Бөтә яңылыҡтар
Коммуналь хеҙмәт
30 Ғинуар , 14:30

Һәр ҡайҙа тәртип булырға тейеш

Баймаҡта күп ҡатлы йорттар менән идара итеүселәрҙең муниципаль форумы үтте. Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Уҙған быуатта һалынған күп ҡатлы йорттарға бөгөн килеп капиталь ремонт талап ителә. Шулай уҡ инженер селтәрҙәре лә тамам иҫкергән, уларҙы ла яңыртыу мотлаҡ. Дөрөҫ, уларҙың барыһын да тиҙ арала алмаштырып бөтөү мөмкин түгел. Әммә алдан билдәләнгән графикка ярашлы йыл да капиталь ремонт эштәре бара. Бында федераль һәм республика кимәлендә ҡабул ителгән төрлө программалар этәргес көс бирә. Уҙған аҙнала Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә уҙған күп ҡатлы йорттар менән идара итеүселәрҙең форумында тап ошо мәсьәләләр күтәрелде. Унда БР-ҙың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты рәйесе Артур Дәүләтшин ҡатнашты. Форумға күп фатирлы йорттарҙың комитет рәйестәре, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт күрһәткән ойошма етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырылған ине.

- Күп ҡатлы йорттар менән идара итеүселәрҙең форумы халыҡ менән күҙгә-күҙ ҡарап осрашып, уларҙы борсоған проблемаларҙы өйрәнергә, тәҡдимдәрен ишетергә мөмкинлек бирә, - тине Артур Рәмил улы үҙенең сығышында. - Уҙған йылда Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса 23 мөрәжәғәт булды. Һәр береһе буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителде.   

Артабан форумда район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Алексей Власов һәм Баймаҡ ҡала биләмәһехакимиәте  башлығы Радмир Иҫәнбаев торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эшмәкәрлегенә анализ яһаны һәм ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәргә туҡталды.  

Баймаҡ районында 134 күп фатирлы йорт бар. Шуларҙың һикһән бере “УКЖФБ” ЯСЙ-һы ҡарамағында. Баймаҡ ҡалаһының Юбилей урамының 1-се йорто ошонда йәшәүселәр тарафынан ойошторолған “Управдом-1” ширҡәте тарафынан хеҙмәтләндерелә. Ауыл биләмәләрендә ҡырҡ дүрт күп фатирлы йорт бар. Бөгөн күп кенә йорттарҙа федераль һәм республика программаларына ярашлы эштәр башҡарылды. Ҡыйыҡтары яңыртылды, инженер селтәрҙәре алмаштырылды, ихаталарға асфальт түшәлде, тротуарҙар барлыҡҡа килде, балалар майҙансыҡтары файҙаланыуға тапшырылды. Был тәңгәлдә эштәр быйыл да дауам итәсәк. “2019-2023 йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһының йылылыҡ системаһын модернизациялау һәм реконструкциялау” инвестиция программаһына ярашлы, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы ҙур үҙгәреш кисерҙе. Һыу селтәрен яңыртыу буйынса ла күп эштәр башҡарылды. Ләкин хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ.  

Форум барышында халыҡ үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе. Күп ҡатлы йорттарҙың подвалдарын төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәр күп булды. Шулай уҡ халыҡ “ЭКО-Сити” йәмғиәтенең эшмәкәрлегенә һәм хеҙмәттәренә түләүгә бәйле дәғүә белдерҙе.  Берәҙәк эттәргә ҡарата килеп тыуған проблеманы ла тиҙ арала хәл итеү мөһимлеге күтәрелде.

Рәмил Дәүләтшин халыҡ күтәреп сыҡҡан һорауҙарҙы өйрәнеү маҡсатында урындарға сығып тикшереү уҙғарҙы һәм халыҡ менән осрашты. Уның күҙлегенән бер генә мөрәжәғәт тә ситтә ҡалманы. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе контролгә алып, уларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәклеге хаҡында белдерҙе.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

Һәр ҡайҙа тәртип булырға тейеш
Һәр ҡайҙа тәртип булырға тейеш
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: