйем Мырҙабулатова Мәғүзә Сөнғәт ҡыҙы 1961 йылда тыуған. Эшһөйәр уңған ҡыҙ Ҡуянтау ауылына эшкә килә. Шунда ул тормош иптәше – атайыбыҙ Маратты осрата. Ике йәш йөрәк бер береһен оҡшата һәм ғаилә ҡороп ебәрә. Уларҙың мөхәббәт емеше булып ҡыҙҙары Гөлдәр һәм улдары Ринат менән Азат донъяға килә. Үҙ балалары үҫә төшкәс, балалар йортонан бер бала алып көтөргә ҡарар итәләр. Дүрт баланы аяҡҡа баҫтырғас, тағын да бер туған өс малайҙы үҙ ҡанаттары аҫтына алалар. Әлеге көндә атайым да, әсәйем дә хаҡлы ялда. Улар беребеҙҙе лә айырып ҡарамай, берҙәй яратып үҫтерәләр. Сит балаларға оло йөрәкле әсәй булырға ла, ауыл һәм район күләмендә үткән төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға ла, "Ағинәйҙәр" ойошмаһында эш алып барырға ла өлгөрә ул уңған, изге йөрәкле әсәйем”.

Лилиә Такаева.

Читайте нас: