-8 °С
Болотло
Ниһайәт, Иҫәнбәт ауылына ла "зәңгәр яғыулыҡ" килә. Ауылда 64 йорт иҫәпләнә, шуларҙың 25-е газға тоташыу өсөн ғариза яҙып та ҡуйған. Ошо көндәрҙә ауылдың Заманов урамында тәбиғи газ трассаһы һалына башлаған. "Газпром" йәмғиәтенең Сибай бүлеге эшселәре ҡеүәтле техника ҡаҙған соҡорҙарға полипропилен торбалар һуҙа.