Йәнлектәрҙең кешене аңлауында бер шигем юҡ. Бесәйебеҙҙе ауылға алып барҙыҡ. Ирем ағалары менән бесән эшләй, мин өйҙә ҡалам. Мыраубай янымда йөрөй, ауылда тағы ла һимереп, матурайып китте. Тик солан тулып йөрөгән сысҡандарға иҫе лә китмәй. Бер көн йәнем көйөп: “Һин ниндәй бесәй?! Сысҡандар тиҙҙән үҙеңде тотоп ашаясаҡ. Һин уларҙы тота ла белмәйһең”,-тинем.
Шул уҡ төндө, һыу эсергә тороп, йомшаҡ нимәгәлер баҫып, ҡотом осоп үлә яҙҙым. Мыраубай бер нисә сысҡанды быуып, карауат янына һалып киткән. Сысҡандарҙы тотоп бөткәнсе мине шулайтып аптыратты. Үҙе ашамай, быуа ла мин ҡайҙа, яныма һалып китә. Йәнәһе: “Мә, аша, сысҡан һорай инең бит”.
Бер тауыҡ өс кенә себеш баҫып сығарҙы ла, үҙенә эйәртмәне лә ҡуйҙа. Мин көрһөнөп: “Әсәләре булмағас, һәләк була инде бахырҡайҙар”,-тигәндә, янымда ултырған Мыраубай юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ирем бесәндән ҡайтҡас бесәйҙе һарайҙың бер мөйөшөндә эҙләп таптыҡ. Саҡырабыҙ, беҙгә эйәрмәй. Барып күтәрәйем тиһәм, ыҫылдаған тауыш сығара. Ирем тегене төрткөсләп торғоҙғайны, аҫтынан себештәр килеп сығып, сипылдаша башланы. Мыраубай шуларҙы йылытып, башҡа бесәйҙәрҙән һаҡлап, үҫтереп ебәрҙе. Бына шундай бесәйебеҙ бар беҙҙең. Хәҙер беҙ уны себештәр атаһы тип йөрөтәбеҙ.